Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
15 Сентябрь 2019, 08:51

Ир һөнәре эш булыр

Киләһе йәкшәмбе урман хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын ҡаршы ала. Ошоно күҙ уңында тотоп, Хәйбулла районында йәшәүсе Фаил Ниғәмәтов хаҡында бәйән итмәксебеҙ.Фаил Нәбиулла улы Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған. Бына 30 йыл индееребеҙҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлау юлында.

Киләһе йәкшәмбе урман хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын ҡаршы ала. Ошоно күҙ уңында тотоп, Хәйбулла районында йәшәүсе Фаил Ниғәмәтов хаҡында бәйән итмәксебеҙ.
Фаил Нәбиулла улы Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған. Бына 30 йыл инде
еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлау юлында. Райондың 43 мең гектар майҙанын урман биләһә, Ниғәмәтов ҡарамағындағы Степной биләмәһендә 2952 гектар ерҙә ағаслыҡ. Бында үҫкән ағастарҙы һаҡлау, диләнкә һорап килеүселәргә дөрөҫ итеп бүлеү, ҡырҡҡандан һуң таҙалау, үҫентеләр ултыртыу—һәммәһе лә уның
яуаплылығына тапшырылған. Фаил Нәбиулла улы үҙ эшенә намыҫлы ҡарай. Шуға ла уның
хеҙмәтен Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, район хакимиәте юғары баһалап, Маҡтау грамоталары менән бүләкләп тора.
Тәбиғәткә ғашиҡ ир үҙ балаларын да матур итеп үҫтерергә, хеҙмәткә һөйөү уятырға, уларҙа тирә-яҡҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырыша. Өлгөлө ғаилә теплица тота, йәшелсәләр үҫтереп тә һата. Һәр яҡлап уңған һәм үрнәк булған урмансыны һәм уның барлыҡ коллегаларын һөнәри байрамы менән ҡотлап, уңыштар ғына теләйбеҙ!
Һүрәттә: Фаил Ниғәмәтов коллегаһы Ирәндек Күскилдин менән.