Йылайыр районының Бикйән-Байғужа ауылдары араһында «Renault Logan»автомобиле юлдан осҡан. Машина менән Сибай ҡалаһынан 17 йәшлек кенә ҡыҙ идара иткән. Әлбиттә, уның транспорт йөрөтөүгә танытмаһы булмаған. Ҡыҙ үҙенең генә түгел, пассажир итеп алған 8 йәшлек баланың ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуйған. Һәләкәттә йәрәхәтләнгән бала әлеге көндә дауаханала.
Һуңғы арала водитель танытмаһы булмайынса тороп руль артына ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙар күпләп юл фажиғәһенә тарый башланы. Үткән аҙнала республиканың бер ауылында әсәһе менән ҡыҙы ауыл урамы уртаһында юлдан ситкә төшөп китеүе хаҡында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәттәр күп булды. Юл ҡатын-ҡыҙҙы аяй тип уйларҙармы икән әллә?