Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
18 Июль 2019, 17:12

Башына тай типкән

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауылында ҡаза булды—5 йәшлек баланың башына тай типкән.

Йылҡы малын күпләп аҫрайҙар беҙҙең төбәктә. Хәллерәктәр өйөр-өйөр итеп тота уларҙы. Ысынлап та, торғаны менән аҡса инде аттар. Йәй рәхәтләнеп ҡымыҙын эсәбеҙ, ҡыш итен, ҡаҙыһын ашайбыҙ. Шулай ҙа бер рәхәттең—бер михнәте тигәндәй, йылҡыларҙан кешеләр күпләп зыян да күрә. Әйтәйек, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары юлдары ситтәрендә ҡарауһыҙ йөрөгән аттарҙан әллә күпме автомобилдәр, уларҙың водителдәре зыян күрҙе. Бигерәк тә төндә улар яҡтылыҡҡа тартыла һәм машиналарға ташлана.
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауылында ҡаза булды—5 йәшлек баланың башына тай типкән. Ат аҡыллы, ул кешегә теймәй, уның өҫтөнән кеше ҡолап төшһә лә, уны ашатлап үтә тиҙәр ҙә ул. Был юлы улай булмаған шул...
Иҫен юғалтҡан малайҙың башына дауаханала операция яһайҙар, әммә ул аңына килмәгән.
Сабый бик йәл, ҡалғандарыбыҙ имен булайыҡ!
Читайте нас: