АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Сентябрь 2018, 11:00

Үҙ эшен яраталар

27 сентябрь—Тәрбиәселәр көнөХәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, һайлаған һөнәрен яратҡан, ата-әсәләр араһында хөрмәт яулаған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Коллектив менән дәртле һәм хәстәрлекле Р.Р.Шәрәфетдинова етәкселек итә. Ул үҙенең ойоштороу һәләте менән абруйлы. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының зауыҡлы итеп биҙәлгән, тәрбиә эше федераль дәүләт стандарттарына ярашлы башҡарыла.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, һайлаған һөнәрен яратҡан, ата-әсәләр араһында хөрмәт яулаған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Коллектив менән дәртле һәм хәстәрлекле Р.Р.Шәрәфетдинова етәкселек итә. Ул үҙенең ойоштороу һәләте менән абруйлы. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының зауыҡлы итеп биҙәлгән, тәрбиә эше федераль дәүләт стандарттарына ярашлы башҡарыла.
Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, өлкән тәбиәсе Зилә Рәуил ҡыҙы. Унһыҙ балалар баҡсаһын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ул һәр беребеҙҙең терәге лә, таянысы ла. Барлыҡ тәрбиәүи саралар уның ярҙамы менән ойошторола. Ә бына логопедыбыҙ Гөлси-нә Зөфәр ҡыҙының тәжрибәһе кескәйҙәрҙең тел үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ул һәр бала менән ихлас шөғөлләнә. Fөмүмән, беҙҙең балалар баҡсаһына осраҡлы килеп эләккән кешеләр юҡ. Педагогтарҙың һәр береһе үҙ эшен ярата, уға ижади ҡараш менән баға. Бәләкәстәр йөрәгенә изгелек орлоғо һалырға тырышып торалар, уларҙы наҙ, һөйөү менән ҡарайҙар, матур-матур саралар үткәрәләр. Нин-дәй генә төркөмгә инһәң дә, унда тилбер, арыу белмәҫ, үҙ ҡулдары менән зауыҡ тыуҙырған хеҙмәткәрҙәрҙе осратырға мөмкин. Фәһемле, эстәлекле иртәлектәр, асыҡ дәрестәр, мауыҡтырғыс байрам һәм спорт саралары, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр ойошторола.
«Йәйғор» балалар баҡсаһында бәләкәстәрҙең һаулығына ла иғтибар ҙур. Ашнаҡсылар тәмле аштары менән һыйлаһа, физик тәрбиә биреү инструкторҙары күнекмәләр эшләтә. Fөмүмән, бар хеҙмәткәрҙәр берҙәм, бер маҡсатлы булғанға бында эш тә алға бара, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы.
Рәсилә Асҡарова.
Хәйбулла районы.