Әҙәби мѳхит
19 Апреля , 15:35

Мам

  Йыһан мәртәбәле генә башын юғары тотоп текә машинаһынан төштө. Ҡыҙы йәшәгән кейәү йортона ҡунаҡҡа килеүе, был уның йыл да ошо көндә ҡабатланып килгән маршруты тип әйтергә лә була, һәр хәлдә хаҡлы ялға сыҡҡас был миссияһын теүәл үтәргә тырыша.


 23 февраль бөгөн, берҙән бер кейәүен ҡотларға теләй, ҡиммәтле генә ирҙәр футболкаһы һалынған матур ҡатырға пакетты, тортты артҡы ултырғыстан алырҙан алда асыҡ ҡапҡанан кейәүенең ихатала йөрөүенә ихтибар итте. Сәс-башын рәтләгән булып, һуңынан машинаһын тикшергән булып, бер аҙ тотҡарланыуы, үҙенсә көтәүелләүенән ине. Бына Сергей Васильич ҡосағын йәйеп ҡаршы сығыр, хәл-әхүәлен һорашыр, өйҙәренә әйҙүкләр.
  Кейәү булып килгән йылдары шулай булды, хәҙер үҙгәрҙе кейәүҙәре, үҙгәрҙе...
  Үҙен күрмәмешкә һалышҡанын  аңғарһа ла, Йыһан асыҡ йылмайып кейәүе янына ашыҡты.
   -Ҡотлайым Сергей Васильич байрам менән. Хәлдәрең нисек? Альбиночка өйҙәлер, бына тәмле торт менән сәйләп алырбыҙ байрамығыҙ хөрмәтенә.
 -Өйҙә, өйҙә...Спасибо!
   Бүләгенә ихтибар ҙа итмәй, ауыҙ эсенән мығырҙанып, ҡулын таҙа салфеткаға һөртөп, машинаһы яғына ыңғайлаған кейәүе яғына ҡарап торғас, Йыһан кейәүенең өйөнә үтте.
   Кейәүенең өйө тип әйтерлек тә шул, үҙҙәре ҡыҙҙарына алып биргән ике бүлмәле квартираһын һатып, туй аҡсаһын, Йыһандарҙан ҙур ғына сумма  бурысҡа аҡса алып, өйләнгәс тә ошо мөһәбәт йортто һатып алдылар. Бына машинама, туйға тип алынған кредитты түләп бөтөрмөн дә, һеҙгә тағы кредит алып түләрмен, тип тә вәғәҙәләгәйне лә кейәүҙәре, нисек итеп бер бөртөк ҡыҙын алған кейәүҙән аҡса һорап тораһың, йортоғоҙға ҡотлау бүләге булыр, тип ҡул һелтәнеләр. Әҙерәк уйлап еткермәгәндәр, ҡыуаныстары ҙур ине шул, закон нигеҙендә өй ғаиләнең уртаҡ милеге булып һанала икән, ә ҡоҙалар яғынан бер тин дә сыҡманы; өй ҡотларға бер торшер ғына тотоп килгәндәр. Әсенде Йыһан, ныҡ ғәрләнде аҙаҡ, терһәген генә тешләй алманы, аҙаҡтан үҙенең һүҙен еткереүселәр табылып, ҡоҙалары менән аралары боҙолдо.
  Ҡырҡа үҙгәрҙе кейәүҙәре һуңғы арала, ошоларҙы уйлап, ингәс бүлмәләр һайын ҡыҙын эҙләһә лә таба алмай һуңғы сиктә туалет бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны.
   Ишек асылыуына ла ихтибар итмәй ҡыҙы раковинала кейәүенең аҡ кроссовкаларын йыуа икән, ҡырҡыу еҫле таҙартҡыс шыйыҡсаның еҫенә танауын сирып Йыһан ҡысҡырып ебәрҙе.
  -Фууу... Ниңә һаулығыңлы уйламай был хәшәрәтте ҡулланаһың, тын юлыңды яндыра бит.
  -Кейәүең шулай теләй, көн дә һабынлы һыуҙа йыуылған аяҡ кейемен кейергә яратмай, сылт аҡ булырға тейеш. Таҙа, ҡупшы кеше лә инде ул, бысыраҡ сыуаш ире түгел инде...
   Шунда ғына ҡыҙының илап ҡыҙарған күҙҙәрен күреп бушаған ҡыуыҡтай шиңде Йыһан, белә ҡыҙының нимәгә төрттөргәнен.
   -Сылт-аҡ итеп таҙартмағанһың тип енләнеп, боларып сығып китте уңған кейәүегеҙ, ана күр!
  Кейем шкафы эргәһендәге кәштәләрҙәге аяҡ кейемдәре туҙырап ятҡанын ингәс тә абайлағайны ине Йыһан, тик насарға юраманы.
   -Барыһы ла таҙа, ялтыратылған, шуларҙы кейеп торһа ла була инде бер юлға, аяҡ кейеменән күп нәмәһе юҡ та...
  -Бөгөн быныһын кейергә булған, табанында һарғылт таптар ҡалған, шуның өсөн бирләнде.
 -Ҡайҙа китте?
 -Һораһаң да әйтмәҫлек ергәлер...
   Ҡыҙы эшен бөтөп, һығылып илап аш бешереү бүлмәһенә үтте, Йыһан кейәүен шелтәләмәксе булып тышҡа юнәлде. Әммә унда аралашыуға тилмереп, күҙҙәре йәшәреп торған эттән башҡа берәү ҙә күренмәне, тимәк кейәүе машинаһы менән китергә ашыҡҡан.
  Быуынһыҙланып күтәрмәгә ултырғас ирекһеҙҙән ауыр һулап, үткәндәрен уйланы.
  Бәйле эт, бәйләнеләр ҡыҙын ошо эттәй, сылбырға ултырттылар...
  Яңылыштылар, дөрөҫөрәге яңылышты Йыһан ваҡытында. Үкенерлек тә шул, ҡыҙының бәхет юлын үҙе ҡыйҙы. Күпме күҙ йәшен түгеп  балаһын юғалтмаҫҡа тырышты ҡыҙы, хатта яратҡан сыуаш егете менән ҡасып киткән еренән тотоп алып ҡайттылар, егете алдарында теҙләнеп ҡыҙының ҡулын һораны. Ныҡ торҙо Йыһан, ярлы, бетле, бысыраҡ сыуашҡа бирер ҡыҙым юҡ, тип ҡырт киҫте, алда юғары уҡыу йортон тамамларға тейешһең, бала буғына батып уҡымайынса ҡалырға булдыңмы, тип егете алдында башын төйҙө ҡыҙының.
  -Үҙем уҡытам, Альбинаны бәхетле итер өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын!- тип ҡабатлаған егет ошоно ишеткәс ҡатып ҡалды, теҙләнгән еренән тороп, башын эйеп сығып китте.
.   Ҡыҙының эсе беленмәҫ элек ауырын алдырыу хәстәре менән йәшәй башланы Йыһан. Ире менән икәүләп ҡыҙын табибҡа күрһәтергә алып барғас, икеһенең дә күҙенә ҡарап табиб ҡаты һөйләште.
.   -Баланы бәхетһеҙ итмәксеһегеҙме? Аборттан һуң балаһы булмауы мөмкин, үҙең бер баланан һуң башҡаса ауырға уҙа алмағас, бында төплө уйланырлыҡ урын бар! Уҡыған сағында  ярҙам итерһегеҙ, егете алырға теләгәс ризалашырға кәрәк, ҡасып китмәгән, баланан баш тартмай, өйләнешһендәр, ҡаршы төшмәгеҙ! Үҙеңә оҡшап генетик ауырыулы булып башҡаса бала тапмаһа, үҙегеҙ ғәйепле буласаҡһығыҙ, быны үҙ тәжрибәмдән алып әйтәм, һеҙҙең үҙегеҙҙең дә бер генә бала үҫә  икәнлеген онотмағыҙ, тормошоғоҙ етеш, күтәрерһегеҙ, бер бала үҫә ул.
.  -Сыуаш үрсетеп ятмабыҙ инде, табыр үҙенең тиңенән, үҙебеҙҙең милләттән. Әле йәш, уҡыһын, юғарыға үрләһен, күтәрелергә ярҙам итербеҙ. Ә бала кәрәкмәй әлегә, ваҡыты етһә табыр!
.   Табип бүлмәһенән сыҡҡас Йыһанды ныҡ өгөтләне атаһы ҡыҙҙарының балаһын ҡалдырырға тырышып, тәкәбберләнеп ҡарышты, шул тыумаған балаға ҡаныҡҡандай үҙенекен ныҡыны.
.  Юғары белемле булырға тейеш берҙән бер ҡыҙҙары, юғары урында эшләр, үҙҙәре кеүек иркен, бай йәшәргә тейеш!
.  Тик...
.    Операциянан һуң көтөп алып ҡайтырға, йәнәһе кеше белмәһен, Альбинаны көтөп ултырһалар ҙа табибтар ул көндә ҡыҙҙарын больницанан сығарманылар. Оҙаҡ ҡына ятып сыҡты, ҡиммәтле дарыуҙарҙың да файҙаһы теймәне, ҡыҙына башҡаса бала тыуҙыра алмаясаҡ, тигән диагноз ҡуйҙылар.
.   Ауыр депрессияға бирелде ҡыҙы больницанан сыҡҡас, ире уны йәлләп, барыһына ла Йыһанды ғәйепләне.
.   -Һин...
.   Белә үҙенең ғәйебен Йыһан, тик үҙе һаман да ҡыҙын ғәйепләне, тыңламаның әйткәнемде, аҙып-туҙып йөрөгәнсе киләсәгеңде уйларға булған, үҙең ғәйепле, һин тәртипһеҙ булдың.
.   -Минең улым тыуғас үҙемә башҡортса әсәй тип әйтеп үҫер тип һөйләшкәйнек, Коля  риза ине. Ә ,,мам", ,, мам" тигәнде мин оҡшатмайым, ниңәлер эт саҡырған кеүек...
.   Тыуасаҡ бәпесе өсөн үҙе бәйләгән ойоҡто тотоп, еҫкәп-еҫкәп уйланып, үҙ алдына һөйләнеп ултырған ҡыҙын күреп йөрәге әрнене  Йыһандың. Үпкәләрлек урыны бар, Әсәй һүҙен әйтә алмай үҫте ҡыҙы.
.   -Әсәй, әсәй... Нимәң әсей унда һинең,-тиер ине мыҫҡыллап.
.   -Альбертовна тигән, йәки мамочка тиергә була.
.    Үҙенең исемен яратманы Йыһан, русса яңғырашы яман, Зиган, космос. Шуға ла үҙенә Альбертовна тип өндәшеүҙе талап итте. Ваҡытында Зина исемен алырға теләгәйне лә, атаһы риза булманы, мин үлгәс алыштырырһың, мин исемеңде үҙем яратып ҡуштым! Һуңынан күптәр Альбертовна тигәнгә күскәс, үҙе теләмәне, оҡшай ине шулай өндәшеүҙәре.
  Ҡыҙы өйрәнмәне, Альбертовна ла тимәне, мамочка ла тимәне, бик һирәкләп ,, мам" тиер ине. Асыуы килгәндә баҫым яһап, Альбертовна, тип ҡуя, йәнәһе һин миңә сит кеше.
  Аҡса барыһын да хәл итә, ҡыҙы түләүле уҡыуын да тамамланы, һәйбәт эш урынын да тапты, тик башҡаса үҙенә егеттәрҙе лә яҡынлатманы.     Ә сыуаш егете Коля үҙ тиңен табып өйләнде, матур балалар үҫтерә, ҡыйып баҡҡыһыҙ йорт төҙөп ултыртҡан, бер ҙә бысыраҡ йәшәмәй, бөтә ере ялтырап ята, таҙалыҡ, бөхтәлек иң беренсе күҙгә ташлана. Ихатала балалар өсөн айырым майҙансыҡ, йорттарында һәр кемдең үҙ бүлмәләре... Альбертовна булһын да белмәһен имеш, интернетта күренгән һәр фотоларын тикшереп бара, шипкерт кенә кешенән һораша, берәй ғәйебен табырға тырыша. Әлегә барыһы ла яҡшы, эҙләй, соҡона, бысыраҡ сыуаш тип әйтергә йөй табырға.
.    Бала саҡта күрше ауылға, ата-әсәһенең белешенә бара инеләр, бер барғанында йылға батҡағында аунаған сусҡаларҙы күреп аптыраны. Тәүгә күреүе булды бысыраҡ сусҡаларҙы, әсәһенән ниндәй хайуандар икәнлеген, һөтөн һауалармы, иткә һуялармы икәнлеген һорашты.
.   Сыуаштар ошо бысыраҡ хайуанды ашағас; ҡояшта ҡыҙарған, алыҫтан яланғас күренгән хайуандар ерәнгес тойолдо, ошо килеш ашайҙарҙыр тигән уйы башынан сыҡманы.
.   Ҡыҙы сыуаш егетен яратып ауырға ҡалғас, асыуынан ысҡынды, яман һүҙгә, егет тә ғәрләнгәндер, башҡаса Йыһандарға килмәне. Альбиночканы күреп ситкә бергәләп китергә өгөтләгән, тик балаһын алдырғас ҡыҙы үҙе риза булмаған, үҙенең бер ваҡытта ла балаһы булмаясағын әйткән.
.     Өмөтөн өҙмәҫкә ине ҡыҙына, бәлки булыр, өмөт йәшәтә кешене, һынды балаҡайы...
.    Йәшәүгә дәртен юғалтҡан ҡыҙына квартира ла алып бирҙеләр, ҡиммәтле мебелдәр ҙә күңелен күтәрмәне, санаторийҙәр ҙә ярҙам итмәне, кейемдәргә, алтындарға ҡыуанманы, нишләргә?
.   Кейәүгә бирергә тигән фекергә килделәр, кемгә?  Яҡын тирәләге таныштырҙы барланылар, оҡшағаны юҡ, алыҫтан күҙләнеләр, тапманылар, тәүҙә күрклеләргә күҙ йүгертһәләр, аҙаҡ ябайҙарҙы тикшерҙеләр, ҡыҙ һаман яңғыҙ ҡалды.
.   Һуңғы сиктә кемгә булһа ла, милләтенә лә ҡарамай риза булырҙай инеләр.
.   Бер туҡтауһыҙ ошо хаҡта һөйләй торғас, ҡыҙ ҙа асыулана башланы, туҡтатыр өсөн бер һүҙе етте, ,, мам!"...
.   Шундай әсенеү менән, рәнйеү ҡатыш үпкә менән әйтелә был һүҙ, йәненә тейә  Йыһандың. Әйтһен ине бәләкәй саҡтағыса әсәй тип өҙөлөп, ҡысҡырып илап ҡосағына алыр ине балаҡайын, аралағы боҙҙай һалҡынлыҡ ирер ине. Ә ,,мам" һүҙе үҙе үк арала кәртә, эткә  ҡушамат менән өндәшкән кеүек. Ниңә тыйған ваҡытында, ниңә әсәй тигәнде яратмаған, күльтуралы, зыялы күренгеһе килде, йәнәһе алдынғы ҡарашлы. Хәҙер ҡыҙының бер ,, Әсәй" тип әйтеүен зар-интизар булып көтә.
.   Былай булыр тип һис тә уйламағайны, атаһы менән икеһендә лә ҡиммәтле машина, өйҙәрендә һуңғы мода менән алынған затлы мебелдәр, алтындары-аҡсалары кемгә ҡалыр? Ейән-ейәнсәрҙәренә тип йыйнаҡланылар барыһын, үҙҙәре һәләк итте тыуыр ейән-ейәнсәрҙәрен, үҙҙәре ҡоротто килер быуынды, дөрөҫөрәге Йыһандың хаяһыҙлығы. Ул өйҙә баш, ул хәл итә барлыҡ эштәрҙе, атаһы бары табыусы, буйһоноусы, уның һүҙенән сыҡмай. Ошоғаса минеке дөрөҫ, минең һүҙ өҫтә ҡалырға тейеш, тигән уй менән йәшәгән Йыһан, юғалып ҡалды.
  Күптән һиҙә ине урыҫ кейәүенең уларға оторо сыҡҡанын, тик ҡыҙым бәхетле йәшәһен, үҙ тиңе менән йәшәһен тигән булды. Ҡайны кеше лә кейәүенең үҙен һанламағанын белеп йорттарына күптән аяҡ баҫмай, ә ҡыҙын йәлләй, башҡортлоғона барып баш эймәҫкә уйы.
  -Айырылып ҡайтаһың да ҡуяһыңмы әллә, барыһына ла ҡул һелтәп, -тине оҙаҡ аралашмай йөрөгәндән һуң атаһы ҡыҙына.
  -Әсәйемдең һәр саҡ мине ғәйепләүен тыңларғамы, минең  хаталарымды иҫкәртеп торһон өсөнмө, миңә рәхәт булырмы ошоларҙы көнө-төнө ишетеп йәшәү.
  Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, бергә йәшәү береһенә лә кинәнеү килтермәйәсәк, күңелдәренә тыныслыҡ килмәҫ, бәхет ҡошо ҡунмаҫ.
  Ә былай иргә хеҙмәтсе булыу, ҡол хәлендә йәшәү бәхетме? Өй һоҡланырлыҡ таҙа булһын, кейем көн дә йыуылып үтекләнһен, мин һиңә бысраҡ ҡара башҡорт түгел, бер ойоҡто икенсе көнгә кейеп йөрөргә! Әгәр тәмле бешермәһәң мин ресторанға барып ашай алам, өҫтәлдә салат, һуттар булһын, аҡсаң етмәһә атайыңдан һора, ал! Баҡсаны ҡый баҫҡан, тәрбиәләргә балаң юҡ, өлгөр, ялҡауланма!
.   Ҡыҙының уның кеүек үк һигеҙ сәғәт эшләп ҡайтыуын уйламай, Йыһандың килеп ярҙамлашыуын да яратмай. Шулай ҙа әлегеләй бүре кеүек ырылдап ҡалғаны юҡ ине әле, хәҙер бигерәк тә асыҡтан асыҡ.
.    Ҡыҙҙарының көндән көн шиңә барыуын күреп атаһы бергә эшләгән урыҫ дуҫы менән килешеп, өйләнмәгән улы менән үҙҙәрен осраштырғайнылар. Итәғәтле күренде тәүге осорҙа, ҡыҙының квартираһын һатып, ошо йортҡа күскәс кенә ҡырҡа үҙгәрҙе, хәйер, үҙгәрмәгәндер, асылына ҡайтҡандыр.
.   Байрам менән ҡотларға килгән ҡәйнәһен дә һанға һуҡмай  сығып китеүенә ҡарап алда тағы ниҙәр көтөргә?
.  Шуның мәнфәғәтенә яҙырмы барлыҡ йыйған монаяты, эшҡыуар атаһына арҡаланғанға ғына кеше булып һанала, юғиһә ике эттең бере булып урамда йөрөр ине.
.   Кеше араһында башын юғары тотоп, һауалы, зыялы ҡиәфәттә йөрөһә лә, яңғыҙы ҡалғанда ауылса фекерләй Йыһан, ҡалала күптән йәшәһә лә ауылса көнитмешен һағына, ҡыҙын ҡосағына алып саф һауала, тәбиғәттә булғыһы килә, уның әсәй тип әйткәндәрен юҡһына. Хәҙерге аҡылы булһа юл ҡуйыр ине ҡыҙына, сыҡһын ине үҙе теләгәнгә, тапһын ине тыуыр балаһын, хәҙер юғары белемле килеш үҙен йәберләгәнгә ҡол булып йөрөгәнсе, бәхетле әсәй, һөйөклө ҡатын булыр ине, ә бәлки Йыһанға ла әсәй, тип өндәшер ине.
.   Кейәүенең тупһаһында ултырып байтаҡ икеләнде Йыһан, кире инергәме юҡмы? Эстә ҡыҙы зарыға, бында Йыһан үрһәләнә, өйҙә атаһы борсола торғандыр, тәүәкәлләне,  ишек тотҡаһына үрелгәс ҡулын алып битен ҡуш ҡуллап һыпырҙы, ҡалһын Альбертовна тышта, өйгә әсәй булып ингеһе, ҡыҙын ҡосағына алып йыуатҡыһы, сабый сағындағылай ҡыҙының әсәһе булып ҡалғыһы килде.

Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:
Читайте нас