Һөнәри байрамығыҙ—Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә, граждандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын яҡлай, шәхси мөлкәтте, дәүләт һәм коммерция ойошмаларының матди ҡиммәттәрен һаҡлай. Кеше яҙмыштары, дөйөм дәүләт бурыстарының уңышлы үтәлеше хеҙмәткәрҙәрҙең уяулығына, профессионаллегенә бәйле. Бының өсөн хоҡуҡ һағында тороусыларға даими уҡырға, һөнәри кимәлен күтәрергә, үҙҙәренең физик формаһын яҡшы торошта тоторға кәрәк.
Айырым рәхмәткә һәм ихтирамға эске эштәр органы ветерандары лайыҡ. Улар ғүмеренең иң аҫыл йылдарын ошо ауыр хеҙмәткә—законға һәм Ватанға арнаған. Уларҙың фиҙакәр намыҫлы эше, анттарына тоғролоғо, яуаплылыҡтары өсөн баш эйәбеҙ.
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә йылыһы һәм именлек теләйем! Еңел булмаған эшегеҙҙә бары тик уңыштар юлдаш булһын!
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.