Танышыуҙарының өсөнсө көнөндә ҡыҙ егеттең күҙҙәренә тура ҡарап:
- Һөйәһеңме? – тине наҙлы ла, иркә лә тауыш менән. Бер күреүҙә үк үлеп ғашиҡ булған егет башын ғына ҡаҡты. Ҡыҙ уның муйынына һырылып, үҙенә тартты. Ирен менән ирен ҡушылды. Тән менән тән дә ҡауышты ул кисте. Ә бер айҙан никах уҡытып, егет ҡыҙҙы өйөнә алып та ҡайтты.
Өҙөлөп ярата ине Самат Гөлдәрҙе. Мөхәббәтенә тилереп, ен урынына колхозда эшләп йөрөгән еренән кәләше уны ҡалаға тартты. Үҙе ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһына эшкә урынлашты, ә Самат курстарҙа уҡып сығып, нефтсе булып китте. Бер-бер артлы өс малайҙары тыуҙы уларҙың. Ғаилә ишәйеп, дөйөм ятаҡта йәшәүе ауырайғас:
- Себер яҡтарына барып, фатирлыҡ аҡса эшләп ҡайтаһыңмы әллә,тим, - тине Гөлдәре иренә наҙлы ҡарашын ташлап.
Яратҡан ҡатыны, балалары өсөн йәнен-тәнен ҡыҙғанмаған Самат китте ул тарафтарға. Вахта методы менән айлап эшләһәләр ҙә, йыш ҡына ялға ла ҡайтмай бил бөктө. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәне. Эшләп тапҡанын тиненә тиклем өйөнә ебәрергә тырышты. Ниһайәт, аҡса туплап, өс бүлмәле кооператив фатир алып ебәрҙеләр.
Яңы фатирға йыһазы, тегенеһе-быныһы кәрәк, малайҙарҙы кейендереп-ашатыу ҙа ҙур сығымдар талап итә. Гөлдәр ҙә өсөнсө баланан һуң ҡабат эшкә сығып торманы.
- Әллә тағы бер аҙға түҙәһеңме? - тине ҡатыны иренә йылы ҡарашын бөркөп.
Һөйөклөһөнөң һүҙен йыға булмаы һуң Самат! Тағы өс-дүрт йыл ситтә эшләне ул. Һирәк-мирәк ҡайтҡан саҡтарында бар ваҡытын ғаиләһе менән уҙғарырға тырышты. Малайҙары, ҡатыны менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына сыҡтылар, балыҡҡа йөрөнөләр. Ҡала ситендә генә баҡса алып ебәргәйнеләр, күмәкләшеп шунда соҡондолар.
Донъяһын етештергәндәй булып, бөтөнләй ҡайтырға иҫәп тотоп йөрөгән Саматҡа:
- Бындағылар машиналы булып бөттө. Себер тиклем Себерҙә эшләп машинаһыҙ йөрөүе әллә нисек бит әле, - тине бер кис Гөлдәре, ҡуйынында иркәләнеп.
Үҙен ирмен тип һанаған кеше берҙән-беренең теләгенә ҡаршы киләме ни – Себергә сәфәр тағы бер нисә йылға һуҙылды.
Инде машиналыҡ аҡса туплап, уны алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас:
- Барыйҙар “Жигули” алабыҙ тип, бик үтенеп һорағас, аҡсаны уларға биреп торғайным. Яҡын дуҫтар бит. Нисек бирмәйһең инде? Яйлап-яйлап түләрҙәр ҙә ул, -тине ҡатыны ғәйепле тауыш менән.
Барый тигәнең Клара әхирәнең ире. Ялға ҡайтҡанда һәр саҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Улар ҙа Саматтарҙың малайҙары тиҫтере өс ҡыҙ үҫтерәләр. Кем белә, бәлки, ҡоҙағыйҙар ҙа булып китербеҙ әле тип, бер-береһенә шаярып өндәшәләр ине хатта.
Әлбиттә, дуҫтарының яйлап түләгәнен көтөп ятып булмай. Тағы китте Самат Себергә. Ләкин был юлы сәфәре ҡыҫҡа булды уның. Бер аҙ эшләп, сираттағы ялына Ишембайға ҡайтып төштө. Кисләтеп кенә фатирына килеп ингәндә өйҙә малайҙары ғына ине.
“Әсәйем Клара апайҙарға барып киләм тип киткәйне”, -тине яңыраҡ мәктәпте тамамлаған малайы.
Самат йыуынып сығып, тамағын туйҙырҙы ла, ҡатынын көтә башланы. Уныһы оҙаҡлағас, артынан әхирәттәренә барып килергә лә уйлағайны, нисектер килештермәне. Малайҙары йоҡлағас, Самат икенсе ҡаттағы балкондарына сығып ултырҙы. Инде төн уртаһы етеп, ҡатынына берәй нәмә булдымы әллә, тип хафалана уҡ башланы. Шул мәл уларҙың ишек алдына “Жигули” килеп туҡтаны. Барый машинаһынан сыға һалып асҡан ишектән Гөлдәре килеп төштө. “Күрәһең, бик һуңға ҡалғас, Барыйҙан килтереп ташлатҡандыр”, -тип уйлап, уларға өндәшергә ауыҙын асып та өлгөрмәне, ҡатыны юлдашының муйынына аҫылынып, ҡуйынына һырылды. Тегенеһе уны ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ирендәренә үрелде.
Күргәндәренә иҫен-аҡылын йыя алмай урынынан тороп баҫҡан Саматҡа ишек алдын яҡтыртҡан утлы бағана ла, машина менән кешеләр ҙә ҡапыл ғына сайҡалып киткәндәй тойолдо. Ул бәүелә бирелеберәк балкон ишегенә табан бер-ике аҙым атланы һәм, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, “гөрҫ” итеп иҙәнгә ҡоланы.
Ҡапыл тетрәнеүҙән ярты кәүҙәһен паралич һуғып, телһеҙ ҡалған Самат дауаханала ғына иҫенә килде. Типһә, тимер өҙөрҙәй еренән ҡапыл ғына тыуған сабыйҙан да былайыраҡ хәлгә тарыған ир, ни уйларға белмәй, тик бушлыҡ ҡына тойҙо башта. Аҙаҡ барыһы ла бөтә ысынбарлығы менән күҙ алдына баҫып, бөтә тәнен, йәнен биләп алды һәм түҙеп торғоһоҙ ғазапҡа әйләнде.
Янына көн һайын килеп йөрөгән малайҙары бер аҙна уны ауыр уйҙарынан арындыра ине. Тәүҙә ҡатыны ла йыш ҡына килгеләне. Бер нәмә лә булмағандай, йылмайып-көлөп һөйләште ул. Тик ҡапыл ғына уның дауахана юлына эҙе һыуынды. Самат аҙаҡ ишетеүенсә, әсәләре аталарын инвалидтар йортона урынлаштырырға юллап йөрөгәнен белгән малайҙары быға теше-тырнағы менән ҡаршы төшкәндәр.
Айҙан артыҡ дауаханала ятҡырып, бер көндө уны фатирына килтереп ҡуйҙылар. Хәҙер инде уның донъяһы бәләкәй генә йоҡо бүлмәһенең дүрт стенаһы эсендә сикләнде. Карауатында хәрәкәтһеҙ ятҡан килеш төрлө ҡараңғы уйҙарға сумып, инде ғазапҡа әйләнгән ғүмер минуттарын һанайһы ҡалды.
Малайҙарына рәхмәт. Буш ваҡыттарын улар аталары янында уҙғарырға тырыштылар. Ләкин балаларының йәлләү тулы ҡараштарын күреү, бигерәк тә улар ярҙамында хәжәттәрен үтәү әйткеһеҙ ҡыйын ине. Самат балаларын йыш мәшәҡәтләмәҫ өсөн мөмкин тиклем аҙыраҡ туҡланырға тырышты. Ләкин улары йә үҙҙәре әҙерләй һалып, йә әсәләре “шаҡ” иттереп янындағы ултырғысҡа ултыртып сығып киткән ашандыны көсләп тигәндәй ҡалаҡлап ауыҙына ҡаптырҙылар. Өйҙә һирәк күренгән Гөлдәр менән бығаса ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән малайҙары араһында йыш ҡына тауыш сығыр булып китте. Һүҙҙең ни турала барғанын аңлап, Саматтың йөрәге әрнене.
Көҙ еткәс, өлкән малайын әрмегә алдылар. Китер алдынан улы янында оҙаҡ ҡына ултырҙы һәм:
-Атай! Нисек кенә булма – һин барыбер беҙгә кәрәкһең, -тине уның ҡулдарын һыйпап.
Һалҡын ғына көндәрҙең береһендә Гөлдәре Барыйҙы эйәртеп ҡайтып инде. Үҙе сисенә һалып кухняға уҙҙы, ә “бажа” асыҡ ишектән башын ғына тығып, Самат менән иҫәнләште лә, күршеләге йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Бер аҙҙан, ҡулдарына рюмкалар менән аҙыҡ һалынған тәрилкә тотоп, Гөлдәр ҙә шунда йүнәлде. Янынан үткәндә аяғы менән тибеп, Самат ятҡан бүлмәнең ишеген ябырға ла онотманы.
Тәүҙә йоҡа ғына стена аша ишетелгән көлөшөп һөйләшеү, ә аҙаҡ Саматҡа яҡшы таныш, күптән түгел генә уны ләззәткә сумдырып, бөткөһөҙ дәрт биргән, ситтә сағында төштәренә кереп яфалаған өндәр, “аһ-оһ” уның йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалып, был мәлдә үҙенең көсһөҙлөгөн тойоу тамуҡ ғазабынан да былайыраҡ минуттар кисерергә мәжбүр итте. Уларҙы ишетмәҫкә тырышып, башын мендәр аҫтына тыҡты. Ләкин йөрәкте томалап булмамы ни?! Ундағы әрнеү күҙ йәштәре булып сикәһенән аҡты. Бик түҙеп торғоһоҙ, һуңғы сиккә еткән саҡтарында ирҙәр ҙә илай ул.
Был уйнаш балалар өйҙә юғында йыш ҡына ҡабатланып торҙо.
Яҙ урталарында өйгә ҡатыны менән бер нисә ир килеп инделәр һәм йыһаздарҙы сығарып, машинаға тейәй башланылар. Затлыраҡ әйбер-ҡараны алып сығып бөткәс, ҡатыны Самат янына керҙе һәм, баҡсаға барып йөрөй күрмәһендәр, һаттым мин уны, тип кенә сығып китте.
Өс көн үткәс, күп илауҙан күҙ-башы шешенеп бөткән Клара килеп, Барыйҙың үҙен ташлап, Гөлдәр менән күрше ҡалаға күсеп китеүҙәрен һөйләп сыҡты.
Бынан һуң биш йыл ғүмер уҙып китте. Саматтың өлкән улы әрменән ҡайтып, өйләнде. Хәҙер үҙе малай үҫтерә. Уртансыһы әлеге көндә хеҙмәт итеп йөрөй. Кесеһе лә һөнәрселек училищеһын тамамлай. Ә Самат…Самат ни хикмәттәндер аяғына баҫты. Тотлоға-тотлоға булһа ла һөйләшеп алып китте.
Күптән түгел хәл белергә индем. Ейәне менән уйнап, уны ҡарап торорға ҡулынан килгәненә шатланып, күҙҙәрендә бәхет осҡондары сағылған Самат ағай:
- Аллаға шөкөр, үҙем ярҙамсыға әйләндем әле. Кеше ҡулына ҡалыуҙан да ауыры юҡ. Хәҙер көндән-көн үҙемде нисауа тоям. Хатта бер көн Клара килеп мине күрҙе лә: “Әйҙә, тегеләргә үс итеп өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ”, -тине әле, - тип көлөмһөрәне һәм бер аҙ моңһоуланып өҫтәп ҡуйҙы. – Гөлдәр инеп сыҡты әле…Судлашып фатирҙы бүлеп алырға йөрөй…
Бер аҙ донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырғас, ағай тағы һүҙҙе ҡатынына борҙо:
- Малайҙар өйгә аяҡ баҫтырмаҫҡа ҡуштылар ҙа ул. Тик һаман яратам бит мин уны…Мужыт кире ҡайтыр, ә?..
Әй, бахыр өмөт һәм бахыр әҙәм балаһы!
Ә, бәлки, ысынлап та, бер ни булмағандай, юха йылмайып, ҡайтып та инер. Булмаҫ тимә…Тик ул һиңә бәхет килтерер микән?
Мөҙәрис Багаев.