Йыл башынан уларҙың тормошо ҡайнай: гастролдәр, тамашалар, премьералар... Күптән түгел генә Өфөнән ҡайттылар. Баш ҡала тамашасыһы «Тере тупраҡ» һәм «Әүлиә»не күреп, сибайҙарҙы көслө алҡышҡа күмде. Әле, ял итеп тә тормаҫтан, апрелдә сәхнәгә сығарыласаҡ 3 премьераға әҙерләнә башланылар. Ни тиклем генә эштәре тынғыһыҙ, көсөргәнешле булмаһын, Сибай театры коллективының күңеле көр. Кәйеф күтәренкелеге менән халыҡҡа рухи байлығыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе еткерә, ҡай ерҙәлер уйланырға, иларға, йә көлөргә, хыялланырға форсат бирә. Абруйлы, билдәле, тәжрибәле актерҙары ла, улар ағымына ҡушылған йәш көстәр ҙә берҙәй талантлы, үҙҙәренә тәғәйен ролде оҫта итеп башҡара. Шуға ла беҙ Сибай театрын яратабыҙ! Киләсәктә лә һәр сығышығыҙ көслө алҡыштарға күмелһен!
Һүрәттә: йәш актерҙар Нәфисә Мәзитова, Айбулат Fүмәров, Эльвира Fиззәтуллина, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Гөлфиә Мәҡсүтова.