Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Июнь 2018, 17:43

Ике һөнәрен берләштергән

Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән Луиза Борис ҡыҙы Ваһапова мәктәпте тамамлағас та медицина колледжына юллана. Тиҫтерҙәре юғары белемгә ынтылғанда, тырыш ҡыҙ һайлаған һөнәре—шәфҡәт туташы хеҙмәте серҙәрен баштан өйрәнмәксе була. Ысынлап та, был уҡыу йортонда төплө белем ала, ауырыуҙар менән эшләүҙең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнә. Шулай ҙа башҡалар ынтылған юғары уҡыу йорто уны ла ымһындыра һәм БДУ-ның Сибай институтының биология факультетына уҡырға инә.

—Ҡулыма диплом алғанда мин уҡытыусы түгел, шәфҡәт туташы буласағымды яҡшы аңлай инем. Сөнки был һөнәргә бала саҡтан ғашиҡ инем. Дауаханалағы мөхит элек-электән мине үҙенә тартты,—ти Луиза Борис ҡыҙы.
2004 йылда ҡыҙ ике һөнәрен берләштереп Сибай үҙәк дауаханаһының балалар хирургияһы кабинетында шәфҡәт туташы булып эш башлай. 15 йыл инде ошо хеҙмәтенә тоғро ҡалған.
—Балалар хирургы Р.Ә. Утарбаев менән эшләүе еңел. Уның алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булырға тырышам. Балалар менән эшләү оҡшай, сөнки уларҙың яралары ла тиҙерәк уңала, ауырыһалар ҙа кәйефтәре шәп, үҙҙәре шаян, шуҡ була,— ти Л.Ваһапова.—Коллектив татыу, уңған һәм тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы. Быйыл медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҡала үҙәк дауаханаһы етәкселеге минең хеҙмәтемде юғары баһалап, Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Дәртләндереү сараһы киләсәктә лә тағы ла тырышып эшләүгә көс бирҙе.
Луиза Борис ҡыҙының ғаиләһе лә өлгөлө. Ире Альберт Ваһапов менән Карина исемле ҡыҙ һәм Айҙар атлы ул үҫтерәләр. Карина ошо көндәрҙә 9-сы класты тамамлап, төп дәүләт имтихандары тапшырған. Киләсәктә ул ҡартәсәһе Роза Мөхтәр ҡыҙы Ваһаповаға, әсәһенә оҡшап медицина юлын һайларға иҫәп тота. Ә кескәй Айҙарға әле 5 кенә йәш.
Гөлдәр Иҙрисова.