Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
8 Март , 20:05

Ғәзизә

Ғәзизә   аяҡтарын  Ҡарағайлы  йылғаһы һыуында йыуып алғандан һуң, уның ярылып,себейләп бөткәненә  артыҡ иҫе китмәне. Быға ул тау-таш  араһында ,урман эстәрендә   йөрөп күнеккәйне. Ҡарағат,муйыл,ерек ҡатыш ҡайындарҙы, һирәк-һаяҡ ултырған ҡарағастарҙы  урап сығып,Ирәндектең көнсышына табан  аҡҡан  йылғаның ағышына ҡарап, үҙ уйҙарына батты.Башын зәңгәр күк йөҙөнә күтәреп, ҡояшҡа ҡарап  ваҡытты билдәләне:ҡояш төшлөккә еткән.Кисә көнө буйына бик күп   еләк йыйғайны ла...

Ғәзизә
Ғәзизә

 Ирәндектең еләк –емешен  йә һарынаға,йә ҡуҙғалаҡҡа, йә балтырғанға ҡушып ашаһа,шул ризыҡҡа тамағы туйғанын белә үҙе.Тик көндәр томра эҫе торһа ла,төндәре һалҡын.Ер еләктәре  кибә башлаған мәл.Йылы йәйҙең көҙгә боролоуының тәүге аҙымы ине был көндәр.Бөгөн нисек таң аттырырын үҙе  белмәй әле,  нисәнсе көн инде дәү,йыуан ҡарағас ҡыуышлығында серем итә.Ҡояш тауҙар артына тәгәрәү менән,көслө ел сыҡты. Ниндәйҙер шөбһәле тауыштар сығарып, ағастар шаулауы Ғәзизәне ҡурҡыу ҡатыш  хафаға  һалды.Тик таңға ҡарай  ултырған килеш йоҡоға талды ул  .Төшөндә күптән мәрхүм булған  атаһы менән әсәһен күрҙе.Имеш,  ҡаршы тауҙағы ҡушҡайынға терәлеп баҫҡандар ҙа:”Ҡайтып үҙ урыныңа ятып йоҡла,”-тип әйтәләр ҙә төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа инеп юғалалар.Артабан шул уҡ урында ағаһы менән еңгәһе:

-Һине Мотаһар бабайға икенсе бисәлеккә барыбер  бирәсәкбеҙ,-тигән һүҙҙәренән һуң, Ғәзизә ҡото осоп уянды , йөрәге алҡымына килеп,дарҫлап тибергә тотондо.  

 Түҙмәй ҡарағас ҡыуышлығынан атлығып килеп сыҡты.Төн ҡараңғылығын ҡыуып,таң һарыһы беленгән  мәлдә ат бышҡырғанын,  уның эргәһендә кеше кәүҙәһенең беленер-беленмәҫ сағылышын күреп,кире ҡарағас ҡыуышына инмәк булғайны ла,абайламаҫтан, уны арттан килеп, шым ғына ҡүтәреп алды берәү.Ир уртаһын күптән уҙған  ҡарағайҙай алпамыша, яҙмыш  ел -дауылдары буранында һис бер ышыҡһыҙ  ҡалған ҡыҙ балаға:

-И-и,Ғәзизәкәйем,  һине табып,күрер көндәрем  бар икән.Һөйәктәрең бүре еменә әйләнеп, Ирәндектең ҡайһы ҡуйынында ята,-тип уйлап борсолоуҙарым юҡҡа булған.Орсоҡтай,ун биш йәше тулыр -тулмаҫ ҡыҙҙы алаптай ҙур ҡулдары менән тал сыбығындай, өҙөлөргә торған билен уратып  ҡосаҡлап алды.Яртылаш бала,яртылаш  ҡатын-ҡыҙ ҡорона инеп барған тәмлекәстән ҡарағат,сейә,муйыл еҫтәре танауын ҡытыҡланы.

-Ҡурҡма, Ғәзизәкәйем, ағайың менән еңгәңдәргә алып бармам,ә Түбәнге ауылдағы  апайыңдарға төшөрөп китәм, хәҙер үк.Таң атып, бер аҙ ваҡыт үтеүгә,апаһы, Ғәмбәрәләрҙең ҡапҡаһына  туҡталды һыбайлы.

         -Таптым, ҡыҙығыҙҙы.Ошо йомаға бата уҡытырға киләм,ҡорҙаш өйҙә булһын,”-тине лә атын һәлмәк ҡыуып,Үрге ауылға табан ыңғайланы. Апаһы Ғәмбәрә:”Һигеҙ ауылға хужа булып ,ат өҫтөнән төшмәгән Мотаһар ике бисәгә баш булмаҫ тиһеңме? Ҡасып йөрөп, ҡалғанһың бит ҡаҡ һөлдәгә… Күптән риза булыр кәрәк ине.

-Юҡ,мин ул бабайға сыҡмайым.-Һе,ана,беҙҙең бәрәс ояһындай,бәләкәй генә  өйҙө инеп ҡара,унда шырпы ҡабына тултырылған кеүек,  береһенән береһе бәләкәй ун  малай, ике ҡыҙ йоҡлай,өҫтәүенә ҡәйнәм, еҙнәң һәм мин. Эй,Хоҙайым,балаларым уянғас,тамаҡтарын ни менән туйҙырырмын “,-тип һөйләнде күҙ йәштәре аша.Беҙҙең хәлебеҙҙе үҙең дә белеп тораһың бит.-

-Улай булғас,минең урыным Ҡайынлы күле төбөндә.

 

-Улай тимә,туғанҡайым.Маңлай бәхетең шулдыр,ахырыһы.Ҡарт ҡуйнында ҡалас ,йәш ҡуйынында ҡамсы бар.Тамағың туҡ,ятыр түшәгең йомшаҡ булыр.Ир ҡаҡҡанды мир ҡаға ул.Көндәшең әсәң рәтләш, моғайын, ярарһың уға.Тимер ҡыйыҡлы,урыҫ ҡапҡалы, ҡарағас  өйҙә йәшәү бәхете күптәргә тәтемәй.

Ашыҡмай гына юртҡан ҡара айғырына атланып, Үрге,үҙ ауылына  килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды  Мотаһар.Өйөнә килеп ингәс,өҫтәлдә самауыр сыжлап ҡайнап ултырыуын,уның артында  Сәхипьямалдың бер туҡтауһыҙ сәй һөрпөлдәтеүен,ә ике улы бер ыңғайҙан эре итеп туралған һөйәкле иттәрҙе тәмләп-тәмләп  мөнйөгәндәрен  күреп,үҙ нигеҙе күңеленә   тере йәндәй  йылы,ҡот бирерлек рәхәт урын  икәнен тойҙо.Уларға күҙ һирпеп  тора биргәс, өйөнөң һәр бүлмәһен ҡарап сыҡты…Бүлмәләре киң,яҡты.Тәҙрәләре ҡаршыһында бер-береһенә   төкәтеп эшләнгән таш һарайҙар, һыйыр ҡураһы,ат аҙбары,бойҙай,һоло,ит һаҡланған келәттәр теҙелеп киткән.Өйөнән сығып, арба –сана һарайына ыңғайланы .Арбаһының тәгәрмәстәрен майланы, түшәктәрен яңыртып, уларҙы  нығытып бәйләп ҡуйҙы.Ҡырандасҡа ултырып ҡараны,Сәхипъямал да үҙ фатихаһын ихлас биреүен белгертеп ҡуштан ултырыр,ике малайға киңерәк урын булһын,тип артыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрҙе алып ташланы: һәүетемсә юлға әҙерләнде. Шуныһы ғәжәп: әйтерһең дә ул үҙ донъяһын тәү тапҡыр күрә. Ошоға тиклем ғаиләһенә ҡарата битараф,маҡсатһыҙ йөрөнө микән? Улай  тиһәң, вайымһыҙ булһа,тирә-яҡ  ауыл кешеләрен хайран итерлек йорт-ҡураһы булмаҫ ине бит.Ана, Ғәзизәнең  ағаһы Әхмәтшәриф бер тамағын туйҙыра алмай ыҙалай. ”Юҡ, беҙҙең тоҡомда ундайҙар ,аллаға шөкөр, булмаған, булмаҫ та”,- тип үҙен йыуатты.Үҙ уйҙарынан арынып:--“Сәхипъямал,Сәхипъямал тим,һин ҡайҙа?” Уныһы шәкәр һура-һура:                                                                                                                               -Күрә ҡарауһыңмы әллә.Сәй эсеп ултырам да һа-.

-Минең әйткәнде яҡшылап тыңла әле.Мин һиңә бер нисә тапҡыр әйткәнем бар  был турала.  Иртәгә-йома.Ғәзизәне хәләлләп алып ҡайтайыҡ,  төшөндөңме? Малайҙарҙың өҫ- баштарын ҡараштыр.Беҙҙең менән бара улар ҙа. …Бисәһе  хәбәрҙең айышына төшөнөп тә етмәй:-“Эйе шул -бауыр аҫтынан ел үткәреү кәрәк.   Әтү гел өйҙә лә,гел өйҙә”. Ултыра торғас, һүҙҙең нәмә тураһында барғанын әле генә аңлағандай,ҡысҡырып көрһөнөп ҡуйҙы ла, ҡапыл илап ебәрҙе :  -    “Балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән,яңы ҡыҙ булып үҫеп килгән, себештәй    йән эйәһен бисәлеккә алмайһыңдыр бит?”.Аҙаҡ ауыҙын ике ҡулы менән ҡаплап:”Ней апаһына, ней еңгәһенә һыймай,  аслы-туҡлы йөрөгән нәмәне  йорт хеҙмәтсеһе итерғә уйлағаныңды  аңланым.Уйың изге- мине йәлләүеңдер…Йорт эштәрен атҡара алмайым  шул, һуңғы ваҡыттарҙа.Тик уны былай ғына алып ҡайтһаҡ та була,ул тиклем ҡатмарландырмайыҡ, ,атаһы.”

–Алғас,алғас шартына килтереп алабыҙ инде.Ағай-эне,туған- тумаса бар. .Ҡыҙыллыҡ килмәһен йөҙгә.                                                                                                                                                       

 –Уныһын уйлағанда,абруйың ҙур халыҡ араһында.Урын еренә еткереп,йолаһын үтәмәй булмай шул,атаһы.                                                                                                                                                         

Арбаға ике тоҡ он, арыуыҡ сәй-шәкәр,барыһына ла бүләктәр тейәп,ҡарт алашаға егелгән  еңел сана Ирәндек итәгенән көнсығышҡа,Түбәнге ауылға юл тотто.Ат теләр-теләмәҫ аяғына көсө етмәгән  кеүек,әле бер яҡҡа эйелеп,әле икенсе яҡҡа ауып барған һымаҡ, тарбанлап алға елдерерҙәй була ла,ҡартлыҡ этлек, тигәндәй,яй,үҙенсә, һәлмәк аҙымдарға  күсеп,   хәл  ала,ала юртҡан була.Сәхипъямал  иренә  һыйынып,йәтешләп ултырған: яурыны,ҡулы уға уҡмашҡан,шул йылылыҡтан күңеле рәхәтлек кисерә.Һәр саҡ шулай булһасы.Хатта ошо ултырыуҙан ,арбанан төшмәйенсә,ер ситенә олағырға әҙер ул бөгөн. Инде нисә йылдар  ябай йылылыҡтан,наҙҙан мәхрүм.Әле йәнен иҙрәтеп,күңеленә дауа булып барған берҙән-бер  йыуанысы,Мотаһарын яҡын күреү тойғоһо,уны башҡаларҙан ҡыҙғаныу хәсрәте минутлап  түгел,ә секундлап  көсәйгәндән-көсәйҙе. Ниндәйҙер серлеләрҙән-серле, ләззәтле хис –тойғолары   хасил булып, ирен һис бер кем менән бүлешмәү көнсөллөгө аңын тотошлай ялмап алды.Юлға осраҡлы мажара  итеп,шатланып сыҡһа ла,   бара торғас,Ғәзизәне көндәше һәм дошманы итеп күрә башланы.

-Мотаһар атын  бәйләп тә өлгөрмәне,уны  буласаҡ бажаһы  сәләмләне.Һимеҙ өйрәк һымаҡ -туйтаңлап атлап,  Сәхипъямал килеп инде ихатаға.                                                                                                                                  –Имен- аман  ятаһығыҙмы? Эй,Хоҙайым,әҙерәк ямғыр яуып үтһә,юлдың саңы баҫылыр ине. Ғәмбәрә:”-Ҡыш иртә килер, ахрыһы. Иртәнге томандарҙан һуң, һалҡын төнъяҡ еле иҫте,юл ситендәге үләндәр көйрәгән.Әле  ҡара көҙ оҙонлоғо башланмаған да.                                                                                               

- Көн  яманы китер тигән,боронғолар.

Күп тә үтмәй, Ҡотлобай мулла күренде уртансы абыстайы менән.Ул:”Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ауыл тирәһендә ниҡах уҡытыу бик һирәк    ойошторола торған сара булған ваҡыттарҙы ла күрелде.Эй ,заманалар…”Үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә түргә уҙҙы.                                                                                                                                                                   Өй хужаһы:”-Шулай уҡ булды микән,мулла абзый”.                                                                                                          --Һе,ул Осор тарих булып төйәкләнде  башҡорттоң елегенә.Генерал Перовский икенсе тапҡыр  Ырымбур губернаторы итеп батша тарафынан тәгәйенләнгәс, Урта  Азияға Коканд ханлығына яу менән барып,  ханлыҡтың төп терәге булған Аҡмәсет ҡәлғәһен  яуланы. Беҙҙең төбәктең  ирмен тигән ир-егеттәре ана шунда һалды баштарын. Мулланың һүҙен Мотаһар йөпләй  һалды:-”Һырдаръяны кисеп сығыу еңелдән булмаған инде уларға. Һуғыштың бөтөн ауырлыҡтары, юғалтыуҙары”Һыр” исемле башҡорт халыҡ йырында сағыла бит.”Мин шуны әйтергә теләйем-,тип һүҙгә  йәнә ҡушылды мулла ҡарт:-,”Ана шул йылдарҙа беҙҙең яҡта гел ир балалар донъяға килгән һәм   уларҙың  күптәре өйләнеп тә өлгөрмәйенсә,йәш көйөнсә Һырдаръя буйында мәңгелеккә ятып ҡалғандар . Хәҙер,аллаға  мең шөкөр, ир һәм ҡыҙ балалар араһындағы һан айырмаһы арыуланды . Әйҙәгеҙ,илгә идара итеүсаләргә таш  атмайыҡ, фанилыҡ ваҡ-төйәгенән арынып, тормош йәме булған никах уҡыуҙы башлайыҡ.   Бәхетленең балаһы ун бишендә баш булыр, бәхетһеҙҙең балаһы утыҙҙа ла йәш  булыр, тигәндәй,Ғәзизәнең иртә  етлегеүе маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ. . Никахлашыу-ирмәк эш түгел. Хәйерлегә юрап, шәриғәт  ҡушҡанса башлайым үҙ бурысымды. Никахтар башта йыһанда ярала,ошолай итеп ерҙә доға менән тамамлана.Аллаға шөкөр,никахлаштырҙым,Алла үҙе риза булһын”-тип,битен һыйпап, Мотаһарға  һәм башҡаларға хужаларса ҡараш ташланы  му лла.

Бүләктәр таратылып,киске аш мәжлисенән һуң, бер  аҙ тыныслана  биргәс:                                                                                                                                  “Һыйлым,”-тип өндәште Ғәмбәрә Сәхипъямалға.- ..”Тегеләргә түшәкте өйгә йәйәйем. Ярты көнгә ярыш юҡ:бер көнгә ҡуян тиреһе лә сыҙаған,тигәндәй, ҡалғандарыбыҙ,саф һауала,  тышта,бесәнлектә йоҡларбыҙ”.

--Юҡ,Мотаһарым  ҡайҙа-мин шунда.Өсөбөҙҙө бер урынға һалаһың инде.                                                                                                            

 Яңылыш  ишетәм, ахрыһы, тип Ғәмбәрә үҙ ҡолағына үҙе ышанмайынса, ауыҙын асҡан килеш, иҫе китеп, аңына килә алмайса, ҡатып ҡалды.Сәхипъямал Ғәмбәрәне аңлағандай, шул уҡ һүҙҙе йәнә ҡабатланы.                                                                                                                          

Йә  Хоҙай,һөймәҫ һөйәк кенә булыр инде,һеңлекәшем-, тип эсенә йәшерһә лә үҙ   уйҙарын,   күҙенән субырлап йәштәр ағып китте .Сәхипъямал:”-Ана,уҡ юнып торған төпсөк, икенсе малайымды күрәһеңме? Уға ун бер йәш .Ул тыуғас та,бабай яныма яңылыш та яҡынламаны.Күҙ ҡырыйы менән Ғәмбәрәгә ҡарап,тиҫтә йылдар дауамында ир кинәнесен тойғаным да, ул турала уйлауҙы ла оноттом... Бөгөн килеп ҡунмаһа  бабайға тыйғыһыҙ, диуана дәрте… Әлләсе, ни әйтергә лә белмәйем.  Әлеге лә баяғы- эшкә ярамайым:тубыҡ ебәрмәй,ай,тубыҡ ҡаҡшата шул,кәһәрең .   Бил ҡата, ә эш күп.Ғәзизәнең яҡшы хеҙмәтсе булырына ышанабыҙ,шул ғына, ә ҡалғаны бабайҙың уйҙырмалары,бәлки,кем белә,хыял иткән булалыр…яҡын тирәләге байҙарҙарҙың  бисәләре бер нисәү бит”. 

Сәхипъямал ,Мотаһарға тик үҙенең генә хоҡуғы барлығын белгертеп,ҡыҙғаныусан,үткер,сарғаҡлы тауыш менән,ҡолаҡсындай, ойпаланып бөткән яҫтыҡты шап-шоп һуғып, үң яғына   бабайына ,ә һул яғына          Ғәзизәгә урын күрһәтте лә, уртаға үҙе ҡоланы. Сараһыҙҙан мендәргә баштарын терәне өсөһө лә.Бер     юрған аҫтында түшәк йылыһын да,йоко тәмен дә тойманы улар.Йәйге ҡыҫҡа төн икһеҙ-сикһеҙ оҙон  тойолдо…      

К өҙ иртә килде.Ғәзизәнең уйҙары аҡһыл ҡурғаш болоттар  менән ағыла ла ағыла.   Тулған ай ҡая таштарға   оҡшаған болот өйөрмәһенең әле бер яғынан,әле икенсе яғынан ялт итеп килеп сыға ла ,оҙаҡҡа юғалып тора.Мәле-мәле менән дейеү- пәрейҙәргә оҡшаған ҡарағусҡыл болоттар мал өйөнөң кескәй тәҙрә уйымына берсә  һаран яҡтылыҡ  һибә,берсә ҡуйы ҡара ҡараңғылыҡҡа солғай.Бындай һалҡын,шыҡһыҙ төндәрҙә Ғәзизәнең бөтә йыуанысы-таң атҡанын көтөү.Яңы көн башланыу менән эшкә тотонһа ,көн үткәнен һиҙмәй,бигерәк тә мал ҡарау- ауырға төшә Ғәзизәгә. 

Көндөҙ  мал өйөнә   Ғәзизә инеп тә сыҡмай, сөнки Сәхипъямал , бер туҡтауһыҙ тегене эшлә,быны эшлә, тигән бойроҡ биреүҙән бушамай.Ғәзизә уның бойроҡтарына  йәһәт яраҡлашты,өйрәнде. Бер көн шулай  иртәнсәк Сәхибъямал:”Ҡара әле, һин ҡайҙан өйрәндең матур,таҙа итеп кер йыуырға?- тине.                             

–Бер кемдең дә өйрәткәне булманы.                                                                                                                                         –Бына һиңә йәтимә…Улай булғас,аш-һыу яраштырыуға оҫталығың барҙыр,булмаһа өйрәнерһең.Бынан ары, төшкән бер керҙе әйттермәй  йыу,аш-һыу бүлмәһенең асҡысын ал.Беҙ тороуға иртәнге сәй һәр саҡ әҙер булһын. Киске аш мәлендә Мотаһар Ғәзизәнең бер аҙ тынысланған йөҙөн,яңы  ғына йортҡа төшкән йәш килен  кеүек,  орсоҡтай өйөрөлөп-сөйөрөлөп,әле быныһын алып биреп,әле тегенеһен ултыртып  йөрөүөн күрҙе.Ул мыйыҡтарын ике яҡҡа берәм-берәм һыйпап,бер ашъялыҡҡа,бер Ғәзизәгә ҡарап,Сәхипъямалдың  һөйләгән бер һүҙенә иғтибар бирмәне  һәм ишетмәне  лә.Мотаһар:”-Сәхип,малайҙарҙың икеһен дә мәҙрәсәгә уҡырға алып  барам,юлға әҙерлә уларҙы.Ҡайтышлай,баҙарға һуғылып,күптән кәрәк булған нәмәләрҙе һатып алып ҡайтылыр.Юл оҙон,ҡала бик алыҫ.Малайҙарҙың тамаҡтары һау:ашамһаҡтар-аҙыҡ  етәрлек булһын.Онотма:  Иван знакомдарға ҡорот,ҡаҙылыҡ, ҡаҡланған ҡаҙҙы айырым төйнә. Ғәзизә лә беҙҙең менән бара”.                                                                                                        

– Өйҙә эш күп. Унда Ғәзизәнең ни кәрәге?  .                                                                                                                                                                                  

-Барышлай ,ҡайтышлай күпме ауылдар үтергә кәрәк,һин теге ваҡытта ыҙа сигеп ҡайттың. Юл маҙаһын хәстәрләр өсөн ҡул артыҡ булмағанын  яҡшы беләһең бит.                                                                                                                                      –Үҙем барам,уландарымды оҙатып.Теге йыуан Маруся : килһәң,мунсала тубыҡтарыңды һылап,тәрбиә итәм тигәйне лә.Үҙең дә ризалаштың да һа.                                                                                                                                       –Икенсе тапҡыр,малайҙарҙы алып ҡайтырға барырһың.                                                                                             Таң һарыһы беленеү менән пар ат егелгән  еңел арбаға ике малайын,Ғәзизәне ултыртып,ҙур ҡалаға юлланды Мотаһар.Ғәзизә Сәхипъямал урынына ултырҙы,сөнки артта ике кешелек урын,ә малайҙарҙың артында        юл хәжәтенә ярарлыҡ кәрәк-яраҡтар.Ауыл эргәһендәге йырынды  үткәс,ҡояш байығансы бер-бер артлы теҙелеп ултырған өс ауылды үтеп ҡалырға кәрәк тип ,аттарҙы ныҡ  ҡыуа башланы.Иртә менән һалҡынса. Малайҙар әсәләре биргән юрғанды бөркәнеп,сыр-сыу килеп шаярышып алып китәләр ,йә бер аҙ тынып баралар. Таҡыр юлдан уйһыуыраҡ юлға сыҡҡас,аттарҙы аҙымлатты Мотаһар.Ҡапыл ҡыҙға боролоп ҡараны.Ғәзизә  бер  ҡат күлдәктә ике ҡулын бер-береһенә ҡымтып,өшөп барһа ла, уның тәү тапҡыр  арбала ултырып  барыуы, ауылдар аша үтеүе-былар бөтәһе лә ҡатҡан күңелен  бер аҙ йомшартты,тирә- йүнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ өҫтәне.Мотаһар уға:”Өшөп күгәреп киткәнһең бит”-тип ҡалын шәлгә оҡшаған бер әйбер  япты иңбашына.Үҙенә тартыбыраҡ ултыртты.Эстән ҡалтырап:”-Ауылдар барыһы ла бер төрлө ине, ә бына быныһы ,беҙ үтеп киткән ауылдарға  оҡшамаған”-, тигән булды  хас та ололарса. Мотаһар: ”-урыҫ ауылы  булғанға шулай “.Атты  бейек ҡапҡалы йорт  алдына туҡтататыуы булды,Мутагар ҙа ,Мутагар ,где байбисә- Соня,  тип сыр-сыу килеште  хужалар.Тал сыбыҡтай оҙон,һөйкөмлө,шул уҡ ваҡытта аптрабыраҡ ҡарап торған,моңһоу ҡарашлы ҡыҙҙы күреп,батюшки,батюшки, тип тел шартлатырға кереште һап-һары йыуан ботло мәрйә.Тере урыҫты      тәү тапҡыр күргәнгә,Ғәзизәгә уларҙың үҙҙәре  лә,телдәре лә  торғаны бер мәрәкә.Тағы бер  нәмәгә  һушы  китте— ялт –йолт янып,өй өрлөгөнә эленгән ҙур-ҙур кәрәсин шәмдәре.Ғәзизәнең баҙнатһыҙ тулҡынланған йөҙө ҡаушауын һис тә йәшерә алмай аҙапланды. Оҙон ,киң өҫтәлгә йыуан ҡорһаҡлы ҙур еҙ самауыр ултыртылды.Ишек төбөнән ары китә алмай ҡатып ҡалған  Ғәзизәне һаҡ ҡына етәкләп алып килеп, үҙе янына ултыртты Мотаһар.Сәйен,бәлешен  эргәһенә ҡуйҙы.Өҫтәл тулы ят ашамлыҡтар,тик үрелеп ала алмай шул Ғәзизә.Мотаһар:”Ҡалағың бар,матур,үтә күренмәле  һауытта ултырғаны- вәренйә,ҡабып ҡара “.Сәй эсеп бөткәс,ҡыҙҙар менән бергә мунсаға бар”.Ғәзизә буйһоноусан      киәфәт менән башын  түбән эйҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙар мунсаға сығып кикәс,знаком  Иван:-”Һе,бик йәш, тәү ҡарашҡа бала.Нисек ата-әсәһе риза булды? Минең ҡыҙым, Оленькама тиҙҙән  ун ете-мин йәлләем,ҡыҙғанам ҡыҙғынамды.                                                                                                              

--Үкһеҙ--йәтимә.                                                                                                                                                                               –Хатта  туғандары ла юҡмы?                                                                                                                                                        -Таҡа-тоҡа йәшәгән,  береһенән-береһе бәләкәй ун ике балалы ике туған  апаһы бар.                                                                        ––Ҡарашы –торошо, уйсан  күҙҙәре булмышын белгертә. Бисараҡай, үҙе бик сибәр.                                                      Мунсанан һуң, хужабикә  Ғәзизәне ҡунаҡ бүлмәһенә оҙатты.Бүлмәнең матурлығына,ыҡсымлығына иҫе китте :ишек, тәҙрә ҡормалары ҡарап туйғыһыҙ,нағышлап сигелгән әйберҙәр,ә ағас ҡарауаты киң, ҙур, мендәрҙәре, түшәктәре   ап-аҡ ҡармы ни.Ғәзизә нисек ятты ,шулай йоҡоға талды.                                                                          

Иван менән Мотаһар мунсанан сыҡҡас,ил, донъя хәстәрҙәре тураһында байтаҡ гәпләшеп ултырҙылар. Хужа: -“Иртәгә йәнә юлға бит һиңә,Мотаһар,ҡунаҡ бүлмәһенә,рәхим ит”.Шым ғына төпкө бүлмәгә уҙҙы .Оҙаҡ  карауатҡа ҡарап торҙо,торҙо ла тома ҡараңғылыҡтан Ғәзизәнең янына ,  юрган аҫтына сумды.Кибеп тә     өлгөрмәгән сәсенән ҡара мунса еҫе аңҡый:үҙе вайымһыҙ,һил.Ул ҡыҙҙың тын  алышын һәм йөрәк тибешен ишеткеһе килде.  Ғәзизә бик ҡаты йоҡлай ине.Мотаһар ҙа уға арҡаһын терәр- терәмәҫ  йоҡомһорап,ойоно…                                                     

  Иртәнсәк тәмле еҫтәр уятты Ғәзизәне.Ошондай икһеҙ-сикһеҙ, татлы төн йоҡоһо булды микән берәй   ваҡыт? Түшәк йылыһынан,үҙен уратып алған йорт хозурлығынан айырылғыһы килмәне . Сәңгелдәктә иҙерәп йоҡлаған сабый балалай икенсе яғына боролоп ятам тигәндә, үҙенең Мотаһар   ҡуйынында бик йәтеш урынлашыуын аңлап,балаларса тыйғыһыҙ,ғәжәп,  бөтөнләй ят тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:

Мотаһар:”-Майҙай маҙрап,ҡуйынымда  иреп йоҡланың бит,Гәзизәкәйем”.                

Урыҫ знакомдары менән хушлашҡас,Мотаһар шым ғана:-“Әйҙәгеҙ,етәрлек ял иттегеҙ,”-тип атты алға табан ҡыуҙы.Аттар  хужаһын аңлаған кеүек ипле атларға тырышһа ла ,соҡорло-саҡырлы юлдарҙа тәгәрмәстәре  һикерә-һикерә, шул тауыштан  арба һайтлай-һайтлай әле таҡыр юлға ,әле эре-эре  таштар  араһына төштө. “Ошо тирәлә юлаусыларға   ниңәлер сәйер хәлдәр осрай   ”-тип ауыҙ эсенән мөңғөрләй-мөңғөрләй, доғалар уҡып,аҙымлатты аттарҙы.Ҡалаға килеп ингәс,Мотаһар:”,-Уландар әҙерләнегеҙ:аҙыҡ-түлектәрегеҙҙе,кейем- һалымығыҙҙы- барыһын да теүәлләгеҙ.Аҡсаны мөгәллимегеҙгә биреп ҡалдырасаҡмын. Ә хәҙергә апайығыҙ менән һаубуллашығыҙ.

Ҡайтырға сыҡҡас,,тәгәрмәстәрҙең бер төрлө тауыш сығарып ,алға тәгәрәгәненән күңеле тынысланып,ғүмеренең һәр тәкдири миҙгелен күңел иләгенән үткәреп,тауышһыҙ- тынһыҙ  уларҙы үҙенсә барланы.Күҙ алдында атаһы:-“Еңгәңде ситкә ебәрмәйбеҙ-алаһың…”Көслөк менән өйләндерһәләр ҙә,еңгә катын наҙлы итеп иркәләй,бөтөн йәне - тәне менән һөйә белә ине.Аҙаҡ, ун алты йәше  лә тулмаған үҫмерҙең  күңелендә өр-яңы кисерештәр  барлыҡҡа килде.Һәр хәлдә, үкенеү, әрнеү, атаһына үпкә, ризаһыҙлыҡ белдереү кеүек  күренештәргә урын ҡалмағайны.Шулай,  бисәһенең йылы ҡанаты аҫтында,май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәп ятҡан саҡта ,ярһыу ҡанлы,типһә тимер өҙөрлөк ир ҡорона  ингән Мотаһарҙы ташлап, олоғайған бисәһе баҡыйлыҡҡа күсте лә ҡуйҙы. Атаһы йәнә, ошоно көтөп торған кеүек:-“Бай,аңҡаҡ Ғәрифтең  ултырған ҡыҙы Сәхипъямал һиңә төҫ,бер атыуҙа ике ҡуян:кәләшле лә-- байлығың да артыр”. Эйе,үтә бай ул бөгөн. Мал-тыуарының бер осо ауыл осонда булһа,икенсеһе -Ирәндек итәгендә.Ә бит үҙе уйлап сығарған, әкиәттәге һылыу ҡыҙ  ғүмер буйы йөрәгендә йәшәне, әле лә йәшәй.Ғәжәп: хыял һис ҡартаймай. Ғәзизәнән яуап эҙләгәндәй,ҡапыл аттарҙы аҙымлатты,йүгәнде ҡыҙҙың ҡулына бирҙе.Ҡыҙҙы ҡосағына алып,дилбәгәне нисек тоторға,уңға, һулға борлорға,атты туҡтатырға  өйрәтте.Был ваҡытта Ғәзизә  тырыш ,тилбер,хатта саяраҡ та булып күренде.Эстән борсолоп:эй аллам, ҡайһылай итеп  туҡтатырмын икән, тип уйлаһа ла,күптән дилбәгә тотҡан кеше һымаҡ,оҫта туҡтатты аттарҙы.Ҡапҡа төбөндә уларҙы ҡаршы алған ауыл муллаһы һәлмәк кенә:-“  Йәш  кәләш  түрәгә дан,шөһрәт өҫтәй”-тип  ҡасанан бирле әйтәм.”Уны хуплағандай, мыйығын  һыйпаны Мотаһар.Ғәзизә йорттарының ҙурлығына,матурлығына ,балаларының күплегенә хайран ҡалды.Мотаһар:-“Донъяғыҙ арыуланғандан,арыулана,Аллаһы Тәғәлә һаулыҡты ла мул бирһен үҙегеҙгә”.                                                                                                 

--Аллаға шөкөр,әҙәмдән кәм-хур йәшәмәйем:дүрт абыстайым  да  донъя йөгөн берҙәй, тиң тарта.       Шунан,ҡапыл етдиләнеп иң оло  абыстайына ҡарап:-“Ҡаҙан аҫығыҙ,мәжлис йыябыҙ бөгөн”. Мотаһар: -“Рәхмәт,ваҡыт яғы тар,ауылдар буйынса йөрөп эшләй торған мөһим, бик кисектергеһеҙ эштәрем  бар.     ”-Хәҙер үк ауылдарға сапҡынсы ебәртәм, тирә-яҡтың байҙары,муллалары эңер төшкәнсе ,һә  тигәнсе килеп  етерҙәр. Ысындан да,һайт тигәнсе, тайт тигәндәй,ит бешеүгә ҡунаҡтар йыйылып бөттө. Ғәзизә тулҡынланып ,кешеләргә   бөтөнләй күтәрелеп ҡарамайынса, Мотаһар эргәһенә йәтешләп ултырҙы.Ҡунаҡтарҙың күҙҙәре Ғәзизәгә төбәлгән ине был ваҡытта. Бер аҙ ултырғас,ҡатын-ҡыҙҙарга хас ҡыҙыҡһыныу менән тирә-яғына күҙ ташланы һәм ҡаушауҙан  туҡтап,уларҙың һөйләшкәндәрен  диккәт менән тыңлай  башланы.Тора –бара  ҡунаҡтар менән  үҙен тиң тойғандай: -“Таң атыуға  күп ваҡыт ҡалманы,  аттарҙы ҡараштырырға  кәрәк”-,тине Мотаһарға туп-тура ҡарап.

 Үҙ йорто эргәһенә килеп туҡтап,атын туғарып та өлгөрмәне.Сәхипъямал:-“Ғүмер буйы бергә йәшәгән бисәһен ҡалдырып,хеҙмәтсеһе менән юлға сыҡҡан,тип бөтә ауыл шауланы. Әҙерләп ҡуйған, әйтәһе һүҙҙәрен әйтеп бөтмәй,илап ебәрҙе.Яҫы битендәге  тупайып торған шешмәк  ҡабаҡтары аҫтынан  әзерәйеп ҡараған ҡыҫыҡ күҙҙәре зәһәрлек һәм көнсөллөктө  кәрәгенән тыш  һирпте –фәкәт Ғәзизәгә.Ҡыҙҙың тиҙерәк мал өйөнә инеп  юғалғыһы килде.                                                                          --------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------

Бер туҡтауһыҙ елләп яуған ямғыр шау-шыуы  тынып тора-тора ла,ҡапыл ғәйрәтләнеп ишек алдындағы әллә нәмәләрҙе   даңғыр-доңғор  ҡаға-һуға башлай.Бәлки,ен-пәрейҙәр йөрөйҙөр? Был турала ишеткәне бар.Төн икһеҙ-сикһеҙ оҙон, хатта таң атмаҫ төҫлө…Һәр саҡ ҡараңғылыҡты көҫәп, кешеһеҙ торған мал өйөнөң бер ҡасан йылыһы булды микән? Мөйөштә ятҡан мендәр ишаратын башы аҫтына һалып,  юрған йоратын ябынып ҡарағайны,урынынан кире тороп ултырып,ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты. Йылынманы.Көтмәгәндә,   ел ыңғайына  дарһылдап, кинәт, ҙур өй ишеге асылып китте.Оҙаҡ та тормай, ҡотһоҙ, геүләп торған мал өйөнә, мендәр, түшәк, толоп күтәргән Мотаһар килеп инде.Өндәшмәй- нитмәй, ҡараңғыла һәрмәнеп, түшәк йәйә башланы.Ҙур ауыр толопты  япты ҡыҙҙың өҫтөнә.Үҙе  йәһәт өҫтө -башын сисеп, толоп араһына йүрмәләне… Ғәзизәнең өшөгән  аяҡтарын йылытып:-“ Башҡаса мал өйөнә һинең  артыңдан инмәйем.Бынан ары минең менән  күрнәс өйҙә  йоҡларһың “.Ҡыҙҙың тәне Мотаһарҙың күптән онотолған  серлеләрҙән-серле хис-тойғларын ҡабартты.Ғәзизә был юлы ҡурҡманы,өркмәне,үҙен ҡайғыртҡан берҙән бер кешене яҡын күреп,һыйынып ятты. Ошо йәшендә,үҙенең хан һарайындай йортонан сығып,ҡотһоҙ,ташландыҡ,  шыҡһыҙ хеҙмәтсе мөйөшөндә аҡылдан шашырлыҡ ләззәтле минуттар үткәрәсәген  ете ятып бер төшөнә лә инмәгәндер. Юҡтан бар булған хәләтенә үҙе  лә аптыраны .    

Иртәнсәк Мотаһар:-“Ала бейәнең ҡымыҙын башҡалары менән бутама,айырым беш, иртәле –кисле күрнәс өйгә,минең бүлмәгә индерергә,онотма”.                                                                                                                                    

Элек тә  осраҡлы хеҙмәтселәр тотоп,ҡыл ҡыбырҙатмаған Сәхипъямал шашты отороға.Өйҙә арҡыры ятҡан әйберҙе буй һалһасы.Бәҙрәфкә  лә бармаҫ ине ,әгәр уның хәжәтен Ғәзизә үтәй алһа…                                                                                                                                                               

–Йә, иртәнге сәй эсерәһеңме,юҡмы?Тамаҡ кипте. Шул хәтлем мыштырҙайһың арт-шәрифеңде күтәрә алмайса”,- тип хажаларса ҡысҡырҙы Сәхипъямал.                                                                                                             –Мин бер үҙем,өлгөрә алмай ятам,ҡалған хеҙмәтселәр мал эшендә.                                                                                                                                                  –Өнһөҙ-тынһыҙ,элек өлгөрә инең бит.Эт эсенә һары май килешмәгәндәй,ҡунаҡ булып ҡайтыу үжәтләндерҙеме,хәйерсе шөгөлөн онотторҙомы?               

Төтөнө ҡатыш,ялҡыны  сығып, борҡолдап ҡайнап ултырған самауырҙы һөртөштөрөп,урындыҡҡа алып килеп ултыртты Ғәзизә. Сәхип:-“Мотаһар,әйҙә сәй эсәйек”.                                                                                                                                               .                                                                                                                                                                                                              –-Юҡ, мин хәҙер ҡымыҙға күстем .

  ------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------Ғәзизә киске аштан һуң,табаҡ-һауыттарҙы йыуып бөткәс,мал ағын урын-еренә урынлаштырҙы.Һөт айырта торған яңы сепаратор машинаһын иртәнгегә әҙерләп, ҡороп ултыртһа,бөгөнгө эш тамамлана һымаҡ.Көндәлек эш бөткәс,Сәхипъямалдан ҡурҡа-ҡурҡа, ҡалтыранып,төпкө бүлмәгә ашыҡты. Сәхипъямалдың бүлмәһе  эргәһенән уҙғанда , уның йортто күтәреп алып китерлек, төрлө тауыштар сығарып  хырылдауын ишетеп, йөрәге бер аҙ тынысланды. Мотаһар эргәһенә килеп ингәс, тәрән итеп тын алды:-“Эй, Хоҙайым,  ҡайһылай сығып китәрмен”-тип Мотаһарға ҡымыҙын һуҙҙы. Ишек ҡымтылып ябылғас,Мотаһар ятҡан килеш уның итәгенән эләктереп , тыйғыһыҙ йәштәрсә дәрт менән артындғы буш  урынға  ташланы. Уның яңы уяна башлаған кескәй йоморсоҡ түштәре өтөп- яндырып үтте.

--Бындай көндәрҙе лә күререм бар икән”- тип  Ғәзизәнең аяҡтарын эҙләп тапты, уның  ҡайнар тәнен тойоуҙан иреп,бөтә белгән наҙлы һүҙҙәрен теҙҙе:-“Башҡаса  мал өйөнә аяғыңды баҫмаҫһың,мал араһына сыҡмаҫһың,өй эсендәге эштәр артығы менән еткән һиңә”…Бәхеттән ҡайныһы иҫерҙе икән? Моғайын, Мотаһарҙыр.Ғәзизә лә икһеҙ-сикһеҙ дауам иткән татлы төндәргә тиҙ яраҡлашты. Хәҙер  инде ул бер кемдән дә хәүефләнмәй ҙә, ҡурҡмай ҙа.Мотаһар үҙ бүлмәһенә инеп китеүе була,Ғәзизә артынса,аяғы ергә теймәгәндәй, йылп итеп килеп етә.”Кеше шундай йән эйәһе -бөтә нәмәгә күнегә, өйрәнә,бына күрерһең әле ”-тигәйне теге ваҡыт апаһы Ғәмбәрә.

--------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------Бер көнө  сәйгә ингән ут күрешеһе,  ауылдың кендек инәһе,ялпаҡ Бибикамал:-“Һапһыҙ ҡара балта”-ға әйләнгән Ғәзизә  донъяңа саң  ҡундырмай.Шулай тормошта һис бойоҡмай,этләнмәй йәшәгәндәр бар инде. Ул һин-  Сәхипъямал.”                                                                                                                                                  .- Белгең килһә,минең хәлемде-көндәш менән йәшәп ҡара. Эсем тулы үрт. Күҙ йәштәрем кипте . --Сәкәләшеп, һүҙ көрәштереп ултырмайһығыҙ.Һеҙҙән дә тыныс йәшәгән кеше юҡ беҙҙең ауылда.                    –Улай булғас,өгөтлә бабайыңды, икенсе йәш бисә алырға,беҙҙекенән йәш бит һинеке.                                        –Ике һыйыр,бер ат көтә алмай.Елкәһе соҡор бит уның.Утын-бесән минең елкәмдә.                                             –Мин һиңә шуны әйтәйем тигәйнем:-“Сәхип,көндәшеңдең ике  сикәһе яңы бешкән сейәләй,бөйөр тирәләре, янбаштары тулыланып,эстәре бүлтәйеп килеп сыҡҡан.Әллә мин әйтәм…”                                                                   -Ашағаны ит, май, ҡаймаҡ,эскәне ҡымыҙ. Сәхип һыр бирмәй ултырһа ла, уның  күңеленә шом һалып сығып китте Бибикамал.Сәхиптең ялтырап торған, табаҡтай битенә ҡайғылы, ҡара ҡурғашлы болот һөрөмө яғылды.

Киске аш әҙерләп йөрөгән  Ғәзизәне  көндәше  күҙ ҡырыйы  менән күҙәтте.Бөтөнләй  яңы үҙгәреш  һиҙҙе: буйға үҫкән, тулыланған,күкрәктәре ҡабарынҡы,бейек,мул күлдәк тә йәшерә алмай йөклөлөгөн.”Аһ,аһ ,етешкән бисәгә оҡшаған да баһа был,иртәгәме, бөгөнме, тип тора. Аш-һыу араһында йөрөгәс,таҙарған тигән булам,”-тип тәүгә күргән шикелле, оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы. .Икенән  үргән сөм-ҡара толомдарындағы  көмөш тәңкә сыңы тегеләй үтһә лә,былай үтһә лә    сың-сың.Ике ҡулында ҡуш беләҙек.Йөҙө яҙмышынан ҡәнәғәт,хәсрәттең осмото ла юҡ-былар барыһы ла Сәхиптең күңеленә шом, яра һалды,нәфрәт тыуҙырҙы.

Оҙаҡ та тормай, Ғәзизә балаға ауырып киткәс ,Бибикамалды  саҡыртты Мотаһар. Ҡап-ҡара сәсле,малай  донъяға килде.  Әйтерһең дә ул үҙ сиратын көтөп, Урал төбөндә ятҡан.Кендек инәһе:”-Атаһы һымаҡ бәһлеүән кәүҙәле, ҙур түрә булыр,алла бойорһа”.                                                                                                                                               Мотаһар өйгә яңы хеҙмәтсе алһа ла,Ғәзизәнең эше ,хәстәре кәмемәне,ә артты ғына:Йортто бөхтә тотто, ашарға әҙерләне,бала ҡараны.Бала  тыуғандан һуң, йәш көндәшен  тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы Сәхип. Иртәнге сәй ваҡытында:-“Ҡысҡыртма  әле, шул  тыумағырыңды: көнөн,төнөн  теңкәгә  тейгән бала буламы? Төнөн әллә нисә тапҡыр уятты,йоҡоно маҙаһыҙланы-минекеләр улай булманы. Балаңды кешесә ҡарай  белмәйһең, етемде  етеп һуҡ,етә алмаһаң,ташлап һуҡ. Хәйерсе балаһы тыуғандан илаулай башлай тигәндәре дөрөҫтөр.Эттән эт тыуа,беттән бет тыуа”…                                       

Ҡағылһа ла,һуғылһа ла  балаһы хаҡына  өндәшмәне Ғәзизә. Әммә Сәхиптең  асыуын йәш көндәшенең ҡаршы яуап бирмәүе баҫа алманы,ә, киреһенсә, оторо ярһыулатты …

Шул  саҡ Мотаһар сабыйҙы күтәреп,алғы бүлмәгә сыҡты. Баланы күргәс тә, Сәхип аҡылын бөтөнләйгә йуйҙы,хатта үлеп китер ине, тик йәне күкрәгенән сыҡмай ҡалды.Ҡапыл аңын йыйып:- “Мин оҙатылып килгәндә, артымдан атайымдың ярты байлығы әйәрҙе.Бынауындай йорт-ҡураны,мал-тыуарҙы ыштанһыҙ килгән хәйерсегә ҡалдыраммы? Юҡ,минең ике улым бар.”-тип ҡысҡырып илап ебәрҙе.Мотаһар:-“Байлығым барығыҙға ла етер,башҡа  ҡайғың булмаһа- тыныслан, Сәхип.

-Әстәғәфирулла,әйтһәм,әйтәйем,йәй буйы тау- урмандар араһында ҡасып- боҫоп йөрөгән нәмәнең балаһы  кемдекелер әле…

-Үҙемдеке икәнен бик яҡшы беләм,башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатаһы булма.Байлығыңды өсләтә арттырып ҡайтарырмын атайыңа-.

--Эйе,ҡайтармай ни.Мин ҡайтҡанмын-үҙ өйөмдә ултырам.Кем арҡаһында байының? Бөтөн мөлкәт улдарымдыҡы.

Сәхипъямалдың да өс әсәһе булды,иң кесеһен,йәшен ныҡ  яратты ул.Үҙе лә ипле,тыңлаусан ҡыҙ булып буй еткерҙе,әммә аҙаҡ, ултырған ҡыҙ исемен күтәрҙе.-Берәү үлмәй,берәү көн күрмәй, тигәндәй,Мотаһарҙың бисәһе үлгән, беҙҙең ҡыҙҙы алһын ине. Димсе Айытбикәгә өндәшәйек,әжерен дә мул бирербеҙ, тине үҙ әсәһе көндәштәренә.Бер төптән  кәңәш-төңөш иткәс,оҙон-оҙаҡ яп-яҫыға һуҙмай,арыҫландай ирҙе  кейәү итеп ҡуйҙылар.Аҙаҡ ауыл кешеләре Мотаһарҙарҙың тормоштарының  етешлегенә, матурлығына,ике малайы үҫә төшкәс,яҡын тирә ауыл байҙары менән ҡунаҡлашып йөрөүҙәрен күргәс,ултырған ҡыҙ урынын таба тип,  һоҡланмаған кеше ҡалманы.Ауыл халҡының баһаһы әле лә  шул үлсәүҙә.                                                      

Сәхип  иренең үҙенә һыуынғанын  ғәҙәти күренеш  итеп ҡабул итте һәм шул тормошҡа күнеккәйне. Уның менән маһайып,ирәйеп,ғорурланып мәжлистәрҙә әллә кем булып ултырыуын йәшәү ҡағиҙәһенә әүерелдергәйне  инде күптән.Әле бөгөн килеп быға тиклемге тормошонан алған  кинәнес, шатлыҡтары йуйылды,хатта булмаған кеүек.Ятһа ла, торһа ла бер уй бырауланы уның күңелен.Йыйған донъяны түкмәй-сәсмәй үҙ улдарына ҡалдырыу.Баш вата торғас,тапты юлын да, әмәлен дә,тик Мотаһар ғына юлланһын алыҫ сәфәргә.Ниһайәт,көткән көн килеп етте.  

Яңы йоҡонан һаташып торған иҫәр кеше һымаҡ,  сабый эрғәһенә килеп баҫҡанын,мышаяҡлы һауытын сығарып,балаға ҡайһылай,нисек итеп ағыу эсергәнен хәтерләмәй… Үткер ҡылыс мейеһен телеп үткәндәй булғас, кинәт юғалған зиһене йәненә әйләнеп ҡайтты. Күҙ алдында ике улы. Зиһене буталды. Үкенеү,әрнеү,әсенеү тойғоларынан башы әйләнеп,урамға сығып  китте.Аңына килеп,мине лә бит өс әсәй ҡараған,береһе лә йәнемде ҡыймаған.Нишләнем мин ,тип шешмәкләнеп торған йөҙөн,ҡүҙ- ҡараштарын  атаһы йортона  төбәне.

                     Ауылда йәшен тиҙлегендә сабыйҙың үлем хәбәре таралғас, аталарында йоҡлап,иртә менән ҡайтып инде Сәхип . –Нимә бауылдап илайһың,балаңды ҡарамай ,көнө-төнө илатып,өнөн тығылдырып үлтерҙең…Бабай ҡасан әйләнеп ҡайта әле, ҡала һынлы ҡаланан,туҡтап-туҡтап ауыл хәлдәрен хәл итһә,ҡайһы саҡ юл йөрөүе аҙналарға һуҙыла торған.Баланы йола буйынса тәрбиәләп,урынлаштырайыҡ үҙ урынына”-тине,ҡәҙемгесә, йомшарып.Сәхипъямал көндәшен  мыжыуҙан ҡапыл, шып туҡтаны.Өнһөҙ-тынһыҙ Ғәзизәгә хеҙмәт иткәндәй:-“Самауыр ҡуйҙым,аш һалдым, яҡын-тирә,күрше-күлән  инеп-сығып торор”. 

-Миңә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй,балаҡайым менән ер ҡуйнына  инергә әҙермен-.Ул бәүелә-бәүелә,бер ни ишетмәй,күрмәй сабыйы эрғәһенә урындыҡҡа ауҙы.Хоҙай Тәғәләм,миңә лә үлем бирсе,тип үкһеп-үкһеп ҡысҡырып иланы. Шул саҡ    Ялпаҡ Бибикамал шарылдап килеп инеп,күҙ йәштәрен тыя алмай:-“Тыуымға шул хәтлем ыңғай килгәйне бит,балаҡай  ғынам,ундайҙар донъялыҡта өлөшлө һәм  уңышлы булалар ине лә.Мин бөтә ауыл балаларының кендек инәһе—тыуғанда  уҡ беләм,кем нисек булырын.Сәхип:-“Мин атамдарҙа нишләп йоҡлап ятам икән? Килер ҡаза  аҡыл- зиһенде алдырғандыр”-тип ысынталап ,күҙ йәштәре сығарып һыңҡылдап-һыңҡылдап иларға кереште.                 Был хәлдәрҙән һуң,һикһән йәшендә эйәр теймәгән арғымаҡты ауыҙлыҡлап сапҡан Мотаһар, ҡүҙ менән ҡаш араһында,кинәт биреште,мөҙрәне. Һин дә мин атын егеп,арбаһына ултырғас,ҡапыл ауырайҙы,дилбәгәне ҡулына ала алмайынса,арба эсенә ҡоланы.Ҡойроғон болғай-болғай  эйәреп китергә эҙерләнгән уҫал эте өҙөп-өҙөп,ауалап-ауалап, күккә ҡарап өрҙө.Бөттө,бүтән уға бер нәмә лә,бер кем дә кәрәкмәй  ине. Таш юрған һымаҡ,ҡайһылай ҙа ауыр булып ябырылды был көндәр Ғәзизәгә. Ер йөҙөндәге йәшәүенең мәғәнәһе-балаһын  һағынды ,күкрәгенә ҡыҫҡыһы килде,йөрәген баҫа алмай, икһеҙ-сикһеҙ һағышлы тауыш менән, өҙгөләнеп ҡысҡырып ебәрҙе:--“Башҡаса һеҙһеҙ йәшәй алмайым,йән киҫәкәйҙәрем,ниндәй ғонаһтарым өсөн ташлап киттегеҙ!                                                                                                                                                                                                                                                                 

Таңһылыу Ғәйнуллина.                                                                                                                                                                                                                                                                  фото интернеттан                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                      

                                                                     

.

         

                             

 

 

 

 

 

                                                                                                                                                            

                                                                                

     

 

  

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас