Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Сентябрь 2018, 17:23

Урман шаулап үҫер...

Йылайыр урман хужалығы ҡарамағындағы Юлдыбай, Ново-Александровка һәм Ямашлы питомниктарында ағас үҫентеләре әҙерләнә. Республикала иң яҡшыларҙан һаналған Юлдыбай урман питомнигы Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Шыршы, ҡарағай үҫентеләрен бағыусы бригада менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе Азат Шәһит улы Әмәкәсов етәкселек итә.

—Питомниктың дөйөм майҙаны—13,5 гектар. Йыл һайын 1,4 гектар ерҙә 1,5 миллион ылыҫлы ағас үҫентеләрен бағып, үҫтереп алабыҙ. Уларҙың һәр бер төрөнә бер нисә йыл талап ителә. Мәҫәлән, шыршыға 3 йыл кәрәк. Питомникта имән, кедр һымаҡ башҡа ағас культуралары ла бар. Йәш шыршы һәм ҡарағайҙар республика урман хужалыҡтарында, унан ситтә лә ҙур һорау менән ҡуллана. Йәйге осорҙа бында килешеү буйынса Юлдыбай һәм уның эргәһендәге ауылдарҙан ун ҡатын-ҡыҙҙы эшкә алдыҡ. Улар түтәлдәрҙе утай, үҫентеләрҙең төбөн йомшарта, һыу ҡоя. Урманда ағас үҫентеләрен ултыртыу эшен дә улар башҡара. Үҙҙәренең тырышлығы, уңғанлығы менән башҡаларға өлгө күрһәтеүсе Фәниә Айытҡолова, Рәмилә Нәҙерғолова һәм Әлфиә Өмөтбаеваларҙың намыҫлы хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Йылайыр урман хужалығында урманды тергеҙеү эшенә бик етди ҡарайҙар. Һәр ҡырҡылған ағас урынына яңыһын ултыртҡанда ғына илдең «йәшел ҡалҡан»ын киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырырға була. Йәштәрҙең күңелендә урманға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү беҙҙең төп бурысыбыҙ һанала,—ти тәжрибәле урман белгесе.