Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
8 Октябрь 2019, 15:29

Юл аша сығам тигәнсе...

Сибай ҡалаһы аша үткән Магнитогорск-Ира юлында транспорт хәрәкәте ныҡ көсөргәнешле тип әйтеп булмай. Шулай ҙа юл фажиғәләре көн дә тиерлек булып тора. Шуларҙың береһе кисә кис юлдың 280 саҡрымында теркәлә.

Сибай ҡалаһы аша үткән Магнитогорск-Ира юлында транспорт хәрәкәте ныҡ көсөргәнешле тип әйтеп булмай. Шулай ҙа юл фажиғәләре көн дә тиерлек теркәлә. Кисә кис юлдың 280 саҡрымында, йәғни Ейәнсура районы биләмәһендә "Hyundai Solaris" автомобиле менән идара итеүсе 26 йәшлек егет 53 йәшлек ирҙе тапатҡан. Водитель һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бер ни белмәй алға елдергән ваҡытта ир көтмәгәндә уның юлына арҡыры сыҡҡан. Ярамаған ерҙән юл аша сығырға ынтылыусы фажиғә булған урында уҡ йән биргән.