Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең уголовный розыск хеҙмәткәрҙәре өсөн көн дә, төн дә, ял да юҡ тиһәң дә була. Шуға ҡарамаҫтан, полицияның өлкән лейтенанты Ришат Ғәфүр улы Кәримов эшенән ҡәнәғәт.
—Эске эштәр органдарында хеҙмәт итергә бала саҡтан хыялландым. Әммә 11-се кластан һуң Өфө нефть техникумына уҡырға индем. Шул ваҡытта әрме сафына
алынғас, Мәскәү янындағы Электросталь ҡалаһында 3270-се эске ғәскәрҙәр хәрби часына эләгеү менән һөнәрҙе дөрөҫ һайламауымды аңланым,—ти Ришат Ғәфүр улы.—Шулай ҙа техникумды тамамланым, әрмелә үҙләштергән шөғөлөмдө әлеге көндә Сибай полицияһында дауам итеүемә бик шатмын.
Ришат Кәримов 2012 йылда патруль-пост хеҙмәтенә эшкә урынлаша. 5 йылдан һуң ул уголовный розыск бүлегендә эшен дауам итә. Башлыса протокол яҙыу, профилактик эштәр алып барыу хеҙмәтенән енәйәттәр асыуға күсеп китеү егеткә еңел бирелмәй. Шулай ҙа ул яңы бурысына ең һыҙғанып тотона: уғрылыҡ, талау, үлтереш кеүек енәйәттәрҙең эҙенә төшөү өсөн шаһиттар таба, ғәҙәттән тыш хәл булған урындан материалдар эҙләй, уларҙың һәр ҡайһыһын теркәй...
Йәш булһа ла полицияның өлкән лейтенанты маҡтаулы ғына эшләй. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” номинацияһында еңеп, Сибай ҡала хакимиәте башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булған. 2017 йылда иһә полиция начальнигының Рәхмәт хатын алған. Был юлы һөнәри байрамдары уңайынан Ришат Ғәфүр улы Кәримовҡа Сибай ҡала хакимиәте ҡала округы Советының Почет грамотаһы тапшырыла. Хеҙмәтендә генә түгел, шәхси тормошонда ла үрҙәргә ынтыла егет: БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетында юғары белем ала. Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында тыуып-үҫкән Ришат Кәримов эшенең ҡатмарлылығын аңлап, кәрәк ваҡытта иңен ҡуйырлыҡ кәләш