Сибай ҡалаһы 9-сы лицейының Арҡайым башланғыс мәктәбен һәләтле педагог Нурзия Фәрит ҡыҙы Рысҡужина етәкләй. Бәләкәй генә коллектив, бер татыу ғаилә кеүек, бөтә эштәрҙе лә бергәләп башҡара. Әлеге уҡыусылары мөғәллимәләре ҡушҡанды үтәргә тырышһа, 4-се класты тамамлағандары йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ҡала мәктәптәрендә артабан уҡыуҙарын дауам итә.
2 Б класы уҡытыусыһы Гөлфиә Һатыбалды ҡыҙы Күлбаеваны уҡыусылары айырыуса ярата. Һәр баланың күңеленә юл таба белгән, сыҙамлы, сабыр уҡытыусыны ата-әсәләр ҙә үҙ итә.
--Бала саҡ хыялыма тоғро ҡалдым. Баймаҡ районы төпкөлөндә ятҡан Бетерә ауылынан килеп Сибай педагогия училищеһында уҡыным. Ҡаланың 4-се мәктәбендә директор булырға тура килде, суд приставтары хеҙмәтендә лә намыҫлы эшләнем. Күңелем балаларға тартылғас, йәшәгән ерҙә эшләүҙе хуп күрәм,--ти Гөлфиә Һатыбалды ҡыҙы.
Уҡытыусылар көнө уңайынан уҡытыусыбыҙҙы ҡайнар ҡотлап, уға эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләнек.