Тормошта һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, уға бар ғүмерен бағышлап йәшәүселәрҙең осрауы ҡыуаныслы хәл. Шундайҙарҙың береһе—Рәсүл Рәжәп улы Сафуанов. Бәләкәйҙән атаһының техникаһы араһында уралып, үҙенә шул транспорт ”енен” ҡағылдырып, бына инде 35 йыл ошо өлкәлә хеҙмәт итә.
Тыуған яғы уның Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы. Ҡәтғи рәүештә водитель һөнәрен һайларға ҡарар иткән егет 1983 йылда Баймаҡ автомәктәбенең водителдәр курсын тамамлап, “Хәйбулла”совхозында хеҙмәт юлын башлай. 1987 йылда совхоз етәкселегенең махсус юлланмаһы менән шул уҡ Баймаҡ автомәктәбенең автобустар курсына уҡырға ебәрелә. Шулай итеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса, ул автобус водителе булып китә. Был вазифала тәү башлап 1988-1992 йылдарҙа Һамар АТП-һында эшләй. Унан һуң, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында эшен дауам итә. Һөнәренең бар нескәлектәрен дә яҡшы белеүсе һәм тағы ла В, С, Е категорияларына эйә булараҡ, Аҡъяр автомәктәбендә башҡаларҙы ла “тимер атты ауыҙлыҡларға”өйрәтеүсе инструктор ҙа була. 2006 йылдан хәҙерге көнгә тиклем иһә Аҡъяр мәғариф бүлегендә алыштырғыһыҙ водитель. Кәрәк икән—автобусҡа, кәрәк икән—еңел машинаға ултыра.
Рәсүл Рәжәп улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, сабыр, йомшаҡ, киң күңеллелеге менән барыһын да үҙенә ылыҡтыра. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, хеҙмәте Маҡтау, Рәхмәт ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән баһалана килә. Ғаиләһендә лә ике улына өлгөлө атай, ҡатыны Гөлдәр өсөн ихтирамлы, иғтибарлы ир. Өлкән улдары Дим Себер тарафтарында хеҙмәт юлын башлаһа, кинйәләре Нияз Аҡъяр урта мәктәбенең 10-сы класында уҡып йөрөй. Иң бәләкәй ҡустыһы Нурғәле әйтеүенсә, Рәсүл Рәжәп улы туғандары өсөн дә һәр саҡ ярҙамсыл һәм изге күңелле.
Киләсәктә ғаиләһенә—бәрәкәт, ә инде йөрөгән юлдары һәр ваҡыт киң һәм таҡыр булһын.