Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Июнь 2020, 15:34

Ғүмерҙәрҙе һаҡлаған изге һөнәр

Бөгөн Сибай ҡалаһында Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы аҡ халатлыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

27 июндә Сибай ҡалаһында Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы аҡ халатлыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, ҡала Советы рәйесе А.Ғ. Ҡамбулатов, Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Р.Б. Нәҙерғолов һәм башҡа етәкселәр ҡатнашты.
Байрам тантанаһын ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә. Афзалов асты һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы:
- Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре, һөнәри байрамығыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө минең өсөн бик яҡын, ә тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларҙың хеҙмәте менән яҡындан танышмын. Әсәйем, бик күп яҡын туғандарым үҙҙәрен тап ошо һөнәргә бағышланы.
Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм үтә кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән дауалайһығыҙ, сабыйҙарға донъяға килергә ярҙам итәһегеҙ, арыу-талыу белмәй кеше ғүмере өсөн көрәшеп, операция өҫтәле янында тораһығыҙ.
Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белеүегеҙ һәм оҫта эш итеүегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ! -тине Рөстәм Әхмәткәрим улы.
Р.Ә. Афзалов күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһының өлкәндәр өсөн медицина профилактикаһы бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Н.И. Иҙелбаеваны һәм стоматология поликлиникаһының табип-стоматологы Р.С. Мирхәйҙәровты бүләкләне. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары ҡала үҙәк дауаханаһының акушер стационар бүлексәһе мөдире Е.В. Рудометкинға, нур һәм функциональ диагностика бүлеге табибы Р.Ш. Хәсәноваға тапшырылды. Артабан ҡала хакимиәте башлығы травматология бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Л.М. Дәминдәроваға, баш табип урынбаҫары Г.Р. Һөйөндөковаға, район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерҙың клиник- диагностика лаборанты Л.Ф. Белозероваға, палата шәфҡәт туташы А.С. Булатоваға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталарын, үҙәк дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Р.И. Биковаға һәм шәфҡәт туташы Р.С. Хәйбуллинаға Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре "Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы" билдәһе, ҡала Хакимиәте, Советы, Үҙәк дауахана Почет грамоталары менән бүләкләнде. Улар алдында үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Читайте нас: