АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
26 Июль 2019, 09:38

Бәкәлгә һуға ҡоролоҡ

Республикала 4 районда —Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Көйөргәҙе райондарында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин.

Республикала 4 районда —Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Көйөргәҙе райондарында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин.
Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов әйтеүенсә, республиканың 20 муниципалитетында ҡоролоҡ арҡаһында сәсеүлектәр яна, ә телгә алынған дүрт районда хәл айырыуса насар һәм уларҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе лә мөмкин. Билдәле булыуынса, былтыр республиканың 19 районында һәм Күмертау ҡалаһында хәүефле агрометеорология арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Ул саҡта 105,6 мең гектар баҫыу юҡҡа сыҡты һәм хужалыҡтар 238 миллион һумлыҡ зыян күрҙе.
Ҡоролоҡ быйыл башҡа йылдарҙағына ҡарағанда ла ҡырыҫыраҡ. Ауыл халҡы малдарын ҡышлатыуға бесән таба алмай интегә. Еләк-емеш юҡ, ерҙән саҡ ҡына ҡалҡып ултырған иген баҫыуҙарын да ҡара сиңерткә ҡорота.
Читайте нас: