Тула өлкәһендә бер ҡатын иртән тороп колбасанан бутерброд эшләргә уйлай. Ләкин өлгөрмәй.
--Бер көн алда магазиндан алынған колбасаны сығарып өҫтәлгә һалдым да, унан сәй ҡайнатырға уҡталдым. Шул саҡ шарт икән тауыш яңғыраны. Ҡурҡышымдан ҡулымдағы сәйнүкте төшөрөп ебәрә яҙҙым. Колбаса шартлаған икән. Бындай хәлде бер ҡасан да күргәнем юҡ ине, - тип яҙа ул “Бәйләнештә” селтәрендә.
Елена әйтеүенсә, колбасаның ҡулланыу ваҡыты үтмәгән. Уның шарталуына нимә сәбәпсе булған һуң? Аңлашылмай.