Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
3 Июль 2020, 14:53

ПОЛИЦИЯ ХЕҘМӘТЕ НЫҠЛЫҠ ТАЛАП ИТӘ

ЗАМАНА ТАЛАПТАРЫ ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫ ТӨРЛӨ РОЛДӘРГӘ ИНДЕРӘ. ТОРМОШТА ТЫЙНАҠ, САБЫР, МӨЛӘЙЕМ, ИҒТИБАРЛЫ БУЛҒАН ГҮЗӘЛ ЗАТ ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ, ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНЫНДА ЭШЛӘҮЕ МЕНӘН ҮҘЕНЕҢ КӘРӘК ИКӘН ЕТДИ, ҠӘТҒИ БУЛА АЛЫУЫН ИҪБАТЛАЙ ҺӘМ ҺОҠЛАНЫУ ХИСТӘРЕ УЯТА.

ЗАМАНА ТАЛАПТАРЫ ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫ ТӨРЛӨ РОЛДӘРГӘ ИНДЕРӘ. ТОРМОШТА ТЫЙНАҠ, САБЫР, МӨЛӘЙЕМ, ИҒТИБАРЛЫ БУЛҒАН ГҮЗӘЛ ЗАТ ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ, ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНЫНДА ЭШЛӘҮЕ МЕНӘН ҮҘЕНЕҢ КӘРӘК ИКӘН ЕТДИ, ҠӘТҒИ БУЛА АЛЫ-УЫН ИҪБАТЛАЙ ҺӘМ ҺОҠЛАНЫУ ХИСТӘРЕ УЯТА.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы Сибай бүлексәһенең намыҫлы хеҙмәткәре—административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор, полицияның өлкән лейтенанты Айгөл Әхмәҙулла ҡыҙы Үҙәнбаеваның һәр көнө Рәсәй ҡануниәтенең ҡәтғи талаптарына ярашлы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эштәрҙе тикшереү, рейдтарға сығыу, юл ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса тикшереү эштәре алып барыу, материалдарҙы суд аша ҡарау эштәрен уҙғарыу менән үтә. Полиция хеҙмәтенә ғүмеренең 15 йылын арнағанына бер ҙә үкенмәй ул. Бала сағынан уҡ хәрби хеҙмәткә ҡарата һоҡланыу, ихтирам тойоп, киләсәктә тап ошо юлды һайлау тураһында хыялланып үҫкән. Бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡҡандан һуң, 2005 йылда һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт юлын полицияла хисапсы булып башлай. БДУ-ның Сибай филиалында юридик факультетты тамалағандан һуң, Сибай ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлегенә күсерелә.
—Полиция хеҙмәте һәр ҡайҙа тәртип талап итә. Бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр кисергән, юғары талаптар ҡуйылған тынғыһыҙ эш алып барыу ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр түгелме?
—Полиция хеҙмәте еңелдәрҙән түгел, әлбиттә. Ул һәр хеҙмәткәрҙән ныҡлы характер, үҙ-үҙеңә талапсан булыуҙы теләй. Татыу коллективыбыҙ, һәр килеп сыҡҡан хәлде профессиональ кимәлдә хәл итә алған коллегаларым барҙа эшләүе күпкә еңел. Был идаралыҡта эшләгән осорҙа төрлө хәлдәргә тарыған кешеләр менән аралашыу тормошҡа ҡарата бөтөнләй икенсе ҡараш формалаштырҙы. Бәлки, йәшәйеш асылын аңлар өсөн тап ошондай эштә эшләргә кәрәк булғандыр ҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн заманлаштырылған автомобилдәр, асфальтлы юлдар булһа ла көтөлмәгән юл фажиғәләре булып тора. Бындай хәлдәр тәүлек әйләнәһенә эшләүҙе талап итә. Был осраҡта ғаиләмдең ярҙамы ҙур. Ысынлап та, эшемдәге уңыштарым өсөн яҡындарыма рәхмәтлемен. Тормош иптәшем Наис һәр ваҡыт аңлай белде. Махсус операциялар ваҡытында минең өсөн борсола, әммә бер ваҡытта ла эшемә ҡаршы төшкәне булманы. Улдарыбыҙҙың киләсәктә хәрби хеҙмәт юлын һайлауҙарын теләһәм дә, тыңғыһыҙ эшемде күреп үҫкәнгәме, өлкән улым Надис медицина юлын һайланы. Бәләкәсебеҙ Данияр мәктәптә уҡый, бәлки ул минең юл менән китер,—тип яуапланы инспектор.
Айгөл Әхмәҙулла ҡыҙы юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәтендәге профессиональ ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығының III дәрәжәле миҙалы һәм бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Коллегалары араһында хөрмәт яулаған тырыш хеҙмәткәр буш ваҡытында тормош иптәше, балалары менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә ярата. Ял көндәрендә Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ата-әсәһенең хәлен белергә, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерергә лә өлгөрә. Бигерәк тә төрлө йорт сәскәләрен үҫтереү менән мауыға.
—Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Үҙ эшен яратып, профессиональ кимәлдә башҡарған хеҙмәткәрҙәр тупланған берҙәм коллективта иҫән-һау эшләргә яҙһын,—ти хеҙмәттәштәрен ҡотлап Айгөл Үҙәнбаева.
Читайте нас: