Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 08:43

Хөрмәтле уҡытыусылар

5 октябрь—Уҡытыусылар көнөКүркәм йолаға ярашлы, беҙ октябрь башында уҡытыусыларҙы һәм мәғариф ветерандарын тәбрикләйбеҙ. Уларҙың эше йәмғиәт өсөн бик мөһим, шул уҡ ваҡытта яуаплы һәм һәр саҡ граждандарҙың, дәүләттең иғтибар үҙәгендә.Мәктәптәрҙә үҙен яҡшы белгән педагогтар эшләй. Улар үҙ иңдәренә һалынған ауыр йөкләмәне сабыр һәм лайыҡлы үтәп килә, профессиональ кимәлдәрен һаҡлай, заман менән бергә атлай, белем сифатын арттырыу йәһәтенән эҙләнә, инновацион белем биреү технологияларын өйрәнә. Шул рәүешле уҡытыусылар һалынған традицияны дауам итә, уның бәҫен арттыра, яңынан-яңы олимпиада һәм конкурс еңеүселәре тәрбиәләй. Һеҙҙең эшегеҙҙең төп һөҙөмтәһе—үҙенсәлекле фекер йөрөткән йәштәр, үҙ иленең, республикаһының һәм йәшәгән төбәгенең ысын патриоттары.Ҡәҙерле уҡытыусылар, һеҙҙең алда оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, тәрән зиһенегеҙ, аҡылығыҙ һәм күңел йомартлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да уңыштар, именлек, ныҡлы һау-лыҡ, маҡсатҡа ынтылыусан, өмөтөгөҙҙө аҡларҙай уҡыусылар теләйем!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

5 октябрь—Уҡытыусылар көнө
Күркәм йолаға ярашлы, беҙ октябрь башында уҡытыусыларҙы һәм мәғариф ветерандарын тәбрикләйбеҙ. Уларҙың эше йәмғиәт өсөн бик мөһим, шул уҡ ваҡытта яуаплы һәм һәр саҡ граждандарҙың, дәүләттең иғтибар үҙәгендә.
Мәктәптәрҙә үҙен яҡшы белгән педагогтар эшләй. Улар үҙ иңдәренә һалынған ауыр йөкләмәне сабыр һәм лайыҡлы үтәп килә, профессиональ кимәлдәрен һаҡлай, заман менән бергә атлай, белем сифатын арттырыу йәһәтенән эҙләнә, инновацион белем биреү технологияларын өйрәнә. Шул рәүешле уҡытыусылар һалынған традицияны дауам итә, уның бәҫен арттыра, яңынан-яңы олимпиада һәм конкурс еңеүселәре тәрбиәләй. Һеҙҙең эшегеҙҙең төп һөҙөмтәһе—үҙенсәлекле фекер йөрөткән йәштәр, үҙ иленең, республикаһының һәм йәшәгән төбәгенең ысын патриоттары.
Ҡәҙерле уҡытыусылар, һеҙҙең алда оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, тәрән зиһенегеҙ, аҡылығыҙ һәм күңел йомартлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да уңыштар, именлек, ныҡлы һау-лыҡ, маҡсатҡа ынтылыусан, өмөтөгөҙҙө аҡларҙай уҡыусылар теләйем!
Р.Ә.Афзалов,
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.