Беҙҙең яҡтан район үҙәгенә ҡарай барған, ат һуҡмағын хәтерләткән юл эсендә Васильевка тигән урыҫ ауылы ята торғайны әүәле, хәйер, үткән ваҡытта һөйләһәм дә, кеше йөрөмәгәнлектән теге һуҡмаҡ күҙ уңынан юйылып юҡҡа сыҡһа ла, шөкөр, ул ауыл әле лә бар, әммә элекке күркәмлеге, йыйнаҡлығы, төҙөклөгө һиҙелеп ҡайтышланған, шәхси хужалыҡтар һаны ла ҡырҡа ҡыҫҡарған, элек 50-60 мөрйә төтөн сығарһа, хәҙер унда шуның ҡап яртыһы ғына тороп ҡалған шикелле. Юҡҡа сыға ауылдар, бөтә, улар бөткәс йылдар үтеү менән туҙырап таралған нигеҙ таштарылай вайран килеп сәсрәгән шул ауылдарҙың исемдәре лә яйлап-яйлап кеше хәтеренән юйыла, шуныһы эсте бошора. Беҙҙең төбәктә Шәмсетдин, Әбсәтәй, Бараҡал, Әлмөхәмәт, Ҡәрйән, Ураҙғол ауылдарының булғанлығын йылдар үтеү менән йәш быуын иҫләрме икән?! Икеле. Берәй мауыҡтырғыс тарихты һөйләргә йыйынһам, киреһенсә, образлы һүрәтләү, ҡайһы бер күренештәрҙе аныҡлау, асыҡлау менән мауығып, онотолоп, әйтеремдән ситләшә лә китәм. Шулай итеп элек ауыл атамаһына хисапланып бөгөн утарға ҡалған Васильевка. Ауыл ситендәге, кескәй инешкә тартым йылғаның текә ярында бейек урыҫ ҡапҡаһының артына асылмаҫлыҡ итеп бикләнгән, тәҙрәләре тирә-йүнгә шикләнеп, ышанмай ҡарап баҡҡан, шифер ҡыйыҡлы, ҡарағайҙан буралған йорт ҡалҡҡан ине теге заманда. Ул тарафтарҙан күптән үтмәгәс, йөрөмәгәс әйтә алмайым, ул өй хәҙер шунда, урынында торамы, әллә юҡмы, билдәһеҙ, сөнки ауылдар ташландыҡ, ҡарауһыҙ, кеше йылыһынан мәхрүм ҡалған өйҙәр иҫәбенә юҡҡа сыға баралар түгелме? Башта уҡ әйтеп үткән берҙән-бер юл гелән урман-шырлыҡ эстәренән, инмәле лә сыҡмалы тауҙар араһынан бара, шуға ла йәй көндәре йәшкелт ләм япҡан, һыуы эркелеп ятҡан соҡорҙарына, урап үтергә сама-яй тапмағас сумып барып батһаң, батҡаҡтан тиҙ генә, еңел генә ҡотолормон, тимә, сыҡҡан хәлдә лә тартып алып йоторға ынтылып алда яңылары көтә. Ҡыш көндәре инде был юл ысын мәғәнәһендә “йәшәү һуҡмағы”на әүерелә, буран сыҡтымы – беҙҙең тараф бер нисә көнгә ҙур ерҙән айырылып бикләнде, тигән һүҙ. Ҡамалып ҡалһаң, билдәле, кемдәлер барып ҡунырға кәрәк бит инде, шуға теләйһеңме быны, әллә юҡмы, һарандың һараны, ҡыҫмырҙың ҡыҫмыры, һыҡһаң ҡаны сыҡмаҫ Иван Плотниковта туҡталырға мәжбүрһең. Беҙҙең тирәләге башҡорт, урыҫ, сыуаш ауылдары береһе икенсеһенә яҡын урынлашҡанлыҡтан унда йәшәгәндәр әллә ҡасан белеш-знакумға, таныш-тоношҡа әүерелеп бөткәндәр, шуға Иван да мин әйткән сүрәттә ауылдаштарыма яҡшы таныш. Әйткәндәй, теге “йәшәү һуҡмағы” ла тыҡрыҡтағы Ивандың картуф баҡсаһын ҡырлатып йортоноң тәҙрәһеҙ стена ҡырынан ғына үтә. Ҡайһылай итмәк, нимә ҡылмаҡ, башҡаса әмәл юҡ, һуңғы сиктә знакумға барып кәпәс һалырға мәжбүрһең. Исеме сыҡҡан, билдәле һаран булһа ла Иван Алла хаҡына, типтер инде, үткән-һүткәнде, килгәнде-киткәнде ҡундырып сығара ине, мәгәр ишеген ашатлап үтеп, үтенесеңде әйтеүең була, ул аш өйөндәге уң яҡ стена ҡырындағы ҡалын таҡталарҙан әтмәләнгән оҙон урындығына керҙән йышылып, күп тапҡырҙар ҡулланыуҙан ҡаҡашып бөткән, ҡолаҡсындай яҫтыҡты, алама, эт талағандай йыртыҡ-мортоҡ тиртунды быраҡтыра ла кире ҡаҡмаҫлыҡ дорфа тонда былай ти: “Ладно, так и быть, где бы наше не пропадало, не велика потеря, давеча и большее теряли, пущу ночевать, но, учтите, уйдете ни свет, не заря, рано утром, на завтрак, или на другую дополнительную еду не расчитывайте. Мне скоро свинью резать, ее надо кормить!” Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында мал кимәленә төшә лә ҡуяһың, тик айырма шунда, исмаһам сусҡаның тамағы туҡ, ҡараулы, ә һин ятаһың инде ҡаҡ һәндерәлә, һыуыҡ мөйөштә бөгәрләнеп, бетле тунды бөркәнеп, керле яҫтыҡты еҫкәп! Масаль ҡушаматлы староверҙар йәшәгән ауылда башҡа ҡайҙа барып баш төртмәк, ошо ҡойтолоҡҡа ла мөрхәтһенәһең, ауыр шарттарға ла күнәһең. Шулай итеп студент саҡта Сибайҙан ҡайтышлай медицина училищыһында бергә уҡыған ауылдашым Фәһим менән Васильевкала бикләнеп ҡалдыҡ. Әйткәндәй, Фәһим менән Сибайҙа ла күптән һикһәнен ҡыуғанлыҡтан хәтере сонторланып иҫе инәле-сығалы булһа ла ҡара хисапҡа хайран шәп, йәшәү хаҡын теүәл итеп һуңламай алырға әүәҫ Мәрфуға әбейҙең бер бүлмәлек фатирында йәшәйбеҙ, тип раҫлауы дөрөҫ үк булмаҫ, тереклек итәбеҙ, тишек-тошоҡ одеял түшәп ҡаҡ иҙәндә йоҡлап йөрөйбөҙ. Йомоҡтоң йомоғо инде Фәһим, ауыҙынан артыҡ һүҙ ишетермен, ҡыпһыуыр менән тартып алырмын, тимә. Һорауҙарыңа “эйе”, йә “юҡ”, тип кенә яуаплай, һәм бөттө-китте. Ғәҙеллек хаҡына шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, бик егәрле, бөтмөр егет ул ауылдашым; фатирҙы көн һайын йыуып-һөртөп, матур итеп йыйыштырып ала ла аҙыҡ-түлек артынан кибеткә барып килә, көнөнә өс тапҡыр ашарға яраштыра, ҡашығаяҡты, икебеҙҙең дә керҙәрҙе йыуып ала, кипһә үтекләй, шулай итеп ике ҡулыма бер эш ҡалдырмай. Оҫта барҙа ҡулыңды тый, мәҡәлен иҫтә тотоп, тулыһы менән ирек ҡуйғанмын ауылдашыма, әйҙә, ҡыуанһын, мәгәр күрһәткән ышанысымды ул әлегәсә тулыһы менән аҡлай. Шаптырыраҡ, телгә бөткән ғәмһеҙерәк, вайымһыҙыраҡ булғас егәрленең сымры хеҙмәтенә лә урынлы-урынһыҙға тығылып, ҡағылып йөрөп булмай бит инде, нисектер уңайһыҙ, килешмәгән дә һымаҡ, эш белмәгән ҡулым менән бәрелеп уйламағанда йә үпкәләтеп ҡуйырмын. Көн итәбеҙ шулайтып, килешеп. Уның ҡарауы Мәрфуға ҡарсыҡты яйлау-майлау, уның былай ҙа әйләнгән башын тағы ла зыр әйләндереү минең өҫтә, йәғни, сәсән барҙа телеңде тыйыуҙы хәтеренә һалған Фәһим был нескә, үҙенсәлекле, айырым оҫталыҡ, таһыллыҡ талап иткән дипломатик эшкә тығылырға йөрьәт итмәй. Мыжыҡ, торғаны бер ағас игәү, бер һүҙҙе ҡырҡҡа еткергән, олғаштырған ҡарсыҡ та йыш ҡына былай тип ҡабатларға ярата: “Торлатмай ҡыуалап ҡына сығарыр инем дә, ҡыҙғанам, һинең арҡала йәшәп ятаһығыҙ инде, минең менән килешеп!” Бәс, шулай икән, мин дә оло, үтә лә яуаплы, хатта өҫтәп әйтер инем, көнүҙәк хеҙмәт атҡарам булып сыға түгелме? Улайға уҡ китһә беҙгә лә әруах еҫле фатирҙа көн итеүе еңелдән түгел, шуға яңыраҡ ятаҡтан урын һорап училищы директоры исеменә ғариза яҙып һалдым. Фәһим ары ла бергә йәшәребеҙгә өмөт итә. Ризалаштым, тегендә лә бүлмәне таҙа итеп тоторға, уныһын-быныһын урын-еренә еткерергә лә ҙурҙан бер кеше кәрәк тә баһа.
Илла аллаға, эләгеп-һағып, ҡайһы ерен йәйәүләп, ҡайһы ерен осраҡлы ылауға һағып утарға эңер төшкәс, өйҙәр тәҙрәләренә ут ҡундырған мәлдә килеп төртөлдөк, ары китер инек тә урман юлын, әлеге лә баяғы әҙәм үтмәҫлек, бил-быуарҙан көрт күмгән. Билдәле, иртәгә лә йәйәүләп барасағыбыҙ көн кеүек асыҡ, тик ҡараңғы юҡта түгел, яҡты көндә төртәләнеүең хәйерле. Бикһеҙ ишектән инеүебеҙ булды, төпкө яҡтан тәбәнәк буйлы ҡырҡылған түмәрҙәй йыуан кәүҙәле Иван күренде. Өҫтөнә төймәләре эленмәгән сатраш биҙәкле күлдәк, ҡыптыр брезентҡа тартым салбар кейеп алған. Беҙҙе абайлау менән быуаҙ, бала тыуҙырырға етлеккән бисәнең кәпәйгән ҡорһағылай аҫҡа һалынған йөнтәҫ эсен ҡыҫҡа бармаҡтары менән шытырҙатып тырнаны ла, йомошобоҙҙо һүҙһеҙ ҙә аңлап алып, шиғырҙай ятлап бөткән һүҙҙәрен теҙҙе һәм ике яҫтыҡ йораты, бер фуфайка һәм йышылып ҡатҡан, әллә кемдәрҙең уҡшытҡыс еҫе һеңеп бөткән тиртунды эткә һөйәк ырғытҡандай беҙҙең яҡҡа быраҡтырҙы. Фәһим күндәм, баҫалҡы, мулланың бесәйендәй әҙәпле кеше булараҡ сисенә һалып, “ большое спасибо” һын мығырҙап стена ҡырлауында кәксәйҙе лә тиртунды башынан аша тартты. Ә мин ятырға ашыҡманым, урындыҡ ситенә һаҡҡайным ғына төпкө яҡтан апаруҡ ҙур, аҡһыл һоро төҫтәге ялбыр йөнлө бохар бесәй абруйлы атлап килеп сыҡты ла, нишләп йөрөйһөгөҙ бында, ваҡытһыҙ, беҙҙе ҡаңғыртып, бимазалап, тигәндәй тумалаҡ күҙҙәрен уҫал баҙлатып миңә ҡарап тексәйҙе. Үҙен төп хужалай ышаныслы тотҡан йән эйәһе менән таныштырырға теләгән Иван һирәк шырт баҫҡан дүрткел эйәге менән тегеңә ҡарап ымланы:
- Будьте знакомы, кликуха этого мошенника - Плюшкин! Скряга! Такого скупого, белый свет никогда не видел!
“Мал эйәһенә оҡшай!” тигән һүҙҙәр телемде ҡысытһалар ҙа күндәм итәғәтлек күрһәттем:
- Ничего, мы с ним вмиг подружимся!
- Врядь ли, он чужого проходимца, каждого встречного к себе не подпускает.
- Я не проходимец, уважаемый!
- Все ровно, в этом роде.
- Добрый привет и кошке приятен! – Шул тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеп аяҡтарыма килеп һырпаланған бесәйҙең башынан һыйпап ҡолаҡтары һыртынан тырнағайным, теге күҙҙәрен йомоп мырылдап ебәреп алдыма уҡ менеп ҡунды.
- Поразительно, но, факт! - Күргәненә ышанырға теләмәгән йорт хужаһы телен шартлатты.
Ҡаршымда тамуҡ киҫәүеләй һерәйгән Иванға иғтибар менән текәлеп йылы ҡарашымды һирптем:
- Шулай итеп бына һеҙ ниндәйерәк кеше икән?!
- Уточняйте, если не трудно, ниндәйерәк инде? - Ҡырмыҫҡа айыуылай төйөрөм кәүҙәле Иван керле, шыбаҡшып һибелгән, ҡартайған ата сусҡаның шырт ҡылдарына тартым һирәк сәстәрен суғырмаҡлы бармаҡтары менән аралап, шешенке ҡабаҡтары аҫтына йәшеренгән йәшкелт күҙҙәрен секрәйтеп ғәжәпләнгәндәй итеп баҡты. – Бында һин иң элек нимәне күҙ уңында тотаһың, пацан, ась? Әйткәндәй, төпсөнөп ҡыҙыҡһынманым да бит әле, минең торлаҡҡа һеҙҙе ниндәй елдәр ташланы, һәм һеҙ ҡайһы тарафтан?
- Ҡайҙан, ҡайҙан, билдәле инде, Һабырҙан! Был юлдың осо фәҡәт шунда барып төртөлә. Һеҙҙең күркәм батша һарайына, хөрмәтле ғәли йәнәптәре, осраҡлы ел ташламаны, аҡман-тоҡман ҡайтыр юлыбыҙға көрт һалып быуып ҡуйғанлыҡтан һеҙгә боролоп инергә батырсылыҡ иттек, ә һеҙ беҙҙе үҙ сиратығыҙҙа хушкүңеллек күрһәтеп ҡаршы алдығыҙ, шуның өсөн дә һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бына ошондайыраҡ тарих, хөрмәтле Иоанн Васильевич… Грозный.
- Грозныйҙың кем икәнлеге мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, ә бына минең ҡарттың исемен ҡайҙан беләһең?
- Һуң батша һынлы батшаның исеме тотош ер шарына билдәле инде ул!
Иван Плотников Рәсәй тарихында үтә лә һай йөҙә ине булһа кәрәк, шуға әйткәндәремде күҙҙәрен аңра бәрәндәй серт-серт йомоп онотолоп тыңлап торҙо ла ғәҙәти һөйләшкә күсте.
- Һин уҡыған кеше, батша тип ҙурлағасың Иоанн да булырға ҡаршы түгелмен. Тарих ул тарихсылар өсөн, беҙгә үҙебеҙсә, тарихһыҙ-ниһеҙ генә көн итергә кәрәк, мал аҫрап, сусҡа һимертеп… Шулай итеп, Алла фәҡирҙәре, иртәгә һеҙгә тағы ла юл ярып 15 саҡрым тирәһе көрттә йөҙөргә, сумырға әләйгәс? Яҡлы күҙҙә лә көн оҙоно йонсорһоғоҙ әле.
- Күнегелгән шөғөл.
- Все ровно, утомительное занятие.
- Нисек тә осо-башына сығырбыҙ. Ә һеҙ ултырығыҙ, на ногах правды нет, тиҙәрме әле һеҙҙең халыҡта! – Шулай тип өндәшеүем булды Иван тыңлаулы бала ише яныма һаға ла һалды.
“Әһә, - тип уйлап ҡуйҙым эсемдән, - аумаҡай әҙәмгә оҡшағанһың, тимәк һинең миңрәү башыңды әйләндереп үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайырып була…”
- Беҙҙең ауылдағы Захар-Зәкирҙе моғайын да беләһегеҙҙер? – тип шәкертенән
имтихан алған ҡырыҫ хәлфәләй тәкәббер ҡарап беренсе һорауымды ҡаттым.
- Беләм дә икән, ти, шунан?
- Шунан, тип ни, шул, ул беҙҙең ут күршебеҙ, шабашка менән тамаҡ туйҙырғас юлдан ҡайтып инә белмәй тирә-яҡ ауылдарҙы ҡыҙыра. Әмәлгә баҡҡандай бер көн беҙҙең һымаҡ ҡышҡы буранда ҡамалып ул һеҙҙә ҡунып сыҡҡан, йәнәһе лә.
- Ҡунып, тиһеңме? - Ғүмерҙә лә күрмәгән-белмәгән Зәкирҙе хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй бер килке һүҙһеҙ шымтайҙы, мәгәр күпме генә ыҙаланһа ла ғүмерҙә лә минең күршемдә йәшәмәгән, йәшәү генә түгел яҡын тирәлә иҫе-оҫо булмаған ят кеше көҙрөй елкәле, текә маңлайлы, ҡуш йоҙроҡтай башлы Ивандың мейеһенә эҙ һалып үтмәгәндер, күрәһең, ул үртәлгәндәй итеп ҡул ғына һелтәне. - Ары нимә? Күптәр миндә ҡунып сыға, уларҙың һәр береһен хәтерләргә, иҫәпләргә мин һиңә керле төймәле бухгалтер счеты ла, иҫәп-хисапҡа хирес учетщик тә түгелмен!
- Шул Зәкир, бер көн һүҙ араһында, көтмәгәндә-уйламағанда һеҙҙе бик игелекле кеше, тип әйтеп ысҡындырҙы.
Иван миңә шикләнеңкерәп, ышанмайыраҡ баҡты:
- Һин бик оҫта итеп, һүҙ артынан кеҫәңә тығылмай ғына тел сарлайһың, йәш кеше, ысынлап та ул шулай тинеме?
- Кем? – Үҙ алдығыма үҙем абына яҙҙым.
- Кем булһын, Закир!
- Ул әйтеп кенә ҡалманы, һеҙгә тик ыңғай яҡтан эстәлекле итеп ҡылыҡһырлама яһаны. Ә бит һүҙгә һаран Зәкир осраған берәүҙе маҡтай һалып бармай, маҡтай икән, тимәк ул уға һис шикһеҙ лайыҡ.
- Һе, әйҙә, һинеңсә булһын, һиңә таң атҡансы ошо тиретун, иптәшеңә фуфайка! – Фәһимдең өҫтөндәген һыпра тартып алып уға фуфайка ябып, минең алға кәзә һыҡраһы һеңгән, урын-урыны менән йөнө ҡойолоп эт алғыһыҙға ҡалған тиретунды һалды – Ризаһыңмы ошоға, теләгәнеңде алдыңмы инде?
- Һис һүҙһеҙ! – Фәһимгә яңынан тиретун бөркәп ян-яғын ҡымтыштырҙым да киренән тубыҡтарыма мазут һеңгән фуфайканы һалдым. – Пусть Всевышний Вас благославит, Тәңре риза итһен үҙегеҙҙе!
- Тәңре юғарыла, ул һораһаң бирә һалып бармай, шуға үҙеңә сәбәп ҡылырға, ас ҡалғың килмәһә сусҡа һимертергә кәрәк…
“Йә, Хоҙай, был әҙәм сусҡанан үтеп берәй йән эйәһен, донъяла булып ятҡан берәй хәлде, яңылыҡты беләме икән? Юҡтыр. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бының наҙанлығы минең файҙаға ғына, томананың күҙҙәрен томалау күпкә еңелерәк… Ә томана үҙ сиратында күккә ашырып, олғаштырып маҡтағанды, ҡупыртҡанды ярата…”
- Захар, балабол, ысынлап та шулай тинеме? – Шымтайыңҡырап ҡалған Иван ҡабатлап һораны.
- Улай уҡ түгел?
- Нисек инде, яңы ғына, минең алда бер хәбәрҙе әйттең дә хәҙер киреһен тылҡыйһың, быны нисек аңларға?
- Мин бит әйткән һүҙҙәремдән баш тартмайым, киреһенсә, һеҙҙең сос ҡолаҡтарығыҙға һүҙмә-һүҙ шуны еткерәм, - итләс, булыр-булмаҫ ҡалпаҡлы радио ҙурлыҡ ҡарпыш ҡолаҡтарға ҡарашымды һирптем, - Зәкир һеҙҙе игелекленең аръяғындағы иң игелеклеһе тине!
- Прямо так и твердил?
- Игелекле фәрештә, тип тә ебәрҙе!
Иван ошо һүҙҙәрҙән һуң төпкө яҡта юғалып торҙо ла тиҙҙән түшәк ҡаралтыһын ҡосаҡлап кире килеп сыҡты:
- Әйҙәгеҙ, егеттәр, аҫтығыҙға матрац түшәйек, өҫтөгөҙгә йомшаҡ юрған ябынығыҙ, шулай уңайлыраҡ та, йылыраҡ та булыр.
Фәһим ҡәнәғәт ҡиәфәттә тамағы төбөнә һыҡып ҡатҡан “спасибо”һын ҡабатлап әйтте лә йылы түшәккә сумды, ә мин ҡаҙыҡтай суҡайып ултырыуымды дауам иттем.
- Һин нимә, егет, серек түңгәктәй, осаға сыҡҡан сиҡандай һерәйҙең әле, ят! – Иван шуның менән әңгәмә тамамланғаның белдереп төп яҡҡа ҡарай ыңғайланы.
- Хәҙер ятам, - мейемде аҡыллы фекер йыбырлатҡанын белдереп түбәмде тырнаным, - тик көтмәгәндә ҡылт, итеп Фазылйән ағай иҫкә килде лә төштөсө . Федька-бригадирҙы беләһеңдер ул?
- Белмәй тағы, - Иван да таныш исемде ишеткәс йәнләнгәндәй итеп кире ҡайырылды ла ҡоласын йәйҙе, - әгәр хәтерем яңылышмаһа беҙ уның менән бер йылғылар шикелле. Армияға ла икебеҙ бер осор киттек, флотта хеҙмәт иткәс ул бер йыл минән һуңлаңҡырап ҡайтты. Ҡайтты ла һаман да шул эшендә йөрөй. Ҡырсылыҡ бригадиры булғас тауыҡтарға ем, сусҡаларға көрпә артынан йыш ҡына һуғылғылайым уға, үтенесемде кире ҡағып ҡоро ҡул бороп сығарғаны юҡ.
- Бына шул, Федька… - Күҙҙәремде серле ҡыҫа төштөм. Иван да минән яҡшы һүҙ өмөт иткәндәй өңөлөп ҡарап торҙо-торҙо ла һуңғы сиктә сыҙаманы, тәки, яныма һағып хафалы итеп ҡараны:
- Федька, минең хаҡта бер йүнһеҙ хәбәр ысҡындырҙымы әллә?
- Ысҡындырыуын ысҡындырманы…
- Бер башлағасың әйтеп бөтөр?
- Нимәһен әйтеп бөтөрәһең…
- Нисек бар шулай!
- Уны һеҙ бер заман телде йоторлоҡ тәмле билмән менән һыйлағанһығыҙ икән.
- Ул билмәндәрҙең телде йоторлоҡ икәнлеген ҡайҙан белдең, тәмләп ҡарамайынса?
- Федька-бригадир бер көн ир-ат араһында тамаҡ ярып: “Васильевкала иң һыйсыл кеше – Иван!” тип әйтеп ысҡындырмаһынмы!
- Прямо тамаҡ ярып әйттеме?
- Юҡ, тамаҡ ярманы.
- Нисек инде тамаҡ ярманы, шулай тип әйттең да күҙ менән ҡаш араһында киренән һаплайһың?
- Ул трибуна артына баҫҡан ораторҙай тотош ғаләмгә ишетелерлек итеп әйтте. Хәҙер ярты, юҡ, тотош ауыл шул хаҡта ғына һөйләй!
- Һе, һин ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишетер, ишетер генә түгел, йылан аяғын киҫер хәйләкәр әҙәмгә оҡшағанһың!
- Мин һеҙҙе ниндәй маҡсатта төп башына ултыртырға тейешмен әле, хөрмәтле, Иоанн Васильевич, ә? Ярай, тыныс йоҡо, алай ҙа йоҡларға индерҙегеҙ, һеҙ булмаһағыҙ беҙ кемгә генә билдән бөгөлөп баш тығыр инек, тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һеҙгә. Беҙ иртә таң менән ашамай-эсмәй, шым ғына, һеҙгә борсоу һалмай ғына сығып китербеҙ…
Иван урынында ултырыуында булды, ул минән һаман да булһа маҡтау һәм күтәрмәләү көтә ине булһа кәрәк. Бына ул ялбыр ҡаштарын яҙып миңә ҡарап тексәйҙе:
- Әләйгәс, билмән, тинең инде?
- Билмәне лә билмәне, оло, ағас ҡалаҡҡа һыймай ине, тигәндәй булды Федька-бригадир.
- Кисә минең алйот бисәм турағыстан ит үткәрмәгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ә бит мин уға уйламағанда-көтмәгәндә һеҙҙең ише ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың килеп төшөрөн иҫкәртеп әйткәйнем, тумбытҡайным, тыңламаны, йүнһеҙ. - Ул шулай итеп тиҙ арала “һин” дән, абруйлы “һеҙ”гә күсте.
- Ярай, билмән, тигән татлы һый үткән тарих, уны һөйләүҙән тамаҡ туймаҫ, йоҡлайыҡ булмаһа, тыныс йоҡо һеҙгә!
Иван урынынан ҡалҡты:
- Тороп тороғоҙ әле… Минең алйот бисәнең ғәйебе арҡаһында бөгөн билмәндән ауыҙ итеп булмаҫ инде, ә бына мейес төбөндәге сүгендә щи бар. Теләйһегеҙме?
- Һеҙҙе урынлы-урынһыҙ борсоғо килмәй бит әле, былай ҙа юлбаҫарҙар ише баҫып килеп индек!
- Әҙәпле ҡыланып килештермәгеҙ инде, берүк! Хәҙер беҙ һеҙҙең менән щи ашаясаҡбыҙ! Шулай итеп эс-ҡарын туралған щи ашағығыҙ киләме, хөрмәтле әфәнделәр?! - Тамаҡ хаҡында һүҙ сығыуын ишетеп уяулы-йоҡоло ятҡан ас Фәһим урынында ҡымғырлай биреп ҡуйҙы. - Мария?! - Иван төп яҡта түшәгендә күлбеп ятҡан бисәһенә ҡысҡырҙы. – Хәҙер үк, кисекмәҫтән өҫтәл әҙерлә! - Умарта солоғолай йыуан ҡатыны ҡалҡынды ла эске күлдәктә генә йөрөп ризаһыҙ йөҙ менән тырт та мырт баҫып табын хәстәрләргә кереште. “Әһә, - тип тарихи фекер төйнәнем эсемдән, - был Иван Грозныйҙың икенсе ҡатынылыр, беренсеһе Анастасия исемле булған шикелле…”
- Хөрмәтле Иоанн Васильевич, Мария…
- Башлағасың төпсөнөп бөтөр, ҡатының һинән күпкә йәш күренә, тимәксеһеңме? Эйе, икенсеһе!
- Юҡ та, һеҙ бер-берегеҙгә тап килеп тораһығыҙ, аҡҡоштарҙай парһығыҙ тимәксе инем…
- Быныһына ла шылғаяҡ яуабыңды таптыңмы?! Йәшәйбеҙ әлегә ығырлап-шығырлап, ары күҙ күрер!
Шул һүҙҙәрҙе ишеткән Марияның йөҙө төмһәреп киткәйне Иван уны тиҙ арала үҙ урынына ултыртты:
- Нимә һинең йөҙөң әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сирылған, ась?! Бар, хәҙер үк йыйынып ал, осаңды сит-яттар алдында ялтыратма, күлдәгеңде кей, сәстәреңде тара, үҙеңде рәт-яйға килтер!
Ысынлап та бер аҙҙан барынса ҡуҫтарланған ҡатын беҙҙең ҡаршыла күренде, хәҙер батшабикә шыҡһыҙ солоҡ умартаһын түгел, күрер күҙгә күрмәлекле, ҡорото һарҡытырға эленгән ямаулы эркет тоғон хәтерләтә ине. Өҫтәлгә тиҙ арала сүген менән ҡайнар аш килтерелде, тоҙланған ҡыяр-бәшмәктәр сығарылды, хуш еҫле ҡара икмәк теленде. Фәһимде торғоҙоп, кейендереп, ултырып-урынлашып бөткәндән һуң Мария ҡултыҡ аҫтындағы босҡаҡтай йөндәрен асыҡ күрһәтеп, үҙенсәлекле бисәләр еҫен борхотоп ебәреп ҡоласын йәйҙе:
- Ешьте, угощайтесь һости дараһие!
Табын яртылағас, тамаҡ туя төшкәс, сираттағы хәбәремде һалдым:
- Электрик Әүхәҙейҙы хәтерләйһеңме?
- Хәйләкәр, ҡойроҡло шайтан, мөгөҙлө иблес һин, ысынын әйткәндә, әммә был юлы мине алдап башымды әйләндерә, төп башына ултырта алмаҫһың, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй. Хәҙер тасуири итеп әйт әле, беҙ уның менән һуҡмыш саҡта ниндәйерәк йырҙы һуҙабыҙ, ә? Эләктеңме, ниһайәт?!
Аптырай биреңкерәп ҡалғас, иҫемә төшкән тәүге йырҙы тауышы ултырып етмәгән көҙгө әтәстәй йәшелле-күкле итеп һуҙып та ебәрҙем:
Шумел камыш, деревья гнулись,
А ночка темная была…
Иван эргәһенә ҡуштан тауыҡтай һыйынған ҡатынының һыпра төшкән биленән һыға ҡосаҡлап, ташбыҡ күҙҙәрен түшәмгә терәп элеп тә алды:
Одна влюбленная пара,
Всю ночь гуляла до утра!
“Д-ә-ә-ә, - тип ҡуйҙым эстән, картуфлыҡ баҡсаһындағы ҡарасҡылай Иванға, “нәҙек-өҙ-өк” Марияға ҡараш һирпеп, - “Иван да Марья”ға, “Руслан и Людмила”ға биргеһеҙ инде һеҙ!”
- Тап өҫтөнә баҫтың, егет, Әүхәҙей ҡорлаш менән ултырғанда беҙ гел ошо йырҙы һуҙабыҙ! Ҡара әле, мөгәрәптә бит балым күпереп, ажғырып ҡайнап ултыра, әллә шуны тәмләп ҡарайыҡмы?
- Беҙҙең ауылдың урта тотошонда Хәйбулла тигән уҙаман йәшәй, хөрмәтле Иоанн Васильевич!
- Ундай оҫта бейеүсе, маһир таҡмаҡсыны кем генә белмәй икән!
- Ана шул Хәйбулла яйы сыҡҡан һайын: “ Ер йөҙөндәге иң һыйсыл кеше – Иван!” тип ҡабатларға ярата.
- Етте, тел биҫтәһе, башҡаса минең башты әйләндерергә юл ҡуймам, был юлы ла алдашаһың бит, кәнтәй малайы?
- Изге тәре менән ант итәм! - Мөйөштөң түрендә минең ҡойолдороп бытылдауымды моңһоу ҡарап күҙәткән, ышанмайыраҡ тыңлаған иконаға эсемдән “бисмилла”амды әйтеп ҡарап алған булдым.
- Бына хәҙер ышандырҙың! Әйт, хәҙерге мәлдә йәнең нимә теләй?
- Күгәрсен һөтөнән башҡаһы бөтәһе лә өҫтәлдә бит.
- Һаман еренә еткереп килештерәһең, пацан?! Һеҙ күп нимәнән ауыҙ иткәнегеҙ юҡ әле, Мария, хәҙер үк ниндәй һыйың бар барыһын да алдыбыҙға теҙ!
“Йомоҡ бер туйғансы, илгәҙәк ике туйыр!” тип юҡҡа әйтмәгәндер халыҡ, эсебеҙ
йәйелгәнсе, ғарҡ булғансы һыйланып йоҡларға яттыҡ. Аралашыуҙан үтә лә ҡәнәғәт ҡалған һаран йорт хужаһы ятырға ашыҡманы, баҙҙағы балын сығарып, шуның менән һыйланып әллә күпме ваҡыт буҙлап та ултырҙы:
Ой мороз, мороз, не морозь меня.
Не морозь меня, моего коня.
Моего коня, белогрива-һ-о-о-о!..
Иртәгеһен беҙ тороуға өҫтәлдә самауыр борхой ине инде, табын түренә йүкә балы, яңы айыртылған ҡаймаҡ ҡуйылғайны, ары әллә нисә төрлө емеш-еләк ҡайнатмаһы, тоҙланған ҡыяр, борос, самауырҙа бешереп алынған тауыҡ йомортҡалары һалынған ҙур тәрилкәләр теҙелгән. Өҫтәл артына урынлашыуыбыҙ булды урындыҡ аҫтынан килеп сыҡҡан бесәй аулап эләктергән сысҡанын аяҡтарым аҫтына килтереп һалды ла яратып, хөрмәт менән миңә төбәлде.
- Глазам своим не поверю! - Мария яланғас балтырҙарына сапты. - Не разу не видела что энтот жирный, ленивый бездельник, мышей ловит, не разу не замечала что свой кусок он с кем-то делится! Его ведь даже наша злая собака остерегается!
Йылы хушлашып ҡайтырға сығып күҙ күреме ер киткәйнек, артта һөрәнләгән тауыш ишетелде:
- Тороп тороғоҙ әле, егеттәр…
Иван бышлығып беҙҙең эргәгә килеп баҫты.
- Һеҙ беҙҙең ауылдаштарға теҙеп сәләм еткерергә теләйһегеҙ шикелле? – тинем.
- Мине йылы һүҙҙәре менән иҫкә төшөргәндәре өсөн барыһына ла билемдән бөгөлөп сәләмдәремде еткерәм. Хәйбулла минең хаҡта нимә тип әйткән әле? Кисәге әңгәмәне онотманыңмы?
- Һеҙ нимә, ундай алтын һүҙҙәр онотоламы инде?! Ул һеҙҙе гел генә изгеләрҙән-изге, йомарттарҙан йомарт, тип хәтеренә төшөрә.
- Бына һеҙгә юлға сало, тоҙланған ҡыярҙар, мейестә яңы ғына бешеп сыҡҡан йылы икмәк… - Һаран үҙе менән килтергән оло төргәген миңә тотторҙо.
- Ҡайтыу менән кис клубҡа сығам да Васильевкала, миһырбанлыҡта уҙҙырғыһыҙ, йомартлыҡта тиңдәшһеҙ Иоанн Васильевич тигән кеше йәшәй, тип һөйләйем.
Иван уңайһыҙланған ҡарашын табанлы быймаларының осона йүнәлтте:
- Улай тип әйтеү урынһыҙыраҡ булыр, минеңсә, былай ҙа, һүҙһеҙ ҙә яҡшы кеше икәнлегемде беләләр бит…
Китә биргәс кире ҡайырылып ҡараныҡ. Иван төймәләрен ысҡындырып ебәреп йәйәүле буранға ҡаршы ярпайып баҫҡайны. Саба өргән осраҡлы ел уның ҡыҫҡа тиртунының салғыйҙарын ярпылдата. Һаран кешенең ҡуйынын ана шулай ел ҡайырып аса шул!