Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
9 Август 2019, 11:37

Йыландар ауылға яҡынлаша

Хәйбулла районының Сиҙәм ауылы эргәһендә юл ситендә йылан ояһы табылған.

Хәйбулла районының Сиҙәм ауылы эргәһендә юл ситендә йылан ояһы табылған. Балаһы менән урамда йөрөгәндә уға бер ир тап булған. Ир ауыл янында шундай хәл барлығын белгертеп төбәктең ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Әммә был хәл буйынса ауылға килеүселәр булмаған. Шуға ла ир үҙ көсө менән халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырған урынды юҡ иткән. 50 сантиметр оҙонлоғондағы һоро-йәшел төҫтәге һөйрәлеүсенең ояһында 3 йомортҡаһы ла булған. Йыландар ауылға яҡынлай, сөнки ҡырҙа туҡланыу ауырлаша, күрәһең. Ә ауыл янында сысҡан да, себеш тә бар...