Сентябрь айында Рәсәй полицияһының патруль-пост хеҙмәте үҙенең 95 йыллығын билдәләне. Был хеҙмәт—ысын мәғәнәһендә полицияның нигеҙе. Йәмғиәттә тәртип булдырыу, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү һәм енәйәттәрҙе профилактикалау бурысы—уларҙың иңендә.
Сибай эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәте бүлегендә 50-нән ашыу полиция хеҙмәткәре эшләй. Шуларҙың береһе—эшендә юғары һөҙөмтәләр күрһәткән полиция инспекторы, өлкән лейтенант Шәрипов Илнур Наил улы.
Илнур сығышы менән Хәйбулла районы Иләс ауылынан. Сибай институтының иҡтисад факультетында белем ала. Уҡыған саҡта ул Сибай эске эштәр бүлегендә практика үтә һәм унда полицияла эшләү теләге уяна. Әрменән ҡайтҡас та Сибай эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәтенә килә. 10 йылдан ашыу эш дәүерендә өлгөлө хеҙмәте өсөн III дәрәжәле «Хеҙмәттә айырым уңыштары өсөн» һәм башҡа миҙалдарға, «Бурысына тоғролоҡ» билдәһенә, бихисап Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 2014 йылда Чечен республикаһында командировкала булып ҡайта. Быйыл Республика көнөндә иһә Сибай ҡала Советының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән.
—Эшемдән ҡәнәғәтмен, кешеләр менән аралашыу, уларға ярҙам итеү оҡшай. Патруль-пост хеҙмәтенең рота командиры, полиция майоры Фәнис Fәлимйән улы Булатовтың бүлектәге эште оҫта ойоштороуы, талапсан, тәжрибәле булыуы эшебеҙҙә ныҡ ярҙам итә,—ти Илнур Наил улы.
Илнур ҡатыны Гөлназ менән Ильяс, Тимур исемле улдар үҫтерә.
Өлкән лейтенант Шәриповты һәм уның барлыҡ коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Тынғыһыҙ, яуаплы, күп көс талап иткән эштәрендә сабырлыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ.