Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
16 Июль 2019, 17:59

Кисә—йәшен, бөгөн—дауыл

Бөгөн Яңауыл районының 3 ауылында дауыл ҡупҡан.

Бөгөн Яңауыл районының 3 ауылында дауыл ҡупҡан. Тау ауылында 16 йортҡа зыян килһә, шуларҙың 8-енең ҡыйығы емерелгән. Түбәнге Сат ауылында иһә 37 йорт-ҡура емерелеп, 24-енең “ҡыйығы киткән”. Үрге Сат ауылында ла 2 өйгә ремонт талап ителә. Шәхси торлаҡтарҙан тыш, көслө ел кәртә, хужалыҡ төҙөлөштәре, мунсаларҙы ла емергән. Ағастар ауып бөткән, электр бағаналары ҡолаған. Бәхеткә күрә, кешеләрҙең сәләмәтлегенә зыян килмәгән.
Әлеге мәлдә ауылдарҙа район хакимәиенең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы, тиҙ йоғонто яһау хеҙмәте вәкилдәре эшләй.