Тәрән һыу аҫтындағы станцияла янғын сыҡты. Был аппаратта 14 моряк, шул иҫәптән ете беренсе ранг капитаны, ике Рәсәй геройы һәләк булды. Оло ҡайғынан һуң, ил Президенты В.В.Путин Оборона министры С.Шойгу менән осрашты һәм вафат булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә ҡушты.