Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Октябрь 2018, 10:37

28 октябрь—Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ—ҡала пассажир транспорты һәм автомобилистар көнө менән ҡотлайым!Көндәлек эшегеҙ менән һеҙ ҡалалағы барлыҡ өлкәләрҙең өҙлөкһөҙ эшләүен, пассажирҙар ташыуҙы тәьмин итәһегеҙ. Шул сәбәпле бәйләнештәр нығый, иҡтисад тотороҡло үҫешә. Беҙҙең сәнәғәт һәм коммуналь предприятие-ларҙа, сауҙа һәм социаль өлкәлә юғары квалификациялы водителдәр, үҙ эшенең оҫталары эшләй. Сибай автотранспорт предприятиеһы еңел булмаған осор кисерә. Профессионаллеккә, оҫталыҡҡа эйә, үҙ тармағын яҡшы белгән коллектив проблемаларҙы ыңғай хәл итеп, килеп сыҡҡан хәлдән лайыҡлы сығыр тип ышанам.Йөк ташыусы, ҡала һәм ҡала яны маршруттарында пассажирҙарҙы ташыусы һәм башҡа водителдәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Fүмеренең иң матур йылдарын эшкә арнаған тармаҡ ветерандары айырым хөрмәткә лайыҡ. Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар, именлек, ғаилә бәхете теләйем!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ—ҡала пассажир транспорты һәм автомобилистар көнө менән ҡотлайым!
Көндәлек эшегеҙ менән һеҙ ҡалалағы барлыҡ өлкәләрҙең өҙлөкһөҙ эшләүен, пассажирҙар ташыуҙы тәьмин итәһегеҙ. Шул сәбәпле бәйләнештәр нығый, иҡтисад тотороҡло үҫешә. Беҙҙең сәнәғәт һәм коммуналь предприятие-ларҙа, сауҙа һәм социаль өлкәлә юғары квалификациялы водителдәр, үҙ эшенең оҫталары эшләй.
Сибай автотранспорт предприятиеһы еңел булмаған осор кисерә. Профессионаллеккә, оҫталыҡҡа эйә, үҙ тармағын яҡшы белгән коллектив проблемаларҙы ыңғай хәл итеп, килеп сыҡҡан хәлдән лайыҡлы сығыр тип ышанам.
Йөк ташыусы, ҡала һәм ҡала яны маршруттарында пассажирҙарҙы ташыусы һәм башҡа водителдәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Fүмеренең иң матур йылдарын эшкә арнаған тармаҡ ветерандары айырым хөрмәткә лайыҡ. Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар, именлек, ғаилә бәхете теләйем!
Р.Ә.Афзалов,
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.