АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Сентябрь 2018, 10:00

Талапсан да, өлгө лә

27 сентябрь—Тәрбиәселәр көнөСибай ҡалаһында биш кенә йыл эшләп килгән «Әкиәт» балалар баҡсаһы ҡала күләмендә генә түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендә уңыштар яулай. Бында тәжрибәле тәрбиәселәрҙең дә, һәләтле балаларҙың да өлөшө бар.

Сибай ҡалаһында биш кенә йыл эшләп килгән «Әкиәт» балалар баҡсаһы ҡала күләмендә генә түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендә уңыштар яулай. Бында тәжрибәле тәрбиәселәрҙең дә, һәләтле балаларҙың да өлөшө бар.
Заманға яраҡлашып үҫешкән балалар баҡсаһының ҡаҙаныш-тары етәксенең тырышлығына, отҡорлоғона, шулай уҡ етеҙлегенә, сослоғона ла бәйле. Учреждение мөдире Н.А.Фәттәхова алдынғы ҡарашлы, төплө фекерле. Уның ҡулы аҫтында 34 тәрбиәсе һәм белгес эшләп килә. Баҡсабыҙ ишектәре асылған мәлдән тәрбиәселәр Исҡужина Айгөл Сәйетәхмәт ҡыҙы, Сәйетова Луиза Фәрит ҡыҙы, педагог-психолог Ниғмәтулина Юлиә Иҙел ҡыҙы, музыка етәксебеҙ Ҡашҡарова Регина Ринат ҡыҙы йөрәк йылыһын балаларға биреп, эшенә тоғро хеҙмәт итә. Коллективта айырыуса өлкән тәрбиәсе Әлфиә Әхмәт ҡыҙы Fәбитова (һүрәттә) абруй ҡаҙанған. Ул иртә таңдан кискә ҡәҙәр тәрбиәселәр һәм белгестәр менән тығыҙ бәйләнештә яуаплы эш алып бара. Өлкән тәрбиәсенең фәһемле кәңәштәре, изге уйҙары беҙгә маяҡ булып тора. Әлфиә Әхмәт ҡыҙы үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашып ҡына ҡалмай, беҙҙе маҡсатҡа ынтылырға өйрәтә, кәрәк икән талап итә. Зиһенле, әҙәпле, аҡыллы балалар тәрбиәләргә кәрәклеген көн дә иҫкәртә.
«Әкиәт»тә 14 төркөм уңышлы эшләп килә. Дөйөм балалар һаны—409. Ошо тәрбиәләнеүселәрҙең һәр береһен исемләп танып, ата-әсәләрен белеүе уның үҙ эшенә яуаплы ҡарауын һәм яратыуын дәлилләй.
Хөрмәтле өлкән тәрбиәсебеҙгә һәм барлыҡ коллегаларға киләсәктә уңыштар, яңы үрҙәр, сәләмәтлек теләйем.
Әлфиә Вилданова,
тәрбиәсе.
Читайте нас: