Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
19 Ноябрь 2019, 16:00

Алпамыша һөлдәһе табылған?

Салауат районының Ташауыл ауылы эргәһендә буйы 6 метр булған алпамышаның һөлдәһен табып алғандар. Бына бит мөғжизә эргәлә генә! Ҡарағыҙ әле, ниндәй ҙур булған ул!

Салауат районының Ташауыл ауылы эргәһендә буйы 6 метр булған алпамышаның һөлдәһен табып алғандар. Бына бит мөғжизә эргәлә генә! Ҡарағыҙ әле, ниндәй ҙур булған ул! Уның тураһында хатта райондың оло кешеләре лә хәбәрҙар. Был оҙон буйлы әҙәм заты бик яҡшы күңелле Ҡар кешеһе булған икән. Яңғыҙлыҡты яратҡан ул...
Бына ошондайыраҡ хәбәрҙәр биҙәне бер нисә көн элек яңылыҡтар таҫмаһын. Был ғәҙәттән тыш хәлгә кемдер ауыҙ асып хәтәр аптыраны. Кемдер әкиәт кенә бит ул тип ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы.
Нисек кенә булмаһын, Салауат районы халҡы Йүрүҙән йылғаһы эргәһендә был алпамышаның ҡәберлеге булыуына ышана. Был урынды халыҡ ниндәйҙер кимәлдә ғибәҙәт йортона әйләндереп бара тигәндә лә була. Сөнки ышаныуҙары буйынса, ҡәберлек уларҙы һыу баҫыуынан һаҡлап тора. Шуға күрә ул урынды таҙалап, рәтләп торалар икән хатта.
Ғалимдар был турала ни әйтә һуң? Улар бер ни өндәшмәй. Бер ниндәй ҙә тикшеренеү үткәрелмәгән. Йәғни, ғилми дәлил бөтөнләй юҡ. Шулай ҙа халыҡ легендаға мөкиббән китеп ышана.
Нисек кенә булмаһын, һеҙ бынауы һүрәткә ышана күрмәгеҙ. Уның Салауат районына бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ. Легенда бар, әммә фото юҡ. Дәлил дә... Был фото менән әлеге лә баяғы журналист халҡы уҡыусыларҙың иғтибарын ғына йәлеп итә инде.
Тағы ла шул: Ташауылда ниндәйҙер алпамышаның ҡәберлеге булған хәлдә лә, ул бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай алмай. Ни булырын Алла ғына белә. Барыһы ла Уның ҡулында. Һөлдәгә әйләнгән алпамышаның бәләнән һаҡлар көсө юҡ. Шулай бит?