Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
23 Июль 2019, 10:08

Ҡара йылан саҡҡан

Ат ҡараусы 46 йәшлек ир шунда уҡ йыланды үлтерә лә, уны банкаға һалып, дауаханаға илтә. Тик дауаханала йылан ағыуына ҡаршы дарыу юҡлығын белдерәләр һәм система ҡуйыу менән генә сикләнәләр.

Быйылғы йәй хәүефле үтеүе менән тарихта ҡалыр, моғайын. Эҫелектән кеше һыуға тартыла һәм шуға ла батып үлеүселәрҙең һаны күбәйә. Йәшене лә, дауылы ла ҡазаһыҙ үтмәй. Кисә генә Өфөнөң Ноғай ауылында йәшәүселәр ағыулы үрмәкселәр йонсотоуын, хатта ике ирҙең унан зыян күреүен белгертте. Йыландар ҙа күп быйыл. Беҙҙең төбәктәрҙә, йылы яҡтар менән сағыштырғанда, һөйрәлеүселәрҙең әллә ни ҡурҡыныс төрҙәре булмаһа ла, ҡара йыландан һаҡ булыу ҡамасауламай.
Ошо көндәрҙә беҙгә терәлеп ятҡан күрше Силәбе өлкәһенең Сосновка районының Шиғай ауылында йәшәгән ирҙең аяғын ҡара йылан саҡҡан. Урманда йылҡы малы көткәндә була был хәл. Ат ҡараусы 46 йәшлек ир шунда уҡ йыланды үлтерә лә, уны банкаға һалып, дауаханаға илтә.
Ирҙең туғандары белдереүенсә, табиптар бик оҙаҡ һәм ентекле итеп һөйрәлеүсене өйрәнә, төрөн билдәләргә тырыша... Тик дауаханала йылан ағыуына ҡаршы дарыу юҡлығын белдерәләр һәм система ҡуйыу менән генә сикләнәләр. “Дарыуҙы иртәгә килтерәсәктәр”, — тип туғандарын ҡайтарып ебәрәләр.
Ә кис еткәс, көтөүсе ир йән бирә... Хоҙай “һаҡланғанды һаҡлармын” тигән дә бит, тик табиптарға ла үҙ вазифаларына яуаплыраҡ, уяуыраҡ булырға кәрәктер.