WhatsApp системаһы аша бер кешенән икенсе кешегә смс-хәбәр тарала. Имеш, Ҡаҙағстандан Ырымбур өлкәһенә һәм Себер тарафтарына бүре өйөрө ябырыла. Хатта уларҙың Орск ҡалаһына килеп етеүе, яҡын ауылдарға үтеүе, кәртә-ҡураға инеп малды ла йығыуы, эттәрҙе лә талап өҙгөләүе хаҡында хәбәр итәләр… Әммә Хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса идаралыҡтан хәбәр итеүенсә, ундай хәл теркәлмәгән, бүреләр миграцияһы күҙәтелмәй. Тимәк, бар интенетты шаулатҡан хәбәр ялған булып сыҡҡан, йәғни фейк мәғлүмәт.