Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
16 Июль 2019, 10:30

Көтөүсене йәшен атҡан

Меҫкен көтөүсе лә, бәлки, атынан төшһә, үҙе лә, малҡайы ла имен булыр ине.

Телефоныбыҙға көн һайын республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа торошоноң боҙолоуы, йәшен буласағын, дауыл ҡубасағын белгертеп смс-хәбәрҙәр ебәреп тора. Әммә быға артыҡ иғтибар итмәйбеҙ, бындай хәлдәр беҙҙә түгел, ҡайҙалыр икенсе урында була тип уйлайбыҙ. Ҡасан метеорологтар һауа торошон дөрөҫ әйткәне бар әле! Баҡтиһәң, киҫәтеүҙәр бушҡа түгел икән. Кисә, мәҫәлән, республиканың Дүртөйлө районының Ҡаҙы-Йәлдәк ауылында көтөүсене йәшен атҡан. Йәшен мәлендә һыбай йөрөмәҫкә, яңғыҙ ағасҡа һыйынмаҫҡа, ташҡа ултырмаҫҡа тиһәләр ҙә, кешеләр быларҙы ҡолағына ла элмәй. Меҫкен көтөүсе лә, бәлки, атынан төшһә, үҙе лә, малҡайы ла имен булыр ине.
Төбәктә йәшен шул тиклем көслө була, хатта бер нисә ауыл—Байгилде, Төрбәк, Йәлдәк, Баҙраҡ, Барғаты халҡы электр утһыҙ ҡалған.
Читайте нас: