Бер ауылда, бер тәүлектә…ике үлтереш…Был хәл Әбйәлил районында яңыраҡ ҡына булған.
Тәүге хәл таңғы сәғәт 7 тирәһендә иҫерек компанияла була. Дүрт кеше – ике ир, ике ҡатын эсеп ултырған. Бер ни ваҡыттан һуң, бер ҡатын сығып китә. Ҡалғандар араһында иреш сыға. 26 йәшлек ир (ул ҡасандыр хөкөм ителгән) үҙҙәре менән бергә ҡалған ҡатынды туҡмай башлай. Алынған йәрәхәттәрҙән 41 йәшлек ҡатын йән бирә. Ул ДЦП диагнозлы икенсе төркөм инвалиды булған.
Бер нисә сәғәттән тағы бер фажиғә теркәлә. Бында ла төп сәбәпсе – эскелек. 48 йәшлек ир ҡатыны һәм ағаһы менән “байрам итә”. Бер ваҡыт ир ҡапыл ҡатынын ҡыҙғанып, ҡулына бысаҡ ала һәм ҡатынына ла, ағаһына ла сәнсә. Ҡатын үлә, ир дауаханаға оҙатыла.
Ғәйеплеләр ҡулға алынған, енәйәт эше асылған.