Сибай ҡалаһының “Механизмдарҙы ремонтлау заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урында тотороҡло эшләүсе сәнәғәт предприятиеларының береһе.
Йәмғиәт төбәктең генә түгел, унан ситтәге тау-металлургия компаниялары өсөн продукция, ҡеүәтле техникаларҙы ремонтлай, запас частәр етештерә. Шуныһы ҡыуаныслы: заводтың хеҙмәттәре менән төҙөлөш, транспорт, медицина кеүек өлкәләр ҙә берҙәй рәхәтләнеп ҡуллана.
Механизмдарҙы ремонтлау заводы 1960 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының структура подразделениеһы булараҡ барлыҡҡа килгән. Заман
менән бергә үҙгәрештәр кисереп 2010 йылда “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты”ның Сибай филиалынан
айырылып сығып, бөгөн дә үҙаллы предприятие булараҡ эшмәкәрлектәрен дауам итә.
Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, заводта тау сәнәғәте ҡорамалдарын ремонтлау өсөн генә түгел, башҡа тармаҡтар өсөн дә продукция етештерелә. Шулай уҡ бында металды иретеп ҡойоу, суйын һәм төҫлө ҡойоу хеҙмәттәре күрһәтелә.
Йәмғиәт директоры И.А.Байназаров әйтеүенсә, заводта ҡорамалдарҙы яңыртыуға айырым иғтибар бүленә. Бынан 3 йыл элек “Росбал” Рәсәй компанияһынан БС-44 сериалы баланслау станогы һатып алғандар. Яңы техника машиналар двигателдәрен ремонтлауҙың сифатын күтәрә.
Кислород етештереү участкаһында медицина кислороды етештерелеп, дауаханаларға оҙатыла. 2017-2018 йылдарҙа аксиаль-поршень тибындағы юғары баҫымлы насостар ремонтлау ҙа предприятиеның ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ иткән. Шулай уҡ плазмалы ҡырҡыу, металды тишеүсе, тигеҙләүсе ҡорамалдар ҙа даими яңыртылып тора.
Предприятиеның коллективы тотороҡло. Һирәк һөнәр эйәһе—фрезеровщик Имам Рәүил улы Ишкилдин заводта 2000 йылдан алып эшләй.
—Сибай педагогия колледжын та-мамлағас, Баймаҡ районының Калинин ауылы мәктәбендә балалар уҡыттым. Әммә күңелем гел станок артында тороп эшләүгә тартылды. Тыуған ауылым Иҫке Сибайҙа ла, педагогия колледжында ла уҡытыусыларыбыҙ беҙгә бик күп өҫтәмә эшсе һөнәр алырға ярҙам итте. Шуға ла бер ни уйламай мәктәпте РМЗ-ға алмаштырҙым,—ти Имам Ишкилдин.
Фрезеровщик ҙур, ҡеүәтле станок артында тороп тау сәнәғәтендә бик кәрәкле онтау плитәләре етештерә. Уның ҡарамағында икенсе станок та универсаль иҫәпләнә һәм бында металды кәрәккәнсе үткерләргә, бөгөргә, тишергә һәм башҡа бик күп операциялар башҡарырға мөмкин.
—Элек Калининда торҙоҡ, әле Сибайҙа йәшәйем. Ҡатыным Альбина Садыҡ ҡыҙы “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәсе,—ти Имам Рәүил улы.—Оҙон аҡса эҙләп ситкә китмәйем, ошонда тапҡаным да етә. Өлкән ҡыҙым Радмиланы Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытабыҙ. Бәләкәсе Рәзилә Сибай гимназияһында белем ала. Тыуған еремә хеҙмәт итәм. Шуның менән бәхетлемен.