АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
1 Октябрь 2019, 16:50

Айыу тип атып ҡуймаһындар

Кисә кис Йылайыр районы урмандарында фажиғә булған. Сибай ҡалаһынан һунарға барған бер кеше Ырымбур өлкәһенән килгән дин әһеленә атҡан.

Кисә кис Йылайыр районы урмандарында фажиғә булған. Сибай ҡалаһынан һунарға барған бер кеше Ырымбур өлкәһенән килгән дин әһеленә атҡан.
Тиҙ хеҙмәт сығанаҡтары “Вести”ға хәбәр итеүенсә, 59 йәшлек һунарсы Йылайыр тарафтарына һунарға даими йөрөгән. Был юлы ул ҡырағай хайуандар ауларға барған. Табыш көтөп ултырған мәлендә ағаслыҡта ниҙер ҡыштырлағанын ишетә һәм ата. Тик унда кейек түгел, ә священник булып сыға. Зыян күргән 64 йәшлек ир Йылайыр үҙәк район дауаханаһына һалынған. Әлеге мәлдә ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: