Бөгөн төндә, йәғни 23 июлдә, Белорет районында янғын арҡаһында 6 кеше торлаҡһыҙ ҡалды. Таңғы сәғәт 6-ла янғын посына өйгә ут тоҡаныу тураһында хәбәр килә. Был йортта пенсионерҙар йәшәгән була. Уларҙан “ҡыҙыл әтәс” күрше өйгә “һикерә”. Унда ейәне менән хаҡлы ялдағы ҡатын йәшәй. Өсөнсө йортто ғына янғын һүндереүселәр һаҡлап алып ҡала.
Әлеге көндә янғын сәбәбе тикшерелә.
Башҡрртостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты түбәндәгеләрҙе кәңәш итә:
• Электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
• Электр энергияһын күп һөйрәгән приборҙарҙы бер юлы ҡулланмаҫҡа;
• Электр сымдарын урамағыҙ, төйнәмәгеҙ, ишеккә ҡыҫмағыҙ, уларҙы газ йә һыу торбалары өҫтөнә һалмағыҙ;
• Электр прибоҙарын ҡорғанға, йомшаҡ мебелгә яҡын ҡуймағыҙ, унда кейем киптермәгеҙ;
• Электр сымдарын тикшереп тороғоҙ; Торошо яҡшы булмаһа алмаштырығыҙ; белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ;
• Үҙегеҙ эшләгән электр приборҙарын ҡулланмағыҙ.
Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү, үҙегеҙҙең дә, яҡындарығыҙҙың да ғүмерен һаҡлар.