Сибай ҡала хакимиәтендә ҡалалағы экологик хәлгә арналған кәңәшмә үтте. Уның эшендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары вәкилдәре, Учалы тау -байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеге ҡатнашты. Карьерҙа көкөрт яныу буйынса киҫкен хәл эҙемтәләре бөтөрөлгәнгә ҡәҙәр ошондай кәңәшмәләр көн һайын уҙғарыласаҡ.