Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Июль 2018, 09:52

Эше барҙың ашы бар

28 июль—сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөСибай ҡалаһында «Яҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләгән Замесиндар шәхси эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнә. —Бил бөкмәйенсә, тир түкмәйенсә алдыңа аш килмәҫен ике улыбыҙ бәләкәйҙән белеп үҫте. Шуға ла улар тиҙ ҡул араһына инеп, күп эште үҙ иңенә алды, ҡатыным да, үҙем дә төптән егелгәнгә генә эшҡыуарлыҡ алға бара,—ти ғаилә башлығы Павел Сергеевич.—Заманында шахтала ер ҡуйынын аҡтарҙым, күмәртәләп һатыу менән дә шөғөлләндем. Кондитер, икмәк-булочка изделиелары етештереү, аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү күңелгә яҡын да, табышлы тармаҡ булғас, ошо өлкәгә ныҡлы тотондоҡ.

Сибай ҡалаһында «Яҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләгән Замесиндар шәхси эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнә.
—Бил бөкмәйенсә, тир түкмәйенсә алдыңа аш килмәҫен ике улыбыҙ бәләкәйҙән белеп үҫте. Шуға ла улар тиҙ ҡул араһына инеп, күп эште үҙ иңенә алды, ҡатыным да, үҙем дә төптән егелгәнгә генә эшҡыуарлыҡ алға бара,—ти ғаилә башлығы Павел Сергеевич.—Заманында шахтала ер ҡуйынын аҡтарҙым, күмәртәләп һатыу менән дә шөғөлләндем. Кондитер, икмәк-булочка изделиелары етештереү, аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү күңелгә яҡын да, табышлы тармаҡ булғас, ошо өлкәгә ныҡлы тотондоҡ.
Замесиндарҙың «Яҙ» йәмғиәтенә ингән пекарня, кондитер цехында, 7 сауҙа нөктәһендә 50-гә яҡын кешегә эш урыны булдырған. Улар араһында йәмғиәт асылғандан алып эшләгәндәре бар. Әйтәйек, «Виктория» магазины һатыусыһы Таңһылыу Риф ҡыҙы Әхмәҙуллина. Ул 13 йылдан ашыу һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндерә. Халыҡ уны яҡты йөҙлө, кеше менән яҡшы мөғәмәлә итә белгәне, иҫәпләүгә оҫта булғаны өсөн ихтирам итә. Бынан ике йыл элек декрет ялына сыҡҡас, һатып алыусылары уны юҡһынып, эҙләп бөткән. Әле ул тағы ла сафта, ошо көндәрҙә ҡояштай балҡып прилавка артында тора. Ҡыҙы Милана «Айгөл» балалар баҡсаһына барырға әҙерләнә.
Хеҙмәттәше Валентина Горькова ла магазинда 6 йылдан ашыу эшләй. Уны ла халыҡ үҙ итә, башҡарған эшенән етәкселек тә ҡәнәғәт.
Бына шундай һөйкөмлө һатыусылар эшләй «Виктория» магазинында. Тауарҙары күпкә арзан, экологик яҡтан таҙа, ассортименттары бай булғанға ла был сауҙа нөктәһендә һәр ваҡыт кеше күп була.
Һүрәттә: һатыусылар Т.Әхмәҙуллина, В. Горькова.