АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
20 Октябрь 2019, 09:57

АТАҺЫ ЛА, УЛЫ ЛА ЮЛДАРҘЫ ТӨҘӨКЛӘНДЕРӘ

20 октябрь—Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөСибай ҡалаһы юлдарын тәртиптә тотоусы “СибайДорСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шәхси эшҡыуар Б.Н.Баязитов ҡарамағына күсһә лә, ойошманың эстәлеге лә, тәғәйенләнеше лә, эшселәре лә шул уҡ ҡалған. Быйыл улар “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә ҡаланың бер нисә майҙансығын тулыһынса реконструкцияланы.

Сибай ҡалаһы юлдарын тәртиптә тотоусы “СибайДорСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шәхси эшҡыуар Б.Н.Баязитов ҡарамағына күсһә лә, ойошманың эстәлеге лә, тәғәйенләнеше лә, эшселәре лә шул уҡ ҡалған. Быйыл улар “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә ҡаланың бер нисә майҙансығын тулыһынса реконструкцияланы.
Һуңғы арала юлсылар ҡала пляжын төҙөкләндереү менән булыша. Төйәләҫ йылғаһы буйы танырлыҡ та түгел: ундағы шлагбаумдар, билдәләр, иҫке кабинкалар алынған, ағас-ҡыуаҡтар ҡырҡылған, ярға ҡом йәйелдерелгән, йылға төбөнән ләм сығарылып, ҡырсынташ түшәлгән, пляжға илткән 400 метр юл яңыртылып, асфальт һалынған, тротуарҙар хасил булған. Пляждың бер яғында—500, икенсе яғында 1 мең урынға иҫәпләнгән автомобиль туҡталҡаһы ла яһалған. Кәмә төшөрөү урыны ла бар, ә элек машиналар ҡуйған ерҙәр хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн тәғәйенләнә. Бында медицина пункты, сүп-сар контейнерҙары, биобәҙрәфтәр урынлашасаҡ.
Ошо көндәрҙә шәхси эшҡыуар Б.Н.Баязитов йәмғиәте эшселәре пляжды төҙөкләндереүҙе тамамлаһа, икенсе подрядсы ”Регион Минерал Инвест” йәмғиәте уны йыһазландырыуға, йәғни ҙур һәм бәләкәс пирстар, уйын тауҙары, ҡотҡарыусылар өсөн яңы вышка, кабинкалар, эскәмйәләр, акваторияны пластик кәртәләү менән уратыуға тотонасаҡ.
—Нишләп был эштәрҙе башланығыҙ?—тип һораныҡ урында эшләп йөрөгән шәхси эшҡыуар Б.Н. Баязитов бригадаһы етәксеһе Александр Елизарьевтан.
—Ҡалала пляж берәү генә. Альтернатива булмағас, һыу инеү миҙгеле тамамланғас ҡына эшкә тотондоҡ.
Әйткәндәй, бригада етәксеһе Александр Александрович юлдарҙы төҙөкләндереү тармағында 1986 йылдан алып эшләй. Асфальт-бетон заводында, унан “РСУ ДОР” предприятиеһында тәжрибә туплаған. Хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу шәхси эшҡыуар ҡарамағындағы бригаданы етәкләй. Улы Павел да атаһы менән бергә эшләп, ҡалабыҙ юлдарын төҙөкләндерә.
Гөлдәр Ҡадаева.
Һүрәттә: бригада етәксеһе Александр Александрович Елизарьев.