Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
26 Ғинуар 2018, 14:02

Ҡорос түҙмәгән һыуыҡта...

«Яҡутстандың Оймякон районында минус 56, Магадан өлкәһендә ике градусҡа йылыраҡ—минус 54»...Иртәнсәк сәй эсеп ултырғанда радионан яңғыраған ошо һүҙҙәр көтмәгәндә йәшлек йылдарын хәтергә төшөрҙө.

«Яҡутстандың Оймякон районында минус 56, Магадан өлкәһендә ике градусҡа йылыраҡ—минус 54»...
Иртәнсәк сәй эсеп ултырғанда радионан яңғыраған ошо һүҙҙәр көтмәгәндә йәшлек йылдарын хәтергә төшөрҙө.
тәжрибә йыйғас, алты йылға яҡын Чукоткала эшләп алдым. «Ер сигенә» февраль урталарында килеп төштөм. Тәүге айҙарҙа һыуыҡҡа өйрәнә алмай ҡаҡшаным. Ҡышҡы селләлә төнөн йылы аҙбарҙа тороп, иртән ялан кәртәгә сығарылған һыйыр кеүек дер ҡалтырап тик йөрөйөм. Поляр төн. Ҡояштың остоғо ла юҡ. Тәүлек әйләнәһенә ҡараңғы. Үҙәккә генә үтте.
Иртә менән эшкә китергә «Урал» машинаһын көтөп торабыҙ. Ел тигән нәмәнең әҫәре лә юҡ. Һиллек. Ут яҡҡан өйҙәрҙән, ҡаҙанлыҡтан сыҡҡан төтөн туп тура булып һауаға күтәрелә.
—Нисә градус ул бөгөн?—тип һорайым эргәлә торған Витянан ҡалтырауымдан тыйыла алмай.
—Уны билдәләүе еңел генә, ти Витя.—Ана, төтөнгә ҡара. Бағана кеүек туп-тура, шулаймы? Тимәк, 50-нән һалҡын.
—Төкөргәндә шайыҡ ергә боҙ булып төшһә, 60 градустан һалҡын, тигән һүҙ,—тип әңгәмәгә ҡушыла бригадир Виктор Черкасов.
—Ә уның туңған-туңмағанын ҡайҙан беләһең?
—Туңһа «сылтыр» итеп ҡала ул. Быяла кеүек...
Полигонға еткәс, бунгал (япондар теплушканы шулай атай) эленгән термометрға ташланабыҙ.
—Белдең белмәй ҙә ни! Термометр 50 градус һыуыҡҡа ғына иҫәпләнгән.
—Булһын. Сама менән билдәләп була ул. Тәк...50 нән түбәнерәк...56 градус тирәһе.
—Был һыуыҡта тышта нисек эшләмәк кәрәк? «Ер»ҙә 40 градус һыуыҡта уҡ эшкә сыҡмайҙар. Беҙ нимә...кеше түгелме ни?
—Акт төҙөп була ул,—ти бригадир.—Тик уның бәләһе күп. Шул айҙың шул көнөндә шул ерҙә ысындан да шуныса градус һыуыҡ торҙо, тигән белешмә талап итәсәктәр. Уны даулап Певекҡа барып йөрөйһөңме инде? Шуға, сәй эсеп алайыҡ та...яйлап ҡыбырлайыҡ.
Йылынып алғас, бригадир, мин, быраулаусы һәм уның ярҙамсыһы полигон башында ултырған быраулау агрегаты яғына юл тотабыҙ. Станокҡа күҙ йөрөтөп сыҡҡас, электродвигателде тоҡандырабыҙ. Эшләй!
—Әйҙә, яйлап, ҡабаланмай ғына башла. Ныҡ баҫма! Ныҡ һыуыҡта металл муртҡа әйләнә ул.
Штанга өҫкө балсыҡ ҡатламын тишеп үтеп ташлы ергә барып еттеме—юҡмы, «сырт» итеп ҡалды ла әйләнеүҙән туҡтаны. Йөҙ миллиметрлы сыныҡтырылған ҡорос уртаға һынған ине.
Бригадир һынған штанганы һыйпап бер ни тиклем уйланып торҙо ла:
—Бөгөнгә эш тамам, егеттәр! Бер-ике метр скважина тишәм тип штангаһыҙ ҡалаһы юҡ инде,—тип ышаныслы аҙымдар менән бунгалға табан йүнәлде.
Читайте нас: