АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
11 Ғинуар 2019, 17:08

Яратҡан эш—үҙе бәхет

13 ғинуар—Рәсәй матбуғаты көнөУрал аръяғының иң эре полиграфия предприятиеһы булған Сибай типографияһында Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарының, Сибай, Баймаҡ ҡалаларының башҡорт, рус телендәге гәзиттәре баҫыла. Типографияла шулай уҡ китап, журнал, проспект, буклет, плакат, листовка, календарҙар, төрлө бланк продукциялары етештерелә.

13 ғинуар—Рәсәй матбуғаты көнө
Урал аръяғының иң эре полиграфия предприятиеһы булған Сибай типографияһында Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарының, Сибай, Баймаҡ ҡалаларының башҡорт, рус телендәге гәзиттәре баҫыла. Типографияла шулай уҡ китап, журнал, проспект, буклет, плакат, листовка, календарҙар, төрлө бланк продукциялары етештерелә.
Дөйөм типография эшмәкәрлегенә килгәндә, уның директоры Булат Кәшфулла улы Абдрафиҡов 2018 йылды уңышлы тамамлап, һөнәри байрамдарын яҡшы кәйеф менән ҡаршылауҙарын белдерҙе. Производство күрһәткестәре яҡшы. Полиграфия хеҙмәттәрен киңәйтеү, технологик циклдарҙы модернизациялау, ҡорамалдар яңыртыу эше дауам итә. Етәксенең заманса технологияларҙы үҙләштереү буйынса идея, проекттары етерлек. Уларҙың барыһы ла предприятиеның конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуға нигеҙләнгән.
Шулай ҙа предприятиеның төп ҡеүәте—уның хеҙмәткәрҙәре. Коллективтың яртыһы тиерлек бөтә ғүмерен полиграфияға арнаған белгестәр. Электрон йыйыу һәм верстка операторы Миңсара Рәшит ҡыҙы Хабилова, мәҫәлән, типографияла 36 йыл эшләй.
—Сибай педагогия училищеһын тамамлап, эш эҙләп йөрөгәндә осраҡлы ғына ҡала типографияһына индем. Ҡул менән хәрефтәр йыйыусы кәрәк тигәстәр, эш ятыраҡ күренһә лә был хеҙмәткә тотондом һәм өйрәндем дә киттем,—ти Миңсара Рәшит ҡыҙы.—Башта бөтә төр баҫма продукция ҡул менән йыйылһа, аҙаҡ замана технологиялары менән бергә үҫешеп, фото баҫмаға, унан инде 1996-1997 йылдарҙа компьютерға күстек. Яратҡан эш—үҙе бәхет. Дүрт тиҫтә йылға яҡын ошонда эшләнем, тағы шулай эшләргә лә ризамын.
Тормошоноң айырылғыһыҙ һәм үтә ҡәҙерле өлөшөнә әйләнгән типографияла Миңсара Рәшит ҡыҙы күптәргә абруйлы остаз булһа, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, ҡыҙына, улына ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй, кейәү, килененә хөрмәтле ҡәйнә лә. Тырыш ханымды һәм типография хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә төбәк халҡын сифатлы баҫма продукциялары менән тотороҡло тәьмин итеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: