Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Был көндө бөтә замандарҙа ла айырым ихтирам һәм почет менән ҡулланыусы аҡ халатлыларҙы тәбрикләйбеҙ. Һеҙ кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тораһығыҙ, эшегеҙ Гиппократ антына тоғролоҡ, яҡшы белем генә түгел, сыҙамлыҡ, һиҙгерлек һәм күңел йылылығы ла талап итә. Табип ғүмере буйы белем эстәй һәм уның һәр көнө ябай булмаған хәлде көйләп үтә.Хәҙерге көндә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялауға ҙур иғтибар бүленә. Медицинаға юғары технологиялар индереү, клиникаларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу арҡаһында табип хеҙмәттәренең сифаты күтәрелә, ҡаты ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Ҡалаға медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса эш яҡшы ҡуйылған. Йәш белгестәрҙең һөнәри үҫешенә шарттар булдырыла, социаль-көнкүреш мәсьәләләре хәл ителә. Сибай ҡалаһының һаулыҡ һағы учреждениеларында үҙ эшенең оҫталары тупланған. Байрам көндө уларҙың күбеһе үҙ посында буласаҡ: операция өҫтәлдәре артында, бүлектәрҙә дежурлыҡ итәсәк, бала табыу йортонда, «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә эшләйәсәк. Барығыҙға ла намыҫлы хеҙмәтәгеҙ, юғары исемгә тоғро булыуығыҙ, кешеләргә иғтибарығыҙ һәм һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Пациенттарығыҙҙан тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетергә яҙһын!Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов.