АТАЙСАЛ
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
13 Октября , 06:00

БЕЙӘНЕҢ АЯҒЫ ДҮРТӘҮ

…Мин эштән ҡыуылдым.Дөрөҫөрәге, 33-сө статья менән янай башлағастары, үҙ теләгем менән эштән бушатыуығыҙҙы һорайым, тип ғариза яҙҙым.Ни өсөн ҡыуырға уйлағандарын да төшөнөп етмәнем: сәхнәгә эскән килеш сыҡҡаным булманы, спектаклде «сорвать» иткәнем юҡ. Кеше ғаиләләрен боҙманым! Амораль аҙымдарға барғаным булманы. Валлаһи!Кадрҙар бүлегенән хеҙмәт кенәгәһен инеп алып, күңелһеҙ генә театрҙан сығып киттем.Хушығыҙ, хыялдарым! Хушығыҙ, мин уйнап өлгөрмәгән ролдәрем!Илап ебәрмәйем тип саҡ тыйылып торам. Фатирыма ҡайтҡас олормон, кеше күрмәгәндә!

Добавить в предпочтительные источники Google


* * *

Документтарымды йыйнап, табаҡ-табаҡ «объяснительное» тотоп, киттем культура министрына. Йәнәһе, ғәҙеллек өҫкә сығырға тейеш, мине ҡыуыу бер ниндәй законға ярашһыҙ.
Өфөгә шылтыратып, ҡабул итеүҙәрен һораным. Фәлән көнгә яҙҙыҡ, килерһегеҙ, тинеләр.
Шулай иртә менән министрҙың кабинеты төбөндә ултыра инем. Минең сиратым еткәйне генә — министрҙың районға, һабантуйға ҡабаланыуы асыҡланды.
— Мине районда көтәләр, икенсе аҙнала ҡабул итергә тырышырмын…
Һемәйеп ултырып ҡалдым.
Министрым дөм ғара текә машинаға ултырып, ниндәйҙер районға сығып китте.
* * *

«Ҡуйсы, Венера, был тиклем дә ыңғайһыҙ көн булыр икән!»
Тамаҡ ялғап алып юлға сығайым тип, министр ысталауайының ишек тотҡаһына үрелгәйнем генә — ҡаршыма тв режиссёры, минең яҡташым Флүрә килеп сыҡты!
— Аһ! Аһ! Ништәп йөрөйһөң, Венера?
— Тамаҡ ашарға инеп киләм. Шунан берәй нәмә килеп сыҡһа, Баймаҡ, Сибай яҡтарына ҡайтыу.
— Бирәһе килгән ҡолона тигәндәй… Бына беҙ «Баймаҡ һабантуйын» төшөрөргә китеп барабыҙ. Бар, тиҙ генә инеп тамағыңды туйҙыр ҙа, беҙҙең «Газель» менән барырһың!
— Ярай, рәхмәт, хәҙер тиҙ генә сәй һемерәйем дә… Көтөп тороғоҙ, әтеүһә!
* * *

Төш етмәҫ элек ҡуҙғалдыҡ Баймаҡҡа.
Бер оператор, режиссёр Флүрә, һабантуйҙа бүләккә тип өр-яңы эйәр, йүгән тотоп алған Марат исемле иркәй — «Газель» менән ҡуҙғалдыҡ, ниһайәт!
Юлыбыҙ урау булды: Стәрлегә, Салауатҡа, Күгәрсенгә һуғылдыҡ, тағы бәләкәс ауылдарға ҡаҡлығып, төштән һуң ғына Талҡаҫ күленә килеп еттек.
ТВ ҡунаҡтарын тирмәләргә урынлаштырҙылар. Марат Сибайға таныштарым алып ҡайтырға тейеш тигәс, күл буйына төшөп әйләнмәксе булдым.
Етеүен еткәс, һабантуйҙы ла күреп ҡайт, тип әйткәстәре, ҡалырға булып та киткәйнем… Күптән ат сабышын да, милли көрәште лә ҡарағаным юҡ. Бауыр аҫтына ел үткәреп, кеше күреп, аралашып, ат сабышын, батырҙар көрәшен ҡарарға хыялланып ултырам үҙем.
* * *

Түрә-ғараға, район ҡунаҡтарына, Өфө ҡунаҡтарына банкет залында табын әҙерләгәндәр.
Флүрә минең бөйөрөмә төрттө: әйҙә беҙҙең менән ҡунаҡ булып сыҡ.
Ыңғайһыҙыраҡ булһа ла, инмәй хәл ҡалманы.
Эйәрен йөкмәп Марат та инеп ултырҙы.
Атаҡ!
Мине бөгөн ҡабул итмәгән министр ҙа минең менән бер табында ултыра!
Бер утта, бер ҡаҙанда ҡайнаған бишбармаҡтан икебеҙ ҙә тәғәмләнеп ултырабыҙ.
* * *

Табында нимә генә юҡ!
Беҙҙең Баймаҡ (маҡтаныу булмаһын) аш-һыуға маһир шул. Күгәрсен һөтө генә юҡ тип ултыра инем — режиссёр Күгәрсен районында күстәнәскә тип ҡойған бер «пепсик» һөттө апҡайтырға ҡушты.
Табаҡ-табаҡ бишбармаҡтар ашалып бөтөүгә, былау, оло тәрилкәләр менән билмәндәр, тултырылған ҡаҙҙар, көбө-көбө ҡымыҙҙар, туҫтаҡ-туҫтаҡ һурпалар килеп ултырҙы. Бер ашамлыҡты алып китеп торалар, уларҙың урынына өр-яңыһын, боһорап торған яңы ашамлыҡ, эсемлектәрен килтереп торалар.
Араҡы менән шараптың иҫәбе юҡ!
Бер аяҡсы ир табынды күтәреп алып бара. Теле телгә йоҡмай, бер тост артынан икенсе, өсөнсө тосты күтәртә.
— Хөрмәтле тамашасылар, юҡ, хөрмәтле тамаҡ ашаусылар, бөткәнсә эсәбеҙ! Өфө ҡунаҡтарын нисек хөрмәт иткәнегеҙҙе иҫбатлап ҡуйығыҙ!
Район мәҙәниәт һарайының әртистәре инеп бейеп, йырлап, ҡурай тартып сығып китәләр, улары бөтөүгә таҡмаҡсы ҡатындар йырлап-бейеп сыға, улар тамам арығас, табындағы йырсыларға сират етә.
Ике меңенселәрҙең башы ине. Колхоз-совхоздарҙың малы яйлап бөтөп барған мәле ине.
Ҡаҙы менән ҡартаның бик мул туралғанына ҡарағанда, өс-дүрт баш йылҡыны һуйғандарҙыр, тип уйлап ултырам.
* * *

Мараттың туғаны килеп етеп, Флүрәгә рәхмәт әйтеп, Сибайға ҡуҙғалдыҡ.
Юл буйы ҡара яҙҙан сәсеүҙә йөрөп, көнгә дөм ғара булып көйгән ҡустыларымды уйлап ҡайттым: бөгөнгө табын уларҙың төштәренә лә инмәй торғандыр инде!
Исмаһам, эш хаҡын да етәрлек алманылар, сәсеүҙе бөткәс, иллешәр һум премия биргән булдылар үҙҙәренә.
Мине министрҙың ҡабул итмәүе пүстәк улар алдында!
* * *

Ауылда һис кем эшһеҙ ятмай. Ҡустылар йылҡы көтөргә сыҡҡандар.
Ишек алдына ҙур алюминий бак индереп ултыртып ҡуйғандар. Әсәйем шуның эсен-тышын көл менән ағартып йыуып ултыртып ҡуйған.
— Самый бейә һауырға ҡайтып төштөң, апый. Иртәгәнән бейә бәйләргә тип торабыҙ, Алла бирһә!
Әсәйгә бригадир Ғәленур ағай ҡымыҙ бешерһең тип көбө, бешкестәр алып килеп киткән икән, әсәй көбөләрҙе ҡырып йыуып, ыҫлап та бөткән.
— Һауабыҙ уны!.. Ҡул ҡаушырып ултырырға ҡайтманым! Йылан тотоп бирһәгеҙ, уныһын да һауам! Эштән ҡурҡҡан юҡ!
Үҙемә генә тәғәйен ат та биреп ҡуйҙылар — атлы булдым! Байыным!
Таң менән атты егеп алам да, үркәс-үркәс ҡаялы Ирәндеккә, Ишбирҙегә елдерәм!
* * *

Йылға буйына ғына бер вагончик алып килеп ултыртҡандар. Тағанға эленгән ҡара сүлмәк, ҡара ҡомған да йылға буйында ғына.
Иий, ожмах инде бейә бәйләй торған еребеҙ. Күңелем булды.
Мин килеп төшкәндә йылҡы көтөүсе егет сәй ҡайнатып алған да, хуш еҫле сәй бешереү менән мәшғүл ине. Сәйнүген көл өҫтөнә ултыртты ла, беҙгә ҡаршы килеп аттың башынан алды, маңлайынан һыйпаны.
— Тррр… Нисек килеп еттегеҙ, апай? Һаумыһығыҙ?
— Имен генә килеп еттем әле. Тыңлаусан ғына икән аты ла. Үҙем егеп сығып киткәйнем. Күптән атты еккәнем юҡ ине. Ҡулдар иҫләй икән дәһә.
Юлда туғарылманыҡ — арбанан төшөп, ике ҡуллап көтөүсе менән килеп күрештем.
— Хәсән булам. Мин ҡусты булам һеҙгә. Беҙ туғандар.
— Бик яҡшы… Венера апайың…
— Апай, бына ярты сәғәттән тәүге һауын инде… Егеттәр иртүк Ирәндеккә менеп китте.
* * *

Ул арала көтөүселәрҙең һайт-һайты, һыҙғырғаны, сыбыртҡы шартлағаны, йылҡы сырҡырағаны яҡынайҙы ла, Ҡыҙҙар ташы яғынан ерҙе ҡаплап, бер-береһен тапарҙай булып төшөп килгән йылҡы малы күренде.
Дөп-дөп килгән тояҡ тауыштары һауаға таралды.
— Сәйләп өлгөрәбеҙ әле, апай. Бейәләр аҙыраҡ һыуынһындар, — Хәсән ҡусты сүлмәкте лә өҫтәлгә алып килеп ултыртты. — «Супчик дня!» бешерҙем, хөкүмәт өйрәһе!
«Ах, кисәге ҡарта, ҡарындар ҡайҙа икән? Көтөү көткәндәргә ярап ҡалыр ине!»
* * *

Шулай итеп, мин уйламағанда һауынсы булып киттем.
Егерме бер бейә, биш тапҡыр һауын — тимәк, көнөнә йөҙ ҙә биш бейәне гөбөрҙөгө сығарам.
Ике-өс көн өйрәнеп китеүе ауырыраҡ булды. Һәр бейәнең үҙ холҡо, үҙ фиғеле. Шартылдата тибеп ебәргәндәре лә бар.
Ҡатын күнмәгән эш юҡ икән ул.
Күндем. Күндем генә түгел — яраттым!
* * *

Бейәләремде яраттым!
Әсәйҙәре менән ҡолонҡайҙары ҡушылған мәлдә һауала әйтеп аңлата алмай торған рәхәтлек хасил була. Бәләкәс ҡолонсаҡтар әсәйҙәренең имсәктәренә йәбешәләр.
Әсәйҙәре ҡолонҡайҙарына тип һөттәрен «урлап» ҡалдыра, күрәһең: ҡолонсаҡтарҙың ирене ап-асыҡ күбек була! Күҙҙәрен йомоп, сикһеҙ рәхәтлек кисерә торғандарҙыр ҡолонсаҡтар!
Миңә былай шул мәлдә ысын рәхәт була!
* * *

Өйөр айғырының исеме — КАРМЕН!
Ыҫмала һымаҡ сөм ҡара ул. Ялы торғаны ебәк! Һәр тауышҡа һиҫкәнеп, күҙҙәрен алартып, ҡолаҡтарын ҡайсылап, танауҙарын ужғыртып, торған урынында ер сапсып торған айғыр!
Өйөрҙә һауын бейәләренән башҡа бер ап-аҡ ҡына байтал бар!
Ана шул байталды ныҡ ҡыҙғана ине Кармен!
Байталға диңгеҙ күбеге һымаҡ ебәк яллы булғаны өсөн Диңгеҙбикә тип исем ҡуштым! Йәнәһе, был байтал бейә малынан тыумаған, диңгеҙ күбегенән хасил булған!
Бәлки, бейә малы өсөн бындай исем юҡтыр ҙа!
Ана шул Диңгеҙбикәне ныҡ яраттым… Йәнемдән артыҡ күреп яраттым!
Ул миңә яйлап эйәләште. Ялдарынан һыйпатты. Яраттырҙы үҙен!
Донъялағы иң саф күңелле, матур һынлы, ебәк яллы, затлы тоҡомло Хоҙай бүләге һин! Минең йәндәремде имләүсе, йөрәгемде дауалаусы!
* * *

Сентябрь аҙағына тиклем бейә һауҙым!
Совхоздың эшселәренә түләнмәгән эш хаҡтары ҡалған булған. Эш хаҡы урынына күмәртәләй ҡымыҙ алып эсеп рәхәтләнде халыҡ.
Әсәй менән миңә, йылҡысы егеттәргә мең-мең рәхмәт яуҙырҙылар. Күңелем үҫте. Ерҙән һауаға тиклем үҫте күңел тигәнем!
Төштәремә инеп ыҙалатҡан театр, сәхнә яйлап онотолдо. Һағыныуым һүрелде.
Ошо үркәс-үркәс Ирәндегем, ер биҙәге — йылҡы, ҡолонсаҡтарым, аҡ күбектән генә хасил булған Диңгеҙбикә, йөрәкте, йәнде дауалаған ҡымыҙы булмаһа, аҡылдан яҙһам да яҙған булыр инем…
* * *

Кире Сибайға ҡайттым.
Министрға тип йыйған документтарымды тураҡлап ташланым. «Аҡҡа төшкәнсә, нейгә төш!» тиме әле беҙҙә боронғолар?!
Ябыҡ ишектәрҙе яңынан шаҡып йөрөгөм килмәне.
Болоҡһоу, күңелһеҙ мәлдәремдә ауылға ҡайтырға тырыштым.
Тәбиғәттең көрәнгә ингән бер мәлендә, ҡустымдың атын егеп, тағы Ирәндеккә, Ҡыҙҙар ташына барып ураным.
Диңгеҙбикә менән Кармен Ҡыҙҙар ташында икәү генә, бер-береһенең муйындарын иркәләйҙәр. Ебәк ялдарын көҙгө елдәр тарай ине!
— Диңгеҙбикә! Кармен! — тип ҡысҡырҙым.
Ирәндекте яңғыратып Кармен кешнәп ебәрҙе! Тау-таш һелкенеп, урман шауланы! Үркәс ҡая баштарынан бөркөт осоп сыҡты!
* * *

Ажғыр бурандары, сатнап торған һалҡындары менән ҡыш килде!
Ауылға кире ҡайттым.
Һуғымдар башланды.
Бер көн шулай бер өй аша йәшәгән еңгәм килеп инде.
— Гөлшат ҡәйнә, Винира бикәс, теге ней бит әле! Өфөнән түрәләр килгәндәр. Төпкөлдә салғандар инде уларға йылҡы. Эсәген шунда ғына йыуайыҡ. Ней әле, уыл ищщү. Ҡаҙы тығып бирегеҙ тип әйтәләр, тей. Бисәләре эсәк менән булышып ултырмайҙар инде. Үҙебеҙгә лә йәшереп апҡалырбыҙ. Ҡартаһын да йыуып алырбыҙ үҙебеҙгә! Улар эскән кешеләр ҡаҙыны һанап торорҙар, тиһеңме?
Риза булдыҡ.
* * *

Төпкөлдә боҙло һыуҙа бармаҡтарҙы өшөтә-өшөтә эсәк йыуҙыҡ. Ат санаһына һалып, Хәмиҙә еңгәйҙәрҙең урамына индерҙек, бушаттыҡ. Аласыҡтарын имшетеп ҡуйғандар икән, шунда ҡаҙы тыҡтыҡ.
Ҡәҙимге кисләп китте.
Аласыҡ соланында йылҡы итен һанлап элеп бөткәндәр. Ап-аҡ һимеҙ ите! Төптәрәк Хәмиҙә еңгәйҙәрҙең үҙҙәренең һуғымы эленеп тора.
* * *

— Өфөнән килгән түрә мынауы ятҡан Әлмөхәммәттән икән дә сығышы! Бынан килеп һуғым алмаһалар, Әбйәлилдә мал бөткәнме икән?
— Кем икән ул? — эсем тартып ҡуйҙысы.
— Вәкил тинеме шул ағайың. Ул ней йыл һайын беҙҙән һуғым алып ҡайта бит. Анауы… Хәммәт бабайҙың улы менән бергә БСХИ-ҙа бергә уҡығандар, тей.
— Вәкил… Булды шул шулай егет…
— Әә, шулай икән дә… — әсәй арлы-бирле хәбәргә ҡыҫтырылып тора.
— Бына, Винира, БСХИ егеттәре менән йөрөгән булһағыҙ, ошо мәлдә түрә бисәләре булып, әлләгем булып һимеҙ ҡаҙы ашап ултырыр инегеҙ…
Хәмиҙә еңгәй һүҙ эҙләп кеҫәгә инмәй, урыҫ әйтмешләй. Хәбәрҙе ҡоя.
— Крутой машина менеп килгәндәр. Бер йылҡы һыйырлыҡ арты! Бына мин дә институт бөтһәм, ауылда йөрөмәҫ инем. Йылайырҙа ғына уҡығас, сыуын алыуҙан бушамайым. Ярай. Уныһына ла шөкөр. Ҡарале, Гөлшат ҡәйнә, йәш кенә бейә малы булһа ла, ниндәй һимеҙ булған, шыр май!
* * *

— Кем тигән бейәне һуйғандар һуң?.. — әсәйем Хәмиҙә еңгәйгә төбәлде.
— Теге аҡ ҡына байтал йөрөнө бит әле өйөрҙә.
— Диңгеҙбикәме әллә? — мин ҡурҡып ҡына еңгәмә баҡтым. — Ул түгелдер?
Кире яуапҡа өмөтөм бар әле…
— Шул. Диңгеҙбикә шул… эсенән ҡолоно сыҡҡан. Дөм ғара…
Ағайың әйтеп ҡараным ул, тей… был бит айғырға ятҡан!Ништәп улай булһын тип ҡыр талаша ла ҡуя, тей. Институт бөткәс белә тигәндер ағайың… беҙ ней техникум ғына бөткәс, буҡты беләбеҙме?
Миңә һалҡын һыу һиптеләрме ни…
Иҫемде йыя алмай ултырҙым бер талай.
* * *

Тышта ирҙәр тауышы ишетелде. Октябрят ағай аласыҡҡа башын тыҡты:
— Бөттөгөҙмө, Хәмиҙә?
— Бөттөк… — Хәмиҙә еңгәй оло табағын күтәреп тышҡа сыҡты.
Беҙ артынан эйәрҙек. Һуҡмыш булып алған өс ир иттәрҙе машинаға ташый башланылар.
— Аһ-аһ! Бейәнең аяғы дүртәү инесе! Ништәп бишәү итеп тейәгәнһегеҙ? Атаҡ! Беҙҙең үгеҙ ботон да тейәгәндәрсе…
Хәмиҙә еңгәм ынтылып үгеҙ ботон тартып сығарып, аласығына атланы.
Мин ҡапҡа яғына ыңғайланым.
— Венера, мине танымайһыңмы? Мин бит — Вәкил! Һеҙҙең эргәгеҙгә, һеңлемә барып йөрөй торғайным…
— Таныным, Вәкил. Танымаған булһам, еңелерәк булыр ине…
Ҡапҡаны шартылдата ябып сығып киттем.
* * *

— …Диңгеҙбикә!!!
Быуам йырылды…

 



Сулпан Әбдрәхимова.

Альбина Әхмәтшина һүрәте.

 

 

БЕЙӘНЕҢ АЯҒЫ ДҮРТӘҮ
БЕЙӘНЕҢ АЯҒЫ ДҮРТӘҮ
Автор:
Читайте нас