Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 08:41

Моңдар алиһәһе һин, Әлиә!

Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә эшләүсе Әлиә Алмас ҡыҙы Шәйҙуллина балаларҙы сихри музыка донъяһы менән таныштыра, уларға матур йырҙар өйрәтә.

Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә эшләүсе Әлиә Алмас ҡыҙы Шәйҙуллина балаларҙы сихри музыка донъяһы менән таныштыра, уларға матур йырҙар өйрәтә.
Әлфиә һәм Алмас Хәмитовтар ғаиләһендә тәүге бала булған ҡыҙ һеңлеһе Аида менән ҡустыһы Артурға бар яҡтан да өлгө. Сибай педагогия колледжының музыка бүлеген тамамлағас, ситтән тороп Сибай институтында белем ала ул. Хеҙмәт юлын 2012 йылда ҡаланың 8-се мәктәбендә башлай. Ике йылдан 1-се мәктәпкә эшкә күсә. Әлиә Алмас ҡыҙы белем усағында уҙ-ғарылған сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәй, үҙе лә матур итеп йырлай. Уҡыусылары Әлиә Алмас ҡыҙының дәрестәрен көтөп ала. Йәш педагог Балалар ижады үҙәгенең «Йондоҙ» вокал-эстрада студияһында шөғөлләнеүселәргә лә һабаҡтар бирә. Тырыш, ижади эҙләнеүҙәр менән янып йәшәүсе уҡытыусыны уңыш оҙаҡ көттөрмәй. Бы-йыл ул «Йәш педагог» ҡала конкурсында Гран-при яулап Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының грантына лайыҡ булды. Һаулыҡты нығытыу технологиялары буйынса проекттар конкурсында 1-се урынды яуланы.
Әлиә үҙенең данлыҡлы Хәмит сәсән нәҫеленән булыуы менән ғорурлана.
—Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов 1861 йылда Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында тыуған. Мәҙрәсәлә уҡыған, рус һәм ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белгән. Ҡурайҙа уйнап көйҙәр сығарған, оҫта йыраусы булған. 1900 йылда фольклорсы М.Буранғолов Хәмит сәсәндән «Урал батыр» эпосын яҙып алған. Музыкаға булған һөйөү нәҫелдән киләлер,—тип фаразлай ул.
Әлиә Алмас ҡыҙын коллегалары өлгөлө хужабикә, һөйөклө әсә булараҡ та ихтирам итә. Улар тормош иптәше Вадим Азамат улы менән 3 йәшлек улдары Альбертҡа матур тәрбиә бирә.