Сибай ҡала суды 46 йәшлек иргә ҡарата хөкөм сығарҙы. Ул Рәсәй Федерацияһының Енәйәт Кодексының 318-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса ғәйепләнә.
Судта асыҡланыуынса, май айында кешегә ҡул күтәреүсе ирҙе полиция тота һәм үҙенең артынан эске эштәр бүлегенә барырға ҡуша. Әммә, ир ҡасырға теләп, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәренә һуға һәм бармағын тешләй.
Суд ғәйепле ирҙе иркенән мәхрүм итеп, 6 айға ҡаты режимлы колонияға оҙатты.
ҡала прокуроры, юстицияның өлкән советнигы.