Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Август 2018, 08:44

Тырыш төҙөп ҡыуаныр

Сибай ҡалаһында Киров урамы, 30 адресы буйынса төҙөлөп ятҡан йортта ҡасан үтһәң дә эш ҡайнап тора. Өс ҡатлы матур был өйҙө ҡыҙыл кирбестән «Ремстройцентр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөй икән. «Эш тамамланыуға табан бара. Эстә буяу-биҙәү эштәре генә ҡалды. Ихатаны төҙөкләндереү эшенә тотондоҡ»,—ти мастер Эдуард Альберт улы Исмәғилев. Берәй алдынғы эшсене фотоға төшөрөп алып гәзиттең Төҙөүселәр көнө һанына ҡуйыуға рөхсәт һорағас, Эдуард:—Был бит коллектив хеҙмәт. Һәр кемдең өлөшө бар. Мин нисек бүләйем. Төшһәк, тик бөтә ҡоллектив менән,—тине. Мин дә ризалаштым.

Сибай ҡалаһында Киров урамы, 30 адресы буйынса төҙөлөп ятҡан йортта ҡасан үтһәң дә эш ҡайнап тора. Өс ҡатлы матур был өйҙө ҡыҙыл кирбестән «Ремстройцентр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөй икән.
«Эш тамамланыуға табан бара. Эстә буяу-биҙәү эштәре генә ҡалды. Ихатаны төҙөкләндереү эшенә тотондоҡ»,—ти мастер Эдуард Альберт улы Исмәғилев. Берәй алдынғы эшсене фотоға төшөрөп алып гәзиттең Төҙөүселәр көнө һанына ҡуйыуға рөхсәт һорағас, Эдуард:
—Был бит коллектив хеҙмәт. Һәр кемдең өлөшө бар. Мин нисек бүләйем. Төшһәк, тик бөтә ҡоллектив менән,—тине. Мин дә ризалаштым.
—Йортҡа электр уты бирелгән, һыуыҡ һәм эҫе һыу, йылытыу торбалары һуҙылған, радиаторҙар ҡуйылған. Фатирҙар газ менән айырым-айырым йылытыласаҡ. Туғыҙ бер бүлмәле фатир етем балалар өсөн тәғәйенләнгән, ҡалғандары барыһы ла һатылған. Йорт файҙаланыуға көҙ тапшырыласаҡ,—тине йәмғиәт директоры Рафаэль Ибраһим улы Исмәғилев.—Киләсәктә ҡалала тағы ла ошондай 3-4 йорт төҙөргә планлаштырабыҙ.
Форсаттан файҙаланып, төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм уңыштар теләйбеҙ.
Һүрәттә: йәмғиәт директоры Р.И.Исмәғилев төҙөүселәре менән.
Читайте нас: