Нур Мәғәфүр улы Нурғәлин—«Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлегендә иң оҙаҡ эшләгән электр слесаре, электр монтерҙарының береһе. Ул 28 йылға яҡын ғүмерен ошо предприятиеға арнаған.
—Әлеге көндә беҙҙең ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса участкала 3 кеше эш-ләй. Минең кеүек үк электр слесаре Иршат Хәмитов 10 йыл тирәһе бында хеҙмәт итә. Иретеп һәм газ менән йәбештереүсе Рәис Ирмәковтың да тәжрибәһе ҙур. Остазыбыҙ Зөфәр Хөсәйенов күптән түгел генә хаҡлы ялға китте,—тип эштәре һәм хеҙмәттәштәре менән таныштырҙы Нур Мәғәфүр улы.—Яңыраҡ 5-се разряд нормаларын тапшырҙым. Fөмүмән, эшемде яратам һәм еренә еткереп башҡарырға күнеккәнмен.
Ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса участкала 25 киловольт-амперҙан алып 630 кВА тиклемге 1-се һәм 2-се габаритлы трансформаторҙар ремонтлана. Бында ҡаланан ғына түгел, бөтә Урал аръяғы подстанцияларынан сафтан сыҡҡан трансформаторҙар килтерелә һәм йүнәтелә. Участкалағы комплект трансформатор подстанцияһы мачта һәм киоск типтарындағы ҡорамалдарҙы ла хеҙмәтләндерә.
Нур ҡаланың 9-сы мәктәбендә белем алған. Уҡыусы сағында Сибайҙың 24-се һөнәрселек училищеһына экскурсияға барғандарында бындағы мөхитте үҙ итеп өлгөрә һәм киләсәктә ошонда уҡып электрик буласаҡмын тип хәл итә. Ысынлап та, юрағаны юш килә егеттең. Әлеге уҡыу йортон тамамлай һәм шул мәлдән ошоғаса яратҡан шөғөлөнә тоғро.
—1991 йыл—минең өсөн уңышлы йыл булды. Ошо йылдың февралендә Сибай электр селтәрҙәренә эшкә урынлаштым. Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы ҡыҙы Гөлнара Байышеваға өйләндем,—тип йылмая әңгәмәсем.—Кәләштән уңдым, бергә-бергә 27 йыл ғүмер итеп Эрик, Эдуард исемле ике ул үҫтерҙек. Өлкәне эшләй, бәләкәсе әлегә мәктәптә уҡый. 1997 йылда торлаҡ шарттарын яҡшырттыҡ, йәғни, үҙем эшләгән предприятие аша сират буйынса фатир алыуға өлгәштек. Был һөнәрҙе һайлағанға, башҡа эш урындары күрмәгәнгә бер ҙә үкенмәйем.
Нур Мәғәфүр улының оҙайлы намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Ошоғаса уның иң ҙур наградаһы «Башкирэнерго» йәмғиәтенең Маҡтау грамотаһы булһа, ошо көндәрҙә билдәләнгән Энергетиктар көнө уңайынан Нур Нурғәлинға республиканың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.