Ял көндәрендә Баймаҡ районының Талҡаҫ күлендә фажиғәле хәл була. Дуҫтары менән бергә ял иткән Клим бер дуҫының 8 йәшлек улы менән тултырылған матраста күлдә йөҙөргә китә. Ҡапыл күтәрелгән дауыл арҡаһында матрас түңкәрелә лә, бала һыу аҫтына китә башлай. Клим уны эләктереп алып, һыу өҫтөнә сығарып өлгөрә.
Баланың атаһы һәм башҡа ял итеүселәр, кемеһе йөҙөп, кемеһе кәмәлә, уларҙың янына килеп еткәндә, Клим һыу өҫтөндә күренмәй. Ә малай башын артҡа ташлап, сәсәй-сәсәй саҡ-саҡ батмай һыуҙа тотоноп тора.
Водолаздар Климды ике көндән генә табып ала.
Ҡотҡарып алып ҡалынған баланың атаһы: "Миңә уйламаҫтан шулай килеп сыҡҡан өсөн Климдың ата-әсәһе һәм яратҡан ҡыҙы алдында оят. Талантлы һәм изге кешене юғалтыуыбыҙға үҙебеҙ ҙә һаман да ышанып етә алмайбыҙ. Клим, һаҡлап алып ҡала алмағаным өсөн, ғәфү ит," - тип яҙған.