Кисә иртәнсәк Баймаҡ районының Байыш ауылында бәхетһеҙ осраҡ булған.
Үгеҙен көтөүгә ҡыуып сығарырға йөрөгән ерҙә эре мөгөҙлө малы ҡапыл хужаһына ташланған. Ярһыған үгеҙ осло мөгөҙө менән ирҙе күп тапҡырҙар һөҙгән һәм тәнен йәрәхәтләгән.
Билдәле булыуынса, йорт хужаһы ваҡиға урынында йән биргән.