Бәләкәй саҡта шофер булырға хыялланмаған, техника менән ҡыҙыҡһынмаған ир-егет бик һирәктер. Әлбиттә, үҫә килә малайҙарҙың донъяға ҡарашы үҙгәрә, күңеленә яҡын өлкәгә тартыла башлай. Ә бына Йылайыр районы Матрай ауылынан Әптикәев Рәсүл Мөбәрәк улы бала саҡ хыялына ғүмерлеккә тоғро ҡалған.
«Техника ене» бик иртә ҡағылған егет Матрай урта мәктәбен тамамлау менән Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм 1974 йылда водитель танытмаһы алып сыға. Армияла ла шул уҡ һөнәре буйынса хеҙмәт итә. Ракета ғәскәрҙәренә эләккән егет ике йыл эсендә Удмурт иленең һаҙлыҡлы, батҡаҡлы ҡара урмандарын арҡырыға-буйға гиҙеп сыға. Тыуған иле алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, «Башҡорт» совхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Ауыл кешеләре бит бер эштән дә ҡурҡып тормай. Рәсүл дә ҡайҙа ҡушһалар, шунда бара: ун йыл буйы автобус йөрөтә, шунан, йөк машинаһына ултырып алып, ил буйлап йөк ташый. Совхоздың рәте китә башлағас, мәктәп автобусына ултыра.
«Мәктәптә эшләгәнемә лә 11 йыл булып китте. Элекке «Башҡорт» совхозына ҡараған унлап ауылдан уҡыусы балаларҙы мәктәпкә алып киләм, алып ҡайтам. Дөйөм эш стажым 45 йылға тулып килә инде. Эшем бик яуаплы. Яратҡас, эшләп тик йөрөйөм,— ти Рәсүл Мөбәрәк улы.
Бына шундай үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, хеҙмәтенең бөтә яуаплылығын аңлаған һәм күңел биреп башҡара белгән кеше ул Рәсүл Мөбәрәк улы. Профессиональ байрамдары айҡанлы уға сәләмәтлек һәм хәйерле сәфәрҙәр теләп ҡалабыҙ.