Хәлимә менән Вәлимә бер йәйҙә ике күрше егеткә кейәүгә сығып, бер ауылға, бер урамға килен булып төштөләр. Икеһе ике ер аяғы, ер башынан, туғандарынан, дуҫтарынан айырылып килгән йәш килен, тиҙ арала уртаҡ тел табып, ике йәш ғаилә дуҫ, татыу булып йәшәп тә киттеләр. Исемдәре лә бер ишерәк булыуымы, ирҙәренең дә бәләкәй саҡтан бергә уйнап, бергә аунап үҫеүеме, ни булһа ла, яҙмыштары, йәшәйеш-көнкүрештәре бер ни тиклем оҡшаш, хатта ки ҡабатланып барған кеүек тойолдо. Бер-бер артлы яңы урамға, күршеләр булып, яңы йорт һалып башҡа ла сыҡтылар, балалары ла бер айҙа, бер көндә тыуҙылар хатта. Ике күрше киленсәк бер мәлдә тулғаҡлап китеп, бер ваҡытта, икеһе ике бала табыу бүлмәһендә бәпесләп, бер палатала йәнәш яттылар. Шунда Хәлимәнең ҡыланыштары Вәлимәне бер аҙ аптыратып та, көлдөрөп тә ҡуйғайны.
- Вәлимә, һинең һөтөң төштөмө лә ней? Минеке юҡ ул...
-Вәлимә, һинең бәпесең кәк итте лә ләһә, нишләп минеке итмәй икән?..
-Вәлимә, нишләп минең бәпәйҙең кәкәйе шыйыҡ, һинекенеке ҡуйы ул?...
-Вәлимә, ә нишләп һинең балаң ҡара ла, минеке һары ул?
-Уй, Хәлимә, һинең ирең дә һары ла инде, минеке ҡарасман, бәпестәребеҙ атайҙарына тартҡан инде, - тип яуапланы тамам Хәлимәнең ҡаңғырғанына хәле бөткән Вәлимә.
Шунан башланып китте лә инде ике күршебикәнең бер - береһе менән ярыша-уҙыша донъя көтөүҙәре. Хәйер, береһе һәүетемсә генә, үҙ көйө, үҙ яйы менән йәшәне уларҙың, икенсеһе генә күрше йорттағы яңылыҡтар, үҙгәрештәрҙән ҡалмайым, уларҙыҡы минекенән уҙып китмәһен тип йәнтәслим ҡыланды. Вәлимәнең мөрйәһенән төтөн сыға башлау менән Хәлимәнең дә уты тоҡанды. Һыйыры мөңрәп ҡайтыуға Хәлимә лә һәүкәшен байҡап урамға атылыр ине, уныһы ваҡытында ҡайта белмәҫ, үжәт бер мал булды. Күрше кетәгендә тауыҡтары ҡытҡылдауы ишетелеү менән Хәлимә кәртәгә сабыр ине. Балаһын да Вәлимәлә күрә биреп ҡалғанса тәрбиәләп маташты, ире менән дә күрше ҡатын үҙ иренә нисек ҡарай шулай мөғәләмә итте.
Вәлимә генә Хәлимәнең эсендә нимә ҡайнағанын күрмәне лә белмәне. Иртән көлөп уянды, доньяһын яратып көттө, балаһын, ирен һөйөп баҡты. Үҙ-ара аңлашып, килешеп тормош йөгөн тартҡанға барыһы ла яйлы, ыңғай ғына барҙы. Бар ергә лә өлгөрә ине Вәлимә, ғаилә усағын да дөрләтте, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты, ауылда уҙған һәр байрам, концерт-фәлән дә Вәлимәһеҙ үтмәне. Сыңғырлатып йырлап та ебәрә, тыпырлатып бейеүгә лә төшөп китә, үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡыһа бар халыҡ хайран ҡалып тыңлар булды. Уңған, булған киленгә тел шартлатып һоҡланыр ҙа, өлгөрлөгө, бөтмөрлөгөнә аптырап бот та сабалар ине.
Артабан был ике ҡатындың яҙмышын нисек хәл итеү авторҙың яуаплылығында булғас, мин оҙаҡ уйландым. Бысраҡлыҡтан былай ҙа туйылды, әйҙә әле, Хәлимә һәм Вәлимәнең ғүмерен аллы-гөллө төҫтәр менән буяйыҡ.
... Күпме дауам итер ине был күҙгә күренмәгән ярыш, билдәһеҙ, әммә аҡыллы Вәлимәнең булышлығы менән нөктә ҡуйылды. Ҡуйылды ла, ике күршеләр бер-береһе менән тағы ла татыуыраҡ, берҙәмерәк йәшәп киттеләр.
Хәлимәнең үҙен күләгәләй ҡабатлауын күрмәне түгел, күреп йөрөнө әлбиттә Вәлимә. Бары көлөмһөрәп кенә ҡуйыр ине. Тик, осраҡлы ғына күршеләренең ыҙғышына шаһит булыу уны уйландырҙы.
Вәлимә баҡсаһында сүп утай ине. Уның түтәлдәр араһында йөрөүен тәҙрә аша "осраҡлы" ғына күреп ҡалған Хәлимә лә килеп сыҡты. Өҫтөнә Вәлимәнеке һымаҡ бер иш күлдәген кейгән Хәлимәне күреп, шунда утынлыҡта ни менәндер булышып йөрөгән ире,
-Мин Хәлимәне кәләш итеп алғайным, хәҙер бында не разберёшь, кемеһе - кем, тиҙҙән юрған араһында Вәлимә килеп сығырмы ла, Хәлимә ятырмы, тфүй, - тип сырт төкөрөп һуҡранып ҡуйҙы.
-Нишләп юҡты һөйләйһең ул, Хәниф? - Хәлимәнең тауышы ҡалтыранып ҡына сыҡты.
-Һуң, шулай булмай, күршелә ни ҡуҙғала, беҙҙә шул ҡыбырлай, күршелә ни ишетелә, беҙҙә шул яңғырай! Үҙеңдең башың юҡмы ни һинең?.. Ярай, мин, йомош менән йөрөп киләм.
Вәлимә, ишеткәндәренән уңайһыҙланып, ҡайҙа йәшенергә белмәй ыуаланды. Ул арала, Хәниф сығып та китте. Хәлимә, сеңләп кенә илап ебәрҙе. Вәлимә, үҙен-үҙе белмәй ике аралағы ел ҡапҡа аша йүгереп сыҡты ла, бөршәйеп кенә балауыҙ һығып ултырыусы Хәлимәне барып ҡосаҡлап алды.
-Хәлимәкәй, илама, матурым, тыныслан, аҡыллым. Күңелеңә ауыр алма инде Хәнифеңдең һүҙен. Ҡара әле, ысынлап та беҙ икебеҙ ике тамсы һыу кеүек булып ултырабыҙ ҙа бынау бер иш күгелйем күлдәктәрҙә.
Ә бына һиңә ошо төҫ оҡшаймы һуң?
-Ююҡ, оҡшамай, мин йәшел яратам... - тип һыңҡылданы Хәлимә.
-Бәй, оҡшамағас ней, йәшелдән алыр инең.
-Миңә һин бөтә нәмәне лә белгән, дөрөҫ эшләгән һымаҡһың, Вәлимә... Һыңҡ... Шуға һинән күрәм дә үҙем дә шулай эшләйем... Һыңҡ...
-Әй, иҫәркәй! Һәр кемдең тормошҡа үҙ ҡарашы, һәр кемдең үҙенең уй-кисерештәре булырға тейеш бит һуң! Һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө, үҙ хаталары, үҙ янылыштары. Шуға ла Аллаһы тәғәлә төрлө-төрлө итеп хасил ҡылған. Әгәр бөтәбеҙ ҙә бер иш булһаҡ, йөрөр инек анау бройлерҙар ише, алпан-толпан.
Тыныслана төшкән Хәлимә ситлектә тибенгән ҡоштарына ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
-Әйҙә, Хәлимә, былай итәбеҙ, бынан ары, һин үҙеңә нисек оҡшай шулай йәшәйһең, яраймы, был бит һинең тормошоң, барыһы ла үҙ ҡулыңда. Кемделер ҡабатлап йәшәмә, яраймы? Һинең үҙеңдең шундай матур сифаттарың күп, тырышһың, уңғанһың, донъяңды гөл итеп, өф итеп тор, йәме.
-Рәхмәт, Вәлимәү! Әлдә һин бар, барыһын да ваҡытында аңлаттың, күҙемде астың. Юғиһә, йөрөр инем, ҡартайғансы һинең күләгәң булып. Әйҙә әле, күршекәйем, сәй эсеп алайыҡ, бая һинән күреп ҡоймаҡ та ҡойғайным.
Күршеләр сырҡылдашып көлөп ебәрҙеләр ҙә, ҡултыҡлашып аласыҡҡа инеп киттеләр.
Гүзәл МУРЗАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.